НИВЕЛИР
■ Кеше менән уртаҡ йәрҙе һөйҙөң ни, һөймәнең ни. Халыҡ йырынан. Ҡайтһа ни ҙә, ҡайтмаһа ни, барыбер тугелме ни? Р. Низамов.
8. Барлыҡ менән юҡлыҡ формаһында ҡабатланған ҡылымдан һуң килеп, юҡлыҡ мәғәнәһен көсәйтә. □ Как же! Жди когда... Курҙе, курмәй ни! ■ Бирер, бирмәй ни [мулла ], көтөп тор. Һ. Дәүләтшина.
НИ Ш (Р: ни... ни...; И.: neither... nor; T.: ne... ne...) терк.
1. Ҡапма-ҡаршы ҡуйылған тиң киҫәктәрҙе берләштереү өсөн ҡулланыла. □ Ни... ни... (употребляется для соединения однородных придаточных предложений). Ни аҡыллы, ни тиле. ■ Декабрь айына тиклем ҡар яумай, ни арба, ни сана булып ятҡан саҡ ине был. Н. Мусин. Һалдаттар, тревога сигналы булғандағы шикелле, дәррәу сығып йугерҙеләр, бер-береһен тапап, ҡыҫылып, ишеккә тығылышып, ни ары, ни бире китә алмай торҙолар. Д. Юлтый. Ошо араларҙа куңеле болоҡһоп, ниндәйҙер яңылыҡ өмөт итеп йөрәге һыҙлап йөрөгән һөйәрбикә Ирназар ағаһының, куктән төшкән кеуек, ишекте шар асып инеуенә ни шатланырға, ни ҡайғырырға белмәне. Р. Өмөтбаев.
2. Мәғәнә өҫтәп, алдағы әйтелгәнде көсәйтеп килгән һөйләмде бәйләй. □ К тому же. ■ [Гөлйөҙөм:] Ошо арала ҡарттайың менән ҡартсәйеңде ҡарай-ҡарай йөҙәнем. Ашарҙарына юҡ, ни ауырыуҙан баш ҡалҡыта алмайҙар, һ. Дәүләтшина. Купме мал улә инде ул Атбатҡанда, ни бесәне юҡ. Д. Бүләков.
♦ Ни Аллаға, ни муллаға ҡар. Алла I.
■ [Кыҙ] ни Аллаға, ни муллаға тигәндәй йөрөгәнсе, бәлки һәнәр алып, файҙалы эш башҡарыр. «Көнгәк», 30 август 2012. Ни ал-тара, ни палтара ике уртала ҡалған. □ Ни туда и ни сюда. Ни арба, ни сана яҙғы-көҙгө ҡар, ямғыр ҡатыш яуып торған бысраҡ ваҡыт. □ Распутье, распутица. ■ Берҙән, ни арба, ни сана ваҡыты булыу, икенсенән, Ағиҙел бик ташыу сәбәпле, Александр ҡайта алманы. Ж. Кейекбаев. Ни ары, ни бире бер йүнәлештә китә алмай, тегеләй ҙә, былай ҙа. □ Ни туда, ни сюда.
НИ IV (Р: что; И.: what (ever); something; T.: şey) и.
Билдәләнмәгән исемде белдереү өсөн ҡулланыла; нәмә. □ Что; что-то, нечто. Ниҙән башларға белмәу. Ни кәрәген әйтеу. Ниҙәр генә юҡ. ■ Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем, тышҡынайын ниҙән тышлайым? Халыҡ йырынан. [Йәнбирҙе — ике улына:] Мин ни бирһәм, ашағыҙ, мин ни ҡушһам, эшләгеҙ. «Урал батыр».
♦ Ни икәнен белмәү эш-хәлдең аҡыл, ихтыярҙан тыш эшләнеүе хаҡында әйтелә. □ Не ведать... ■ Ҡәҙерле Урал атабыҙ, һин шул һыуҙы эсеп ебәр ҙә, улемдең ни икәнен белмәйенсә, халыҡ бәхете өсөн мәңге йәшә! «Урал батыр». Ошо крейсерҙа, ни, беҙҙең Уралдан да бер шәп егет, йәш матрос бар, ти. Ул .. ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәй, ти.
3. Биишева.
НИ АРАЛА (Р: когда только; И.: where; at what time; T.: ne zaman) hop. a.
Нимәнеңдер тиҙ булыуын, тиҙ эшләнеле-үен һиҙмәй ҡалғанда әйтелә. □ Когда только. Ни арала эшләп бөткән. Ни арала барып етеу.
НИ БАР (Р: что?; И.: what is up?; T.: ne var?) өнд.
Өндәшкән кешегә тауыш биргәндә әйтелә; нимә булған, нимә кәрәк. □ Что? Что случилось? Әу, ни бар, балам?
НИ БАРЫ (Р: всего; И.: just; T.: topu topu, topu toplamı) р.
Һан-күләмдең аҙлығына баҫым яһай; бөтә булғаны, барлығы. □ Всего, всего-навсего. Ни бары бер телем икмәк. Ни бары бер сәғәт йоҡлау. Ни бары йөҙ һум ғына аҡса. ■ Зөләйха инәй куп бала менән тол ҡала, иң кесеһе Рәсимәгә ни бары алты ғына ай була. «Йәшлек», 24 июнь 2010.
НИ БУШ (Р: зря; И.: in vain; T.: boşuna) р. һөйл.
Кешенең һүҙен, эш-ҡылығын хуп күрмәгәндә әйтелә. □ Зря, напрасно. Ни буш, кешегә һөйләргә ирек бирмәйһең.
НИВЕЛИР [рус. < фр. niveler ‘тигеҙләү’] (Р: нивелир; И.: gradienter; levelling box; T.: dürbünlü düzeç) и. геод.
549