Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 556


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ниҙән
Атап күрһәтелмәгән эш-хәл йәки нәмәне белдереү өсөн ҡулланыла; нимәлә? □ В чём? Эш ниҙә? Сәбәбе ниҙә? ■ Мәскәй ҡапыл Тамыр батырҙыц уңәсенә йәбешкән дә быуа башлаған. Егет эштец ниҙә икәнен шунда ғына аңлап алған. Әкиәттән.
НИҘӘН һор. а. һөйл. ҡар. ниңә. Ниҙән шулай булды? Ниҙән низағ килеп сыҡты?
■ Тик һорама, зинһар, бойоҡһоң тип, ниҙән?
3. Ханнанова.
НИҘӘНДЕР (Р.: отчего-то; И.: for some reason or other; T: nedense) билдһ. a.
Ниндәйҙер сәбәптән, билгеһеҙ сәбәптән. □ Отчего-то, почему-то, что-то. Ниҙәндер шомланыу. Ниҙәндер һиҫкәнеу.
НИЗАҒ [ғәр. £jjj] (Р.: спор; И.: row; Т.: niza) и.
Үҙ-ара ниҙер дәғүәләшкән ғауға; талаш, ыҙғыш. □ Спор; ссора, распря. Низағ сығыу. Ер низағы. Низағ итеу. Низағ ҡубыу. Етди низағ. Ҙур низағ. ■ Ул баш тигәнебеҙ .. төрлө ил низағтарын тикшереп, хәл итеп килә. «Алдар менән Зөһрә». Йәш егет станция халҡы араһында ҙур низағ тыуҙырҙы. И. Насыри. Был донъяла низағ бөтмәҫ, ҡустым, башты һаҡларға кәрәк. 3. Ураҡсин.
НИЗ АҒА и. ҡар. низағ. Низағ алар сығып тора.
НИЗАҒАЛАШЫУ (низағалаш-) ҡ. диал. ҡар. низағлашыу. Низағалашып йөрөу. Низа-ғалашып китеу.
НИЗАҒЛАШЫУ (низағлаш-) (Р: спорить; И.: be at loggerheads; T.: nizalaşmak) ҡ.
Ҡара-ҡаршы талашыу, ыҙғышыу, ғауғалашыу. □ Спорить, ссориться, быть в ссоре. // Спор, ссора. Низағлашып йөрөу. Низағлашып китеу. Низағлашып тороу.
■ Вәлидовсылар кантис полком башында кем тороуы тураһында артыҡ куп низағлашып булашманылар. И. Насыри. Тима-шевтарҙың данын һатып, минән аҙаҡ мал булешеп, низағлашып йөрөмәһендәр тигәндер инде [ҡарт]. 3. Ураҡсин.
НИЗАҒЛЫ (Р: спорный; И.: disputable; T.: nizah) с.
Үҙ-ара дәғүәле, ҡаршылыҡлы, талашлы, бәхәсле. □ Спорный, конфликтный, скандальный. Низағлы ер. Низағлы ваҡиға.
Низағлы хәл. ■ Сәсәндәргә низағлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә лә ҡатнашырға тура килгән. Ә. Харисов.
НИЗАҒСЫ (Р: скандалист; И.: wrangler; T.: nizacı) и.
Талаш, ыҙғыш сығарыусы кеше, янъялсы; ғауғасы. □ Скандалист. Низағсы әҙәм. Низағсы ҡатын.
НИЗАМ [ғәр. ftki] (Р: порядок; И.: order; T.: nizam) и. иҫк.
1. Тормоштағы, эштәге билдәләнгән, урынлашҡан тәртип. □ Порядок, устройство. Низамға өйрәнеу. Низамға кунеу. Низам урынлаштырыу. ■ Мәҙрәсәләге хәят һәр көн шулай дауам итә. Ул һис бер уҙгәрмәй торған низам булып әуерелгән. М. Ғафури. Әхмәтзәки өсөн атаһы дин һәм донъя белемдәрен, ғәрәп телен уҙләштереуҙә, тормош тәртип-низамдарын, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен тота белеуҙә ғәйәт ҙур роль уйнар. Ғ. Хөсәйенов.
2. Әҙәп ҡағиҙәләре нигеҙендә алынған тәрбиә. □ Воспитание. Низам алған бала.
■ Аяғурә тороп ҡунаҡ һыйлай низам кургән ата балаһы. Халыҡ йырынан.
3. Билдәләнгән ҡағиҙә, ҡанун. □ Закон, положение. Хөкумәт низамы. Ғәскәрлек низамы. Низамды боҙоу. И Шул арала хөкумәт әуәлге налогтар өҫтөнә төтөн башынан йәнә бер ҡәҙәр налог алырға, туйҙарынан пошлина алырға низам сығарҙы. М. Һаҙыев.
НИЗАМЛЫ (Р: дисциплинированный; И.: with good manners; T: nizamlı) с. диал.
Тәртибе һәйбәт булған, әҙәпле; тәрбиәле. □ Дисциплинированный, воспитанный. Низамлы бала. Низамлы синыф. Низамлы уҡыусы.
НИЗАМНАМӘ [фарс. < ғәр. (Р: свод законов; И.: code; T: nizamname) и. иҫк.
Берәй мәсьәләгә арналған ҡағиҙәләр, закондар йыйынтығы. □ Свод законов.
■ [Шәкерт:] Эске низамнамәнең «Шәкерт, мөғәллим уә мөбассир араһындағы мөғәмәлә» тигән булегенең 9-сы цифр менән курһәтелгән ерендә: «Шәкерт мөбассир алдында ике ҡулын тубән төшөрөп туп-тура торор һәм сәләм бирер», — тиелгән. С. Агиш.
556