Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 543


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НЕСКӘ
♦ Нервы боҙоу йәнгә тейеү, ярһытыу.
□ Расшатывать нервы. Насар һуҙҙәр нервымды боҙҙо. Нервыға тейеү теңкәгә, йәнгә тейеү; аптыратыу. □ Нервировать, действовать на нервы. ■ Нервыға тейгән, асыуҙы килтергән, сығырҙан сығарған хәл-ваҡиғалар эргәбеҙ тулы. «Башҡортостан», 2 ноябрь 2012. Нервыла уйнау үртәндереү, асыуға тейеү; махсус аптыратыу. □ Нервировать, играть на нервах. Оҙаҡ нервыла уйнау. Нервыны ҡуҙғатыу асыуға тейеү. □ Нервировать. Нервымды ҡуҙғаттылар.
НЕРВЫ КҮҘӘНӘКТӘРЕ и. анат. ҡар. нейрон. ■ Йоҡо мәлендә баш мейеһе ял итә, нервы куҙәнәктәре яңынан көс йыя. «Йәшлек», 23 апрель 2011.
НЕРВЫЛЫ (Р: нервный; И.: nervous; Т.: sinirli) с.
1. Тиҙ генә ҡыҙып, ярһып китеүсән.
□ Нервный, раздражительный. Нервылы ҡарт. ■ Асыҡ тәҙрәләргә сатнатып бәреп ҡарлы-боҙло ямғыр яуа, .. нервылы кешеләрҙең нервылары менән уйнай. И. Насыри. Нервы ауырыуҙары куберәк насар холоҡло кешеләр араһында осрай. «Йәшлек», 23 апрель 2011.
2. Борсолоулы, тулҡынландырғыс, ығы-зығылы (хәл-ваҡиға, эш һ. б.). □ Нервный (обстоятельство и т. п.). Нервылы ваҡиға. Нервылы тормош.
НЕРВЫ СИСТЕМАҺЫ (Р: нервная система; И.: nerve system; T: sinir sistemi) и. анат.
Тышҡы һәм эске тәьҫиргә яуап биреүгә һәләтлеге арҡаһында, организм эшмәкәрлегенең үҙен-үҙе көйләүен тәьмин итеүсе, ҡатмарлы нервы епсәләре шәлкеме. □ Нервная система. Нервы системаһын дауалау. Нервы системаһын нығытыу. ■ Тәсбих тартыу ҡаҡшаған нервы системаһын нығытырға, тулҡынланыуҙы еңергә, стрестан ҡотолорға ярҙам итә. Башҡортса дини календарҙан. Ғалимдар нервы системаһын нормала тотоу өсөн ошондай кәңәш бирә: ҡурҡыуығыҙҙы еңергә өйрәнегеҙ, уткән заманда йәшәмәгеҙ, тормош ағышын кирегә бороп булмауы көн кеуек асыҡ. «Йәшлек», 13 май 2011.
НЕРВЫ ТӨЙӨНӨ (Р: нервное сплетение; И.: ganglion; nerve-knot; T: sinir düğümü) и. анат.
Периферик нервы системаһының өлөшө: унда нервы шәлкеме йәки нервылар араһында нервы епсәләре алмашына. □ Нервное сплетение. Нервы төйөнөн өйрәнеу.
НЕРГЕ (Р: малёк; И.: small fry; T: balık yavrusu) и. зоол. диал.
Ыуылдырыҡтан яңы сыҡҡан балыҡ балаһы; селбәрә. □ Малёк. Нерге ебәреу. Нерге тотоу. Кул ситендә нергеләр йөҙөп йөрөй.
НЕРГӘ (Р: один ряд сруба; И.: logs layer; T: tomruk duvarda dört tomruk çerçevesi ve ölçüsü) и. диал.
Бура, өй кеүек ҡоролмала уратып һалынған бер ҡат бүрәнә; ниргә. □ Один ряд сруба, венец. Нергә сереу. Өйҙөң нергәһен алмаштырыу.
HEP ИТЕҮ (нер ит-) ҡ. диал. ҡар. гөж килеү.
НЕРЛӘҮ (нерлә-) (Р: расти ровно и хорошо; И.: grow well; T: büyümek) ҡ. диал.
Күп һанда, тигеҙ үҫеү. □ Расти ровно и хорошо. Борос уҫентеләре нерләп уҫкән.
НЕРПА [рус. < фин. погрра} (Р: нерпа; И.: nerpa seal species; T: fok) и. зоол.
Һәр ике ярымшарҙың уртаса һәм һалҡын диңгеҙҙәрендә йәшәгән, тюлендәр ғаиләһенә ҡараған, ишкәк аяҡлы һөтимәр диңгеҙ хайуаны. □ Нерпа. / Нерпичий, нерповый (лат. Phoca vitulina) Нерпа аулау. Нерпа майы. Нерпа тиреһе. Нерпа яға.
НЕСЕССЕР [рус. < фр. necessaire ‘кәрәкле’] (Р: шкатулка для мелких предметов; И.: body hygiene kit; T: çekmece) и.
Ваҡ кәрәк-яраҡтар һала торған ҡумта; контейнер. □ Шкатулка для мелких предметов. Несессерға тултырыу.
НЕСКӘ'(Р: тонкий; И.: thin; fine; T.: ince) с.
1. Ҡалын булмаған, тар; нәҙек. □ Тонкий. Нескә һыҙыҡ. Нескә генә ҡаш. Нескә еп. Нескә бармаҡ. Нескә бил. Нескә беләк. ■ һин йөнкәйҙе уйлай-уйлай ҡамыштан нескә ҡалдым. Халыҡ йырынан. Ҡола яландағы усаҡтан нескә генә төтөн һыҙыла, хужа, курәһең,
543