Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 561


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

нимәкәй
тибә башлай, йәне кукрәгенән сығып шул ҡыҙға кусер төҫлө тойола, ә бының нилектән икәнен ул уҙе лә белмәй. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». [Дая — Зөләйхаға:] Әй, ҡатын, һиңә ниҙәр булды, ни сәбәптән был хәлгә төштөң имде? Йә, куҙ бағам, нилектән куңелең тар? «Ҡиссаи Йософ».
НИМЕС [рус. немец] и. һөйл. ҡар. немец. Нимес теле. Нимес ҡатыны. ■ Был яҡҡа иҫкән ел алып килгән берсә тамаҡ төбө, берсә танау буйынан ят телдә һөйләшкән тауыштарҙы ишетеп ул [Мөхәмәтша], нимес шулай яҡынмы икән ни, тип уйлап та алды. М. Хужин. Пушкалар ата, гранаталар шартлай, миналар ярыла, автоматтар тырылдай — әллә нимес улемесле ут яуҙыра, әллә уҙебеҙҙекеләр, айырып алырлыҡ тугел. Г. Яҡупова.
НИМЕС БОРСАҒЫ и. бот. диал. ҡар. ноҡот I, 1. Нимес борсағы сәсеу. Нимес борсағын йыйып алыу. Нимес борсағы орлоғо.
НИМЕССӘ/?. һөйл. ҡар. немецса. Нимессә һөйләшеу. Нимессә һупалау. ■ [Ғәбделхәй Корбанғәлиев:] Донъя кургән кеше [Шәриф Манатов], белемле, Петербурҙа уҡыған. Французса ла, нимессә лә белә, ғәрәпсәне һыу кеуек әсә. Р. Байымов.
НИМУЙ [рус. немой] (Р.: немой; И.: dumb; speechless; T.: dilsiz) с. һөйл. ҡар. телһеҙ.
1. Тыумыштан һаңғырау булыуҙан йәки башҡа ауырыуҙан тел белмәгән, һөйләшә алмаған. □ Немой. Нимуй кеше. Нимуй бала. Был бала тыумыштан нимуй ул.
2. кусм. Аҡылға самалы, аңра. □ Глупый, тупой. Нимуй кеше кеуек тороу. Нимуй кеше кеуек һөйләшеу.
НИМФА [рус. < гр. путрһё] (Р: нимфа; И.: nymph; T.: peri) и. миф.
Боронғо грек мифологияһында: тәбиғәт көстәрен кәүҙәләндергән алиһә. □ Нимфа. Йылға нимфаһы. Һыу нимфаһы. Нимфа матурлығы.
НИМӘ (Р: что?; И.: what?; Т: не?) һор. а.
1. Эш-хәл йәки берәй нәмә тураһындағы һорауҙы белдерә; ни? □ Что? Нимә булды? Нимә һөйләй? Нимә кәрәк? ■ Кенәз Григорий Семёнович, аптырап, Петербург-
ка сапҡындар ебәрҙе. Әммә уларҙан да бер ниндәй хәбәр ишетелмәй. Нимә булды икән? Хәҙер ниндәй әмәлен табырға? Я. Хамматов. Ул Баймырҙа ауылына алып бара. Нимә көтә унда Кәбирҙе? Яр. Вәлиев.
2. Һорау һөйләмдең башында һорауҙы көсәйтеү өсөн ҡулланыла. □ Что? (употребляется для усиления вопроса). Нимә, ҡайттыцмы? Нимә, тапманыцмы ни? ■ [Мырҙабай — улына:] Һин нимә, ысынлап китергә уйлайһыцмы әллә? Н. Мусин. [Следователь — Бикбулатҡа:] Нимә, эшлектән сығыуыц етмәнеме ни? Йәнецде йәһәннәмгә ебәргәнде көтәһеңме? Ғ. Хөсәйенов.
3. һөйләмдә атап күрһәтелмәгән билдәһеҙ эш-хәл йәки нәмәне белдереү өсөн ҡулланыла; ни. □ Что. ■ Ҡәрҙәштәре уның [Йәһуҙәнең] өнөн ишетмәне, ҡаты ҡысҡырырға көсө һис етмәне, уҙе менән нимә булған — ул белмәне. «Ҡиссаи Йософ». [Емеш] «ҡыҙыл мөйөш»тә нимә хаҡындалыр ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәсләшкән Иштуған менән Хамматтың һуҙенә ҡолаҡ һалырға ла онотмай. 3. Биишева.
4. Эш-хәл йәки нәмәгә ҡарата ниндәйҙер мөнәсәбәтте белдергән риторик һорауҙы аңлата; ни?! □ вопр. мест. Что?! (в риторических вопросах). Үҙе нимә лә эше нимә?! ■ Бик курергә кәрәк булһа, [Батыргәрәй] янына көн дә барып әйләнә ала [Азамат ]. Илле саҡрым ара нимә генә тора уның өсөн! Р. Солтангәрәев.
5. Нимәнелер кире ҡаҡҡан йәки уға шик белдергән риторик һорауҙы аңлата; ни?! ниндәй?! □ Что?! Какой?! ■ [Фәхри:] Ҡуйсәле, шуның тартылдарының нимә ҡыҙығы бар?! Б. Бикбай.
6. Ни сәбәп менән, ни өсөн, ниңә. □ Почему, как. ■ [Маянһылыу:] Нимә юҡты һамаҡлап, ҡанға тоҙ һалып йөрөйһөң, бысаҡ ҡаҙалғыр. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». [Зәйни — Ғәйфуллаға:] Нимә юҡты соҡонаһың? Суптән сумәлә өйәһең, ә дөйәләйен курмәйһең. Ғ. Хисамов.
НИМӘКӘЙ һор. а. һөйл. ҡар. нимә 1,
2. ■ [Шәурә — Иштуғанға:] Беҙҙә бер кем дә теш таҙартмай ул. Нимәкәй менән таҙартаһың уны? 3. Биишева. [Ауыл халҡы:]
561