НИГЕҘҺЕҘ
атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, мәшһүр хореограф Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров. «Йәшлек», 26 октябрь 2012.
НИГЕҘҺЕҘ I (Р.: необоснованный; И.: groundless; T.: temelsiz) с.
Тейешле дәлил йәки шарт менән нығытылмаған рәүештә; ышанысһыҙ, урынһыҙ.
□ Необоснованный, безосновательный, беспочвенный, неаргументированный. Нигеҙһеҙ фекер. Нигеҙһеҙ дәлил. Нигеҙһеҙ һорау. Нигеҙһеҙ факттар. ■ Рәуеф уҙенең шиге нигеҙһеҙ икәнен аңланы. Ә. Әминев.
НИГЕҘҺЕҘ II (Р: необоснованно; И.: groundlessly; T: temelsiz)/?.
Дәлилһеҙ, ышанысһыҙ, урынһыҙ. □ Необоснованно, безосновательно, беспочвенно, неаргументированно. Нигеҙһеҙ бәйләнеу. Нигеҙһеҙ ғәйепләу. Нигеҙһеҙ ҡулға алыу.
НИГЕҘҺЕҘЛЕК (нигеҙһеҙлеге) (Р: необоснованность; И.: groundlessness; T: asılsızlık) и.
Нигеҙләнмәгән, дәлилһеҙлек. □ Необоснованность, безосновательность. Хоҡуҡи нигеҙһеҙлек. Ғәйептең нигеҙһеҙлеге. Һығымталарҙың нигеҙһеҙлеге. ■ Ҡайһы бер закондарҙың ил куләмендә зарури утәлмәуе йәиһә нигеҙһеҙлеге инициативаны тотҡарлай. «Йәшлек», 18 сентябрь 2010.
НИГЕҘ ЭЙӘҺЕ (Р: дух фундамента дома; И.: cornerstone spirit; T: Temel iyesi) и. миф.
Башҡорт мифологияһында, өй хужаларын ҡурсалаған, уларға ярҙам иткән рух.
□ Дух фундамента дома. Нигеҙ эйәһенә хәйер биреу. ■ Нигеҙ эйәһенә һөт-ҡатыҡ ҡойоу йолаһы бар. Башҡорт мифологияһынан.
НИГИЛИЗМ [рус. < лат. nihil ‘һис бер нәмә’] (Р: нигилизм; И.: nihilism; Т: nihilizm) и.
1. Нығынған дөйөм ҡағиҙә һәм фекерҙәрҙе инҡар итеү, кире ҡағыу күренеше.
□ Нигилизм. ■ Тарихты һанға һуҡмайынса, әҙәбиәттең айырым факттарын фәҡәт бөгөнгө талаптарҙан сығып ҡына баһалау тәнҡитселәрҙе .. нигилизмға алып килә. К. Әхмәтйәнов. Ел-дауыллы, ҡаршылыҡлы егерменсе быуатты бергәләп уткәр-
ҙек. Халыҡтың идеологик сәбәптәр арҡаһында булгеләнеуе, рухи һәм дини нигилизм, иҡтисади һәм социаль тетрәнеуҙәр — былар барыһы ла Башҡортостан халҡын сыҙамлыҡта һынаны. М. Ҡотлоғәлләмов.
2. XIX быуаттың 60-сы йылдарында рус интеллигенцияһы — разночинецтар араһында таралыш алған, дворяндар йәмғиәтенең тәртип-ҡағиҙәләренә, крепостнойлыҡҡа ҡаршы булған йүнәлеш. □ Нигилизм. Нигилизмды яҡлау.
НИГИЛИСТ [рус. < лат. nihil ‘һис бер нәмә’] (Р: нигилист; И.: nihilist; Т: nihilist) и.
1. һәр төрлө дөйөм ҡағиҙә һәм фекерҙәргә ҡаршы булған кеше. □ Нигилист. ■ Халҡыбыҙҙың һуңғы өс быуын кешеләренең байтағы башҡа телдә уҡып һәм һөйләшеп уҫте, милли телен танымаған, милли культураһын һанға һуҡмаған, шул нигеҙҙә башҡа милләттәрҙе һәм милли культураларҙы ла ихтирам итмәҫтәй нигилистар .. булып етеште. Й. Солтанов. Йәш ваҡытта барыбыҙ ҙа шулай: барыбыҙ ҙа бер аҙ нигилист, куңелебеҙҙә йәшәй һәр нәмәне инҡар итә торған бер иблис. М. Кәримов.
2. Нигилизм (2) яҡлы кеше. □ Нигилист. ■ Батша колонизаторҙары халыҡты нигилистар итеп тәрбиәләне. «Йәшлек», 15 март 2011.
НИГИЛИСТИК (Р: нигилистический; И.: nihilistic; Т: nihilist; nihilistçe) с.
Нигилизмға мөнәсәбәтле. □ Нигилистический, нигилистский. Нигилистик ҡараш. Нигилистик мөнәсәбәт. ■ Илдең эске сәйәсәтендә федерализм принциптарын яҡларға, халыҡтарҙың хоҡуҡтарына нигилистик мөнәсәбәт, экстремистик милләтселек һәм шовинизм куренештәренә ҡаршы һөҙөмтәле көрәшергә кәрәк. «Йәшлек», 13 июнь 2009.
НИГРОЛ [рус. < лат. niger ‘ҡара’] (Р: нигрол; И.: gearbox oil; T.: vites kutusu yağı) u.
Ҙур механизмдарҙы, тешле тәгәрмәс кеүек нәмәләрҙе майлай торған нефттән алынған май. □ Нигрол. Ҡышҡы нигрол. Йәйге нигрол. Нигрол һатып алыу. ■ [Шәмсетдин:] Кусәр төптәренән нигрол майы һарҡып тора ине бит һуң? Й. Солтанов.
554