Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 542


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НЕОЛОГИЗМ
га буйы, Көнбайыш Себер ҡәбиләләренең көньяҡ (Урта Азия, Урта Көнсығыш) менән этно-мәҙәни бәйләнештәре неолит һәм бронза дәүерендә, төбәктә малсылыҡ барлыҡҡа килеп үҫеш алғас, айырыуса көсәйә. Н. Мәжитов.
НЕОЛОГИЗМ [рус. < гр. neos ‘яңы’+ logos ‘һүҙ’] (Р.: неологизм; И.: neologism; Т.: yeni kelime; yeni deyim) и. лингв.
Телдә яңы барлыҡҡа килгән һүҙ йәки һүҙбәйләнештәр. □ Неологизм. Неологизмдар ҡулланыу. Телдәге неологизмдар. Текстағы неологизмдарҙы тикшереү.
НЕОН [рус. < гр. neos ‘яңы’] (Р.: неон; И.: neon; T: neon) и. хим.
Химик элемент, һауала булған төҫһөҙ һәм еҫһеҙ инерт газ (электр шәмдәренә, яҡтыртҡыс сигнал һәм реклама ҡорамалдарына тултырыу өсөн файҙаланыла). □ Неон. / Неоновый. Неон яҡтыһы. Неон лампаһы.
НЕОНАТОЛОГИЯ [рус. < лат. neonatus ‘яңы тыуған бала’ + гр. logos ‘тәғлимәт’] (Р: неонатология; И.: neonatology; T: neonato-loji) и. мед.
Педиатрияның яңы тыуған балалар физиологияһын һәм ауырыуҙарын өйрәнеүсе бүлеге. □ Неонатология. / Неонатологический. Неонатология әлкәһе. Неонатология бүлеге. Неонатология хеҙмәте.
НЕОНАЦИЗМ [рус. < гр. neos + нацизм] (Р: неонацизм; И.: neoNazism; T: yeni-nazizm) и. сәйәси.
Идеологик һәм сәйәси ағым рәүешендә, яңы сәйәси шарттарға яраҡлаштырылып, яңынан тыуҙырылған нацизм. □ Неонацизм. Неонацизмға ҡаршы көрәш.
НЕОПЛАЗМА [рус. < гр. neoplasma] (Р: неоплазма; И.: neoplasm; T: neoplazma) и. мед.
Яңы барлыҡҡа килгән йәки аномаль шеш. □ Неоплазма. Үпкәләге неоплазма. Ашҡаҙандағы неоплазма. Неоплазманы иҫкәртеү.
НЕОФАШИЗМ [рус. < гр. neos + фашизм] (Р: неофашизм; И.: neo-fascism; Т: neofaşizm) и. сәйәси.
Хәҙерге шарттарға яраҡлы рәүештә эш алымдарын һәм лозунгтарын ғына үҙгәртеп, нигеҙҙә төп идеяһын һәм сәйәсәтен алға һөргән фашизм. □ Неофашизм. Неофашизм идеологияһы. Неофашизм үҫеше.
НЕП-НЕСКӘ (Р: тоненький; И.: very thin; T: çok ince) с. артыҡл. дәр. ҡар. нескә. превосх. степ, от нескә.
Үтә ныҡ нәҙек. □ Тоненький, совершенно тонкий. Неп-нескә бил. Неп-нескә ҡаш.
НЕПТУН [рус. < лат. Neptunus] (Р: Нептун; И.: Neptune; T: Neptün) и.
1. миф. Боронғо Рим мифологияһында диңгеҙ тәңреһе. □ Нептун. Рим халҡы, 23 июлдә Нептун хөрмәтенә Нептуналия байрамы уҙғарған.
2. астр. Ҡояш системаһында Ҡояштан иҫәпләгәндә һигеҙенсе торған планета. □ Нептун. ■ Планеталар, бер ғаиләне тәшкил итеп, Кояш тирәләй урынлашҡан: Кояшҡа иң яҡыны — Меркурий, унан һуң — Венера, өсөнсө «йортта» — Ер, дүртенсе — Марс килә. Бишенсе урында ғәйәт ҙур планета — Юпитер, шунан тәгәрмәслеләре Сатурн, Уран, Нептун тора. Плутон — Кояш системаһының туғыҙынсы планетаһы. «Аҡбуҙат», № 4,2011.
НЕПТУНИЙ [рус. < лат. Neptunium] (Р: нептуний; И.: neptunium; T: neptünyum) и. хим.
Радиоактив химик элемент, көмөш төҫлө металл. □ Нептуний. Нептуний — мурт металл.
НЕРВЫ [рус. < лат. nervus] (Р: нерв, нервы; И.: nerve; T: sinir) и.
1. анат., физиол. Баш һәм арҡа мейеһенән таралып, бер система тәшкил иткән, бөтә организмдың эшмәкәрлегенә етәкселек итеүсе, ярһыу йөрөтөүсе епсәләр шәлкеме. □ Нерв, нервы. / Нервный. Күреү нервыһы. Бит нервыһы. Нервы күҙәнәктәре. Нервы системаһы. ■ Туҡтауһыҙ допростарҙан, язаларҙан ул [Әҙибә] бөтөнләй кибеп ҡалған, нервылары ҡаҡшаған. Г. Ғиззәтуллина.
2. күсм. Эшмәкәрлек үҙәге, эш атҡарыусы төп көс. ■ Тимер юлды тормоштоң нервыһы тиҙәр бит. Б. Бикбай.
542