НИВЕЛИРЛАНЫУ
Урындағы бер нөктәнең сағыштырмаса бейеклеген билдәләү өсөн хеҙмәт иткән гео-дезик ҡорамал. □ Нивелир. / Нивелирный. Оптик нивелир. Лазер нивелир. Нивелир эштәре. Нивелир — төҙөлөштә алмаштырғыһыҙ ҡорамал.
НИВЕЛИРЛАНЫУ (нивелирлан-) ҡ. төш. ҡар. нивелирлау. страд, от нивелир-лау.
НИВЕЛИРЛАТЫУ (нивелирлат-) ҡ. йөкм. ҡар. нивелирлау. понуд. от нивелирлау.
НИВЕЛИРЛАУ (нивелирла-) (Р.: нивелировать; И.: grade; level; T.: düzeçlemek) ҡ. геод.
Урындағы бер нөктәнең билдәләнгән бер нөктә йәки диңгеҙ өҫтө тигеҙлеге менән сағыштырып бейеклеген билдәләү. □ Нивелировать. // Нивелировка, нивелирование. Урынды нивелирлау. Төҙөлөш майҙанын нивелирлау. Автостраданы нивелирлау.
НИВЕЛИРЛАУСЫ (Р.: нивелировщик; И.: leveller; transitman; T.: eşitlikçi) и.
Нивелир менән эш иткән белгес, нивелир оҫтаһы. □ Нивелировщик. Нивелирлаусы-ныц теуәл иҫәбе.
НИВХ (Р: нивх; И.: Gilyak; T.: Nivihler) и. этн.
Амур йылғаһының тамағында һәм Саха-линда йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (палеоазиат телдәренең береһендә һөйләшә). □ Нивх; нивхи. / Нивхский. Нивх халҡы. Нивх ҡатыны. Нивх теле.
НИГЕҘ (Р: основа; И.: foundation; groundwork; T.: temel) и.
1. Һалынасаҡ йорт-биналарҙың урынын нығытыу өсөн эшләнгән аҫҡы ҡоролма. □ Основа, фундамент. / Фундаментный. Нигеҙ ташы. Нигеҙ урыны. Өй нигеҙе. Нигеҙ һалыу. Нигеҙ ҡороу. ■ Өй һалғанда, нигеҙгә, өрлөк аҫтына тәңкә һалып ҡалдырырға кәрәк. Халыҡ ижадынан. Йорт бейек, бетон нигеҙҙә ултыра, башы шифер менән ябылған, уныһы иҫке, йәшелләнеп бөткән. Ә. Әминев.
2. Өйҙөң тышҡы стенаһы буйлап тупраҡ, тиреҫ тултырып, йылылыҡ өсөн кәртәләп йә
бурап ҡуйылған өлөшө. □ Завалина, завалинка. Нигеҙ бураһы. Нигеҙ тупрағы. Нигеҙҙе нығытыу. ■ Өйөнөң урамға ҡараған тәҙрәләре нигеҙ тупрағы тәңгәлендә, .. мин ҡур-ҡа-ҡурҡа ғына ошо нигеҙ тупрағына менә лә буш өй эсен күҙәтә торғайным. Т. Ғиниәтуллин. Иртәнсәк һайын малайҙар уның [Ғимран бабайҙың] нигеҙе бейек итеп таштан буралған өйө эргәһенә һис ниндәй саҡырыуһыҙ берәм-һәрәм килә башлай. Н. Мусин.
3. Быуын-быуындан донъя көтөп, йәшәп килгән урын, төп йорт. □ Отчий дом. Атай нигеҙе. Ырыу нигеҙе. Нигеҙҙе ташламау. ■ Батыр атай нигеҙендә һаҡлай ырыу усағын. Ф. Күзбәков.
4. Ниндәйҙер бер фәндең асылын тәшкил иткән төп мәғлүмәттәр. □ Основа, начало. Дарвинизм нигеҙҙәре. Этика нигеҙҙәре. ■ Алдашыу һәм ҡурҡытыу сәйәсәтенең нигеҙе йомшаҡ икәнен тарих раҫлай килә. 3. Ураҡсин.
5. кусм. Ниндәйҙер бер эш-хәлдең асылы, айышы. □ Сущность, суть, смысл. Эштең нигеҙе. Йәшәйештең нигеҙе. ■ Тоғролоҡ — иҫ-аҡыл нигеҙе, ә ихласлыҡ — Аллаһ биргән талант, маһирлыҡ. «Ағиҙел», № 7, 2012. Ҡартлыҡҡа, туған телгә, мәҙәниәткә, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә ихтирам — рухыбыҙҙың нигеҙе. «Ағиҙел», № 5, 2010.
6. мат. Геометрик фигурала бейеклеккә ҡарата перпендикуляр булған яҡ. □ Основание. Өсмөйөш нигеҙе. Пирамида нигеҙе.
7. хим. Кислоталар менән үҙ-ара тәьҫир-ләшкәндә тоҙ барлыҡҡа килтерә торған берләшмә. □ Основание. Органик нигеҙҙәр.
8. грам. Һүҙҙең лексик мәғәнәгә эйә булған өлөшө. □ Основа слова. Һуҙҙең нигеҙе, һуҙҙең нигеҙенә ҡушылып килгән аффикстар.
♦ Нигеҙен ҡоротоу юҡҡа сығарыу.
□ Уничтожать, стереть с лица земли. Нигеҙең ҡороһон кемделер ҡарғағанда әйтелә. □ прокл. Пусть никто не останется, пусть все вымрут.
НИГЕҘ АЯТЫ (Р.: молитва фундамента; И.: prayer said at founding smth; T.: temel atarken okunan dua) и. этн.
550