Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 555


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ниҙә
НИГӘ һор. а. диал. ҡар. ниңә. ■ [Инәй:] Хоҙай нигэ уҙ бәндәләренә шундай ауыр ҡайғы ебәрҙе, беҙҙец тырнаҡ ҡараһындай ҙа гөнаһыбыҙ юҡ бит. «Ағиҙел», № 5, 2010.
НИҒМӘТ [ғәр. М (Р.: богатство; И.: wealth; T.: nimet) и.
1. Мул тормошто тәшкил иткән нәмәләр; байлыҡ. □ Богатство, состояние. Ниғмәт йыйыу. Ожмах ниғмәттәре. ■ Дуртенсе ҡиммәт нәмә шөкөр тигән, ниғмәткә шөкөр-һөҙлөк көфөр тигән. М. Аҡмулла. Мәулә еребеҙҙе иркен итеп яратҡан. Ундағы хазиналар, ниғмәттэр һәр кемгә йорт-ҡура ла, ризыҡ та бирә. М. Ҡотлоғәлләмов.
2. Аҙыҡ, ашамлыҡ. □ Пища, еда, кушанье; яства. Ниғмәттэр ҡуйыу. Ниғмәттэр әҙерләу. ■ [Карт:] Мин һеҙгә тамаҡ ялғар ниғмәт килтергәнсе, ял итеп алығыҙ. «Зөһрә менән Алдар». Ҡымыҙ — тамағыцды ла туйҙыра, һыуһыныңды ла ҡандыра торған ниғмәтул. Й. Солтанов. Хужалар кискелеккә ашаған булһа ла, яңынан ашъяулыҡ йәйелде, йортта булған бар ниғмәт оло ҡунаҡ алдына сығарылды. 3. Ураҡсин.
♦ Әлүән ниғмәт төрлө тәмле-татлы ашамлыҡ. □ Разнообразные яства. ■ [Батша] Моңкилмәҫте әлуән ниғмәттэр менән һыйлап, ашатып эсерҙе. Әкиәттән.
НИҒМӘТЛЕ (Р: богатый; И.: rich; Т.: zengin) с.
Бай, мул. □ Богатый. Ниғмәтле ер. Һый-ниғмәтле өҫтәл. ■ Ғәжәп йәмле һәм йәнле донъяға хайран ҡалып, атын атлатып ҡына барҙы ла барҙы Нурйән. Уның Уралы, йәнтөйәге кеуек куркәм, ниғмәтле ер! С. Бәҙретдинов.
НИҒМӘТУЛЛА (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Дыуан ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени дуван. Ниғмәтулла ырыуы кешеһе.
НИҒӘМӘТ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of
Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Гәрәй-ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из подразделений башкир рода гарей-кыпчак. Ниғәмәт ырыуы башҡорто.
НИДА [ғәр. *Ьз] (Р: зов; И.: appeal; T.: nida) и. иҫк.
Тауыш биреп үҙ яныңа килергә ҡушыу; өндәү тауышы, саҡырыу. □ Зов, призыв; восклицание. Нида ҡылыу. ■ Яңғырата хәҙер ерҙең йөҙөн эшселәрҙең көслө нидаһы. М. Ғафури.
НИДАСЫ (Р: глашатай; И.: crier; Т: münadi) и. иҫк. ҡар. һөрәнсе.
Көслө тауыш менән халыҡты саҡырыусы, халыҡҡа еткереүсе. □ Глашатай (лицо, объявляющее народу официальное известие). Нидасы һөрәне. Нидасынан ишетеу.
НИДЕРЛАНД (Р: нидерландцы; И.: Dutch; T: Hollandah) и. этн.
Голландияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләт кешеһе. □ Нидерландец. / Нидерландский. Нидерланд ҡыҙы. Нидерланд халҡы.
НИҘГӘ и. диал. ҡар. низағ. Ниҙгә сығарыу.
НИҘҒӘЛӘШЕҮ (ниҙғәләш-) (Р: спорить; И.: wrangle; T: nizalaşmak) ҡ. диал.
Үҙ-ара һүҙгә килешеү, дәғүәләшеү; талашыу. □ Спорить, ссориться, поссориться. // Спор, ссора. Ниҙғәләшеп китеу. Ниҙғә-ләшеп йөрөу.
НИҘЕР (Р: что-то; И.: something; Т: nedir) билдһ. а.
Ниндәйҙер бер билдәһеҙ нәмә; әллә нәмә; нимәлер. □ Что-то, нечто. Ниҙер булыу. Ниҙер борсоу. Ниҙер һөйләу. Ниҙер талап итеу. ■ [Тыңлар батыр] ергә һуҙылып ятҡан да, оҙон ҡолаҡтары менән ниҙер тыңлай башлаған, ти. Әкиәттән. [Ибраһим бабай].. умарта янында ниҙер эшләп маташа. 3. Биишева. Хисмәтулла һикереп торҙо, ниҙер иҫенә төшөрөп, йөрәкһенде. Я. Хамматов.
НИҘӘ (Р: в чём?; И.: what is?; T: nedir?) hop. a.
555