Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 553


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НИГЕҘ ҺАЛЫУСЫ
■ Бөгөн төҙөлөш майҙанында эш ҡайнай, буласаҡ йорттоң нигеҙ соҡорон әҙерләу эше тамамланыу өҫтөндә. «Һаҡмар», 1 март
2013.
НИГЕҘ ТАШЫ (Р.: камни для фундамента; И.: cornerstone; keystone; head stone; T.: temel taşı) и.
1. Нимәнелер төҙөгәндә нигеҙ ултырта торған таштар. □ Камни для фундамента, краеугольный камень. Нигеҙ ташына барыу. Нигеҙ ташы һалыу. ■ Нигеҙ ҡоролаһы урынға тәуҙә ҙур аҡташ һалалар. Шуны нигеҙ ташы тиҙәр. Халыҡ ижадынан. Ил уҙаманы Кусем ҡарт ауылдың тәу нигеҙ ташын һалғанда ажғырып өргән ҡышҡы бурандарҙың, йәйге саңғырт елдәрҙең йунә-лешен дә иҫәпкә алғандыр, тип фараз итергә була. Р. Өмөтбаев.
2. кусм. Ниҙеңдер төп терәге, башланғысы. □ Основа, начало чего-л. Ураҙа тотоу — исламдың нигеҙ ташы булған биш ҡанундың береһе. И Педагогиканың нигеҙ ташы — балаларға ҡарата эскерһеҙ мөхәббәт. «Яйыҡ», 14 апрель 2012.
НИГЕҘТАШ ЭЙӘҺЕ и. миф. ҡар. нигеҙ эйәһе.
НИГЕҘ ТӨБӨ (Р: основание фундамента; И.: foundation bed; T.: temelin dibi) и.
Нигеҙҙең тәүге ҡаты. □ Основание фундамента. Нигеҙ төбө һалыу. ■ Беҙ аҡтарҙыҡ туҙған нигеҙ ташын, килеп сыҡты тәңкә... Кумгән уны йорттоң аҡһаҡалы бәхет теләп нигеҙ төбөнә. Р. Назаров.
НИГЕҘ ТӘҢКӘҺЕ (Р: оберег для дома; И.: house churinga; T.: muska) и. этн.
Ышаныуҙар буйынса, өй нигеҙе ҡотло булһын өсөн нигеҙ өрлөгө башына тәңкә һалыу йолаһы. □ Оберег для дома. доел. Монета фундамента (направлена на притягивание жизненной силы, благополучия дому, домочадцам). ■ Йорт һалғанда һәр бер кеше нигеҙгә, матса башына ҡот, яҡшы теләк теләп, нигеҙ тәңкәһе һалған. Башҡорт мифологияһынан.
НИГЕҘУТ (Р: дескурайния; И.: tansymustard; T.: uzun süpürgeotu) и.
Һары әүернә сәскәле, тетмәкәй япраҡлы ҡый үләне. □ Дескурайния (лат. Descurai-
nia). Нигеҙут май — август айҙарында сәскә ата. Нигеҙут ташландыҡ ерҙә, ҡойма, юл буйҙарында, элек мал ятҡан урындарҙа уҫә.
НИГЕҘ ХӘЙЕРЕ (Р: подарки, угощения, принесённые населением при закладывании фундамента; И.: kind of ritual food; T.: temel atma ikramları) и. этн.
Йорт ҡотло, ныҡлы булһын тип төҙөлөп ятҡан өй нигеҙе эйәһенә ауыл халҡы тарафынан килтерелгән бүләк, ашамлыҡ. □ Подарки, угощения, принесённые населением при закладывании фундамента дома односельчанина. Нигеҙ хәйере биреу. Нигеҙ хәйере илтеу.
НИГЕҘ ҺАЛЫУ (нигеҙ һал-) (Р: закладывать фундамент чего-л.', И.: lay foundation; T.: temel atmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер ҡоролманың нигеҙен эшләү, ҡороу. □ Закладывать фундамент чего-л. Йорттоң нигеҙен һалыу. Мунса нигеҙен һалыу. ■ Ғәлләметдин куп халыҡтың иҫен китәреп, бик һәйбәт нигеҙ һалып ҡуйҙы. «Һай-Һай, нигеҙенә ҡарап өйө булһа — дан өй буласаҡ», — тине кургән кешеләр. «Башҡортостан», 13 март 2013.
2. кусм. Нимәнелер барлыҡҡа килтереү, төҙөү, ойоштороу. □ Основать. Фәнгә нигеҙ һалыу. Балалар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыу. ■ 1718 йылда Рогервик крепосы-на нигеҙ һалына. Б. Рафиҡов. Ломоносов Рәсәй Фәндәр академияһында беренсе химия лабораторияһы булдырған. Уның ныҡышмалы юллауы буйынса, 1755 йылда Мәскәу университетына нигеҙ һалынған. «Башҡортостан», 23 май 2012. Журналға нигеҙ һалыу һәм уны сығарыу — театр тө-ҙөугә тиң эш. «Ағиҙел», № 3, 2010.
НИГЕҘ ҺАЛЫУСЫ (Р: основатель; И.: founder; T.: kurucu) и.
Башлап ебәреүсе, ойоштороусы. □ Основатель, основоположник. Ауылға нигеҙ һалыусы. ■ Рәсәйҙә беренсе техник вузға нигеҙ һалыусы, башҡорт сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов иҫтәлегенә тыуып уҫкән Ҡуян ауылында таҡтаташ асылды. «Башҡортостан», 27 ғинуар 2012. Башҡорт дәуләт академия халыҡ бейеуҙәре ансамбленә нигеҙ һалыусы — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың
553