НИКЕЛЛӘҮ
Ул [мулла] әғүзе бисмилла менән башлап никах уҡырға кереште. Һ. Дәүләтшина.
НИКАХҺЫҘ I (Р.: не вступивший в брак (по мусульманскому обычаю); И.: not married by Moslem law; T.: nikâhsız) c.
1. дини. Никах (1) уҡылмаған, никах менән нығытылмаған. □ Не вступивший в брак (по мусульманскому обычаю). Никахһыҙ ҡатын. Никахһыҙ ғаиләле. ■ [Сабира:] Никахһыҙ туйҙы шәриғәт ҡабул итмәй, тиҙәр бит, Иркәбикә апай. М. Кәрим.
2. Никахтан (2) үтмәгән, законлаштырылмаған. □ Внебрачный; незаконный; гражданский. Никахһыҙ тормош. Никахһыҙ бәйләнеш. Никахһыҙ бала. ■ Никахһыҙ ғаилә ҡороу — йәмғиәтебеҙҙәге көнүҙәк проблемаларҙың береһе. «Башҡортостан», 4 февраль 2011.
НИКАХҺЫҘ II (Р.: вне законного брака; И.: living in sin; T.: nikâhsız) 77.
Никахты законлаштырмайынса. □ Вне законного брака. Никахһыҙ йәшәу. Никахһыҙ тыуған бала. ■ Хәҙер, уртаса алғанда, ғаиләлә бер бала тәрбиәләнә. Шулай уҡ никахһыҙ тыуған сабыйҙар һаны арта. «Йәшлек», 17 апрель 2012. Был ғаилә рәсми никахһыҙ алты йыл йәшәй, береһенән-береһе бәләкәй өс балалары бар. Интернет селтәренән.
НИКАХ ҺЫУЫ (Р: вода бракосочетания; И.: Moslem wedlock beverage; T.: nikâh suyu) и. этн.
Никах ваҡытында килен менән кейәүгә эсерелгән һыу. □ Вода бракосочетания. ■ Никах һыуын эсергәндә, мулла: «Мөхәббәтегеҙ татлы булһын! — ти. — Мин никах һыуы эсерһәм, ир менән ҡатын, айырылам, тиһә лә, айырылыша алмай», — ти. Халыҡ ижадынан.
НИКАХ ЯҢЫРТЫУ (Р: обряд закрепления брака; И.: fixation of Moslem wedlock; T.: nikâh yenileme) и. этн.
Никахта тороуҙың ниндәйҙер шарты боҙолғанда, никахты яңынан уҡыу йолаһы. □ Обряд закрепления брака, доел. Обновление брака. Я Никах боҙолһа, аралар һыуынһа, никах яңыртыу үткәрәләр. Башҡорт мифологияһынан. [Аҫылбикә —
Юлғотлоға:] һин ана шул никах яңыртҡас та, ҡайтып китмәй, киленгә ҡушылып ҡайтһаң, ул саҡта, ул да, һине күргәс, никах яңыртырға үҙе риза булып торған бит. М. Буранғолов.
НИКЕЛИН [рус.] (Р: никелин; И.: nickeline; T.: nikolit) и.
1. Никель рудаһының береһе, ҡыҙыл никель колчеданы. □ Никелин. Никелин сифаттары. Никелинды сәнәғәттә ҡулланыу ысулдары.
2. Баҡыр менән никель иретмәһе. □ Никелин. Никелин тығыҙлығы. Никелиндың сағыштырма йылы һыйышлығы.
НИКЕЛЛЕ (Р: никелевый; И.: nickel; Т.: nikelli) с.
1. Составында никель булған. □ Никелевый. Никелле руда. Никелле иретмә. Никелле аккумулятор.
2. Никель ялатылған, никелләнгән. □ Никелированный. Никелле сәйнүк. Никелле һауыт-һаба. ■ Шунда уҡ Кәмилә менән икәү [Шөкөр] күпертеп түшәк, яҫтыҡ һалынған никелле карауат күтәреп сығалар. М. Кәрим. Ҡупшы кейенгән ҡыҙҙарҙың сигеүле таҫтамалдар, аҡ самауыр, һауыт-һаба, никелле карауат, тағы ла әллә нәмәләр тотоп, урам буйлап килгәнен күреп, Ғәмбәров ғәжәпләнмәне. Ш. Янбаев. Түрҙә йыйыштырып ҡуйылған никелле тимер карауат, уртала клеёнка йәйелгән түңәрәк өҫтәл. Ф. Әсәнов.
НИКЕЛЛӘНЕҮ (никеллән-) ҡ. төш. ҡар. никелләү, страд, от никелләү. Никелләнгән сәйнүк. Никелләнгән ҡалаҡ. ■ Үҙҙәре [Нурғәле ағай менән Таңсулпан еңгә] йоҡлай торған бүлмә эсендәге никелләнгән карауаттарын йомшаҡ йөн одеялдар, ап-аҡ тышлы мендәрҙәр менән йыйыштырып ҡуйғандар. Ф. Әсәнов.
НИКЕЛЛӘТЕҮ (никелләт-) ҡ. йөкм. ҡар. никелләү, понуд. от никелләү. Һауыт-Һабаны никелләтеү. Никелләтеп эшләү. Самауырҙы никелләтеү.
НИКЕЛЛӘҮ (никеллә-) (Р: никелировать; И.: nickel; nickelize; T.: nikellemek) ҡ.
Никель ялатыу. □ Никелировать, покрывать никелем. // Никелирование, ни-
559