НЕСКӘБИЛ
ут һүнмәһен өсөн, тиҙәкте төтәтеп ҡуйған. 3. Ураҡсин. Бәхет юлы ҡылдан нескә, нәфис, тотһаң, ыуала. Г. Ҡотоева. Нескә мыйыҡлы, эйәгендә генә эленеп торған һирәк һаҡаллы ҡаҙаҡтың ҡыҫыҡ куҙҙәрендә һәр саҡ мәрхәмәтле йылмайыу. М. Ғиләжев.
2. Юғары, нәҙек (тауышҡа ҡарата).
□ Высокий, тонкий (о звуках, голосе). Нескә тауыш менән өндәшеү Нескә тауыш менән йырлау. Нескә тауыш менән ҡысҡырыу. ■ Ул арала нескә, балалар тауышы менән Тимашев шыңшый башланы. Д. Юлтый.
3. Күҙгә ташланып бармаған, саҡ ҡына һиҙелерлек; бәләкәй. □ Тонкий, еле уловимый. Нескә айырмалыҡ. ■ Баланың был яҡты, таҙа куҙҙәрендә нескә генә ҡайғы шәуләләре сағылып ҡалған кеуек булды. Ш. Насыров.
4. кусм. Бәләкәй генә тәьҫиргә лә һиҙгер; наҙлы. □ Нежный, впечатлительный, чувствительный. Нескә куңелле кеше. ■ [Мортаза:] Ҡыҙҙар куңеле ҡыл кеуек нескә була ул. И. Абдуллин. Кеше куңеле утә нескә, ҡырауҙан һулырға торған наҙлы сәскә кеуек. X. Зарипов. Электән дә нескә куңелле Әҙибәне хәсрәттәр һәм юғалтыуҙар утә зирәкләткәйне. Г. Ғиззәтуллина, һин нескәһең, тиҙәр, һәм өҫтәйҙәр, — ҡаты ла һин шул уҡ ваҡытта. Р. Ҡол-Дәүләт.
5. кусм. Йөрәктән килгән, бик йылы.
□ Нежный, сердечный. Нескә хис. Нескә тойғо. ■ Әхмәттең иҫенә шул нескә тойғоларға иң бай, куңелде иҫертерлек хәтирәләре бөгөнгөләй ап-асыҡ булып ҡалҡып сыҡты. 3. Ураҡсин.
6. Ҡатмарлы, иғтибар талап иткән.
□ Щепетильный, щекотливый, деликатный. Нескә мәсьәлә. Нескә эш. ■ Балалар — кешелектең тормош ауырлыҡтарына тиҙ би-решеусән иң нескә урыны. «Башҡортостан», 18 ноябрь 2011.
НЕСКӘБИЛ и. ҡар. бал ҡорто.
НЕСКӘЛЕК (нескәлеге) (Р.: тонкость; И.: thinness; fineness; T: incelik) и.
1. Нескә булыу сифаты. □ Тонкость. Ҡылдың нескәлеге. Сымдың нескәлеге.
2. Нимәгәлер, ниндәйҙер эш-хәлгә хас үҙенсәлек, үҙенсәлекле сифат. □ Тонкость,
особенность. Тел нескәлектәре. Боронғо йырҙар нескәлеге. ■ Башҡорт халҡының боронғо оҙон көйҙәрен, уларҙың бөтә матурлығы һәм нескәлеге менән нотаға кусереу - ифрат ауыр эш. С. Галин. Көнсығыш әҙәбиәтендәге гузәллек, художестволылыҡ, миниатюралар хаҡындағы фекерҙәре лә уның [3. Вәлидиҙең] эстетик ҡараштарының нескәлеге хаҡында һөйләй. Ғ. Хөсәйенов.
3. Наҙлылыҡ, йылы тойғо. □ Нежность, чувствительность, тонкость. ■ Шундай дуҫлыҡ була бит: ул уҙ-ара нескәлектәргә, сөсө-лөктәргә бирелеу, татлы һуҙҙәр менән өҙлөкһөҙ нығытып тороуға һис тә мохтаж тугел.
3. Биишева.
4. Иғтибар талап иткән ҡатмарлылыҡ, сетереклелек. □ Щепетильность, щекотливость, деликатность. Мәсьәләнең нескәлеге. Эштең нескәлеге. ■ Даль эште уҙенә хас булған ентеклек менән өйрәнде, бөтә нескәлектәрен иҫәпкә алды. 3. Ураҡсин.
НЕСКӘРЕҮ (нескәр-) (Р: становиться тонким; И.: thin; get fine; T: incelmek) ҡ.
1. Нескәгә әйләнеү, нескә булыу; нәҙегәйеү. □ Становиться тонким, утончаться. Еп нескәргән. Бау ышҡылып нескәреп ҡалды. ■ Ҡола ҡашҡаның бауыры ҡыл тартҡан кеуек нескәрҙе. С. Кулибай.
2. Юғары тонға күтәрелеү; нәҙегәйеү (тауышҡа ҡарата). □ Становиться высоким, тонким (о звуке, голосе). Тауышы нескәрҙе.
3. кусм. Тәьҫирләнеү, хискә бирелеү. □ Становиться чувствительным, ласковым. Тойғо нескәрә. Хистәр яңырып, куңел нескәреп китте. ■ Үҙебеҙҙең бөгөнгө яҙмышты уйлап, Новиковтар менән барасаҡ билдәһеҙ ауыр көндәрҙе иҫкә төшөрөп, куңел нескәрҙе. Д. Юлтый. Сәлимә лә, куңеле утә нескәреп киткән араларҙа, илап алырға соланға сыҡҡылап инә. Ф. Иҫәнғолов. Иғтибарлылыҡ, хәстәрлек кургәс, ҡатындың куңеле нескәреп китте, ахыры, ул уҙенең бәхетле көндәрен хәтерләргә тотондо. Д. Юлтый.
НЕСКӘРТЕҮ (нескәрт-) (Р: делать тонким; И.: make thin; T: inceltmek) ҡ.
544