ни
гән ҡаҙаныштар. «Башҡортостан», 9 октябрь 2010.
НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ (Р.: нефтяное месторождение; И.: oil deposit; T.: petrol yatağı) и.
Билдәле бер территорияла нефть сыҡҡан урын. □ Нефтяное месторождение. Нефть ятҡылығын табыу. Нефть ятҡылығын асыу. Нефть ятҡылыҡтарын уҙләш-тереу. ■ Башҡорттар тимер, баҡыр сығарып рус заводтарына ташыу менән генә сикләнмәгән. Улар төрлө ерҙә көмөш, алтын, ҡурғаш, кумер, көкөрт, селитра, тоҙ, нефть ятҡылыҡтарын белгән һәм яцы ятҡылыҡтарҙы асҡан. Ә. Бейеш. 1932 йылдың майында ғына Ишембай ауылы (хәҙер — ҡала) янында нефть ятҡылығы табылып, 1934 йылда уны сығара башлайҙар. «Ағиҙел», № 2, 2010.
НИ I (Р.: что?; И.: what?; Т.: пе?) һор. а.
1. Эш-хәл йәки берәй нәмә тураһындағы һорауҙы белдерә; нимә? □ Что? Ни бар? Ни алдың? Ни булған? ■ Эскенәйем тулы, ай, ут яна, һунһен тиһәм бүтән ни ҡала? Халыҡ йырынан. Һуҙ тыңламай ни ҡырҙың? Ил тыңламай хур булдың! Халыҡ ижадынан. [һылыу ҡортҡа:]Ни һөйләйһең, балаҡайым? Беҙ кешенән кәм торабыҙҙыр шул. Т. Йәнәби.
2. Эш-хәлгә йәки берәй нәмәгә ҡарата ниндәйҙер мөнәсәбәтте күрһәткән риторик һорауҙы белдерә; нимә? □ Что? (в риторических вопросах). ■ Бер илегә башың эйелдеме, ергә тиклем бөгөу — ни тора! Ергә тейгәс башың, юл — бер генә, тик ҡәбергә генә — туп-тура! Р Назаров.
3. Тойғо менән хуплау йәки кире ҡаҡҡанды белдергән риторик һорауҙы аңлата; ниндәй? □ Что? Какой? (в риторических вопросах выражает одобрение или отрицание). И Ғишыҡланып, утта янып, ҡауышмағас ни файҙа. Халыҡ йырынан.
4. Ниҙеңдер күплегенә баҫым яһағанда ҡулланыла; ни хәтле. □ Сколько; сколько раз. ■ [Мәғузә:] Ни әйттем Харис еҙнәңә, ни әйттем. Тыңламаны! Б. Бикбай.
5. Нимәлер әйтергә уҡталып, әйтә алмай торғанда, һүҙ араһына индерелә. □ Говорится между слов, когда забываешь, что
сказать, или не можешь выразить свою мысль. И [Ҡыҙырас:] Юлдаш, ни, Сәлмән бабайға ҡарағат тирешергә гел генә киләйек, йәме. 3. Биишева.
6. Һөйләмдә атап күрһәтелмәгән билдәһеҙ эш-хәл йәки нәмәне белдереү өсөн ҡулланыла; нимә. □ Что и (выражает неопределённость). Ни әйтергә белмәу. ■ Ҡыҙҙар ни әйтергә белмәй аптырап ҡалды. Әкиәттән. Ҡатил батша асыуҙан ни әйтергә белмәне. «Урал батыр».
7. Исемгә өҫтәлеп, йыйнау, көсәйтеү мәғәнәһе бирә. □ Вместе с..., целиком (в сочетании с существительным образует парные слова и придаёт собирательное значение). Ҡейеме-ние менән. И Йософто бығауҙары-ниҙәре менән батша ҡашына килтерәләр. «Йософ менән Зөләйха». «Ҡем унда һорауһыҙ-ниһеҙ һыу ала?» — тип ҡысҡырған тауыш ишетелгән. Әкиәттән.
♦ Ни алып, ни бирергә белмәү ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, өҙәләнеп тороу. □ Ухаживать, проявлять заботу. ■ Һәтизә әхирәт булһа, улы ҡайтҡас, ни алып, ни бирергә белмәҫ ине, бахыр. Ғ. Дәүләтшин. Уның [Сөнәғәттең] ҡайтыуына Сәлиха бик шат булды, ни алып, ни бирергә белмәне, хәл ҡәҙәренсә һыйланы, ҡунаҡ итте. Ж. Кейекбаев. Ни башы менән нимәгәлер ҡыйыу уйлап тормай тотонған кешегә ҡарата әйтелә. □ Как ты мог? Ни була (йәки булған) 1) кемдеңдер бер эш-ҡылығына теләк белдергәндә әйтелә. □ Надо бы, что тебе стоит. ■ Бер ҡараһам һиңә, куңелем була, бер йылмайып ҡуйһаң ни була. Халыҡ йырынан; 2) кемдеңдер фекеренә ҡаршы бер эш-ҡылыҡты аҡлағанда әйтелә. □ Ну и что; пусть. ■ Ҡөлһә ни булған, һин кем ул тиклем! С. Агиш. Ни булһа ла бер эш-хәлде кисектермәҫкә, мотлаҡ эшләргә кәрәклеген белдергәндә әйтелә. □ Во что бы то ни стало; как-нибудь. Ни булһа ла ҡалмайыҡ, китәйек. Ни булһа ла булыр бер нәмәгә тәүәккәллек итергә йәки бер эш-хәлде үҙ яйына ҡуйырға булғанда әйтелә. □ Будь что будет, была не была. Ни булһа ла булыр, тәуәккәлләнем. ■ Элек, мин йәш саҡта, яңғыҙаҡ саҡта, бер ҙә улай
18’*
547