Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 558


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НИКАХ ҠОЙОУ
НИКАХ ҠОЙОУ (никах ҡой-) ҡ. диал. ҡар. никахлау. Мулла никах ҡойҙо.
НИКАХ ҠЫЙЫУ (никах ҡый-) ҡ. диал. ҡар. никахлау. ■ Никах ҡыйғас, муллаға, ҡоҙаларға буләк бирҙек. Экспедиция материалдарынан.
НИКАХ ҠЫЛЫУ (никах ҡыл-) ҡ. ҡар. никахлау. ■ Мөхәммәд -Харис хәҙрәт .. Иҫәнбаевтарға улы Ғабдуллаһ мәхдумгә ҡәрҙәштәрҙе никах ҡылыу өсөн туй мәжлесенә барҙы. «Ағиҙел», № 9,2010.
НИКАХЛАНЫУ (никахлан-) ҡ. төш. ҡар. никахлау 1—2. страд, от никахлау 1—2. Никахланған ҡатын.
НИКАХЛАУ (никахла-) (Р.: совершать обряд бракосочетания по мусульманскому обычаю; И.: wed smb Moslem style; T.: nikâh kıymak) ҡ.
1. Никах йолаһын башҡарғанда махсус доға уҡып, никахты шәриғәт буйынса раҫлау; никах уҡыу. □ Совершать обряд бракосочетания по мусульманскому обычаю. Никахлап алыу. Никахлап барыу. ■ Никахлап, ат еткән ерҙән ат менән, хат еткән ерҙән хат менән ҡунаҡтар саҡырып, туй уткәрәләр. Әкиәттән. Никахлашҡанда йәрәшеу буләген юғары хөрмәт билдәһе итеп һанайҙар, ә йәрәшеуҙе никахлап нығыталар. Й. Солтанов.
2. Өйләндереү; кейәүгә биреү. □ Женить или выдавать замуж. Йәштәрҙе никахлау. Балаларҙы никахлап ҡуйыу. ■ Байыраҡ кешеләр 15 йәшкә еткәс тә, балаларҙы .. никахлау өсөн яусы йөрөтә башлай. М. Буранғолов.
НИКАХЛАШЫУ (никахлаш-) (Р.: сочетаться браком с кем-л:, И.: marry; T.: nikâh-lanmak) ҡ.
Никах уҡытып, ирле-ҡатынлы булыу; өйләнешеү. □ Сочетаться браком с кем-л., жениться, выходить замуж. ■ Шунда ғына ныҡлап курә Зөләйханың һылыулығын Йософ. Үҙенә тиц итеп, никахлашып өйләнешәләр. «Йософ ҡиссаһы». Башҡаларҙың тормошо сәғәткә буйһонмағанын белә [Әйуп Камалетдинов]: зат-зәуер, туған-тыумаса, никахлашалар, туйға баралар, уләләр, оҙаталар. Т. Ғарипова.
НИКАХЛЫ (Р: вступивший в брак по мусульманскому обычаю; И.: married by Moslem law; T.: nikâhlı) с.
1. Никах (1) уҡытып, кейәүгә бирелгән йәки әйләндерелгән. □ Вступивший в брак по мусульманскому обычаю. Никахлы кейәу.
■ Зөһрә менән Таһир бишектә саҡта уҡ никахта булғандар. «Улар никахлы», — тип, .. тундарының яғаһына яҙып ҡуйғандар. «Таһир менән Зөһрә». [Әсфәндиәр мулла:] Йәмәғәт, иҫәп ҡабул итеу һәм никах уҡыу йолаһы шуның менән тамам. Каһым менән Сафия килен, ошо мәлдән башлап, никахлы ир һәм никахлы бисә! Я. Хамматов. Никахлы кәләше артынан киткән Шағәле тиҙ генә әйләнеп ҡайта алманы. К. Мәргән.
2. Никахы (2) булған, законлаштырылған. □ Состоящий в законном браке; женатый, замужняя. Никахлы тормош. Никахлы ҡатын. Никахлы ғаилә. ■ [Маһинур — Кил-мәтовҡа:] Минең никахлы ирем, ике балам бар. Ә. Хәкимов.
НИКАХ МӘЖЛЕСЕ и. этн. ҡар. никах туйы. Никах мәжлесе уткәреу. ■ Барлыҡ туғандар, яҡындар туңәрәгендә никах мәжлесе утте, буләктәр бирелде, шаулап-гөрләп туй башланды, ҡыҙ ҡушылды. И. Ноғоманов.
НИКАХ ТУЙЫ (Р: свадьба в честь заключения брачного союза, благословенного муллой; И.: Moslem wedding feast; T: nikâh) и. этн.
Никахлашыу уңайы менән ойошторолған мәжлес. □ Свадьба в честь заключения брачного союза, благословенного муллой.
■ Башҡорт халҡының төрлө төбәктәрендә туйҙар (никах туйы, бәпес туйы, һырға туйы) төрлөсә уҙа. М. Хәйҙәров.
НИКАХ УҠЫУ (никах уҡы-) (Р: читать никах; И.: read Moslem wedding prayer; T: nikâh kıymak) ҡ. дини.
Никах йолаһын башҡарғанда махсус доға уҡып, никахты шәриғәтсә раҫлау. □ Читать никах. Никах уҡыу йолаһы. ■ Сабыйға исем ҡушаһыңмы, йәрәшкәндәргә никах уҡыйһыңмы, бәғзегә атап Ҡөрьән бағышлайһыңмы, кемделер һуңғы юлына оҙатып ясин сығаһыңмы — әҙәмдең рухы менән бағлы рухани ғибәҙәттәр бит һәммәһе. Ғ. Хөсәйенов.
558