Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 562


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НИМӘЛЕР
Һәммәбеҙҙә баш ҡайғыһы булған саҡта, донъя малы нимәкәй ул? Н. Мусин.
НИМӘЛЕР билдһ. а. ҡар. ниҙер. ■ [Гөлбикә ] ауыҙын асып, нимәлер әйтмәксе булып уҡтала ла туҡтап ҡала. М. Буранғолов. Ҡатын яуап бирәһе урынға ашыға-ашыға ҡул сумкаһынан нимәлер эҙләргә кереште. М. Ямалетдинов. Рәмилдец мурҙаны ҡуҙғатыу ы булды, уның эсендә нимәлер шаптыр-шаптор килеп бәргеләнергә тотондо. Р. Ҡол-Дәүләт.
НИМӘРӘ [фарс. (Р.: праправнук; И.: great-grandson, great grandson; T.: torun oğlu) и. диал.
1. Ейән йәки ейәнсәрҙең балалары; бүлә, бүләсәр. □ Праправнук (четвёртое колено в родословной). ■ [Иҙеукәй:] Уралымды атам тип, дурт йылғаһын әсәм тип, шишмәләрен тыуасам тип, нимәрәләй куреп урманын, ейәнсәләй — ҡоштарын, ете ят-тай — йәнлеген, — барын танып белгән һуң, һаҙаҡ атмай туҡтаным. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». • Нимәрә нимәһен бирә? Итен ашап, һөйәген бирә. Мәҡәл.
2. Дүртенсе быуын балалар (бер-бере-һенә ҡарата). □ Четвероюродные родственники. Нимәрәләр осрашты. Нимәрәләр йыйылышты.
НИМӘҺЕ (Р: с какой целью?; И.: what for?; T: niçin) а. һөйл.
Эш-хәлгә кире мөнәсәбәт белдергәндә әйтелә; ниндәй сәбәп менән, ни өсөн, ниңә. □ С какой целью? Зачем? Что? Нимәһе уны алып килдең? Нимәһе аптырайһың? Нимәһе ҡарап тораһың? ■ [Ҡаҙанкап:] Йә, етте һиңә! Нимәһе өҙмәйһең дә ҡуймайһың? Һ. Дәүләтшина.
НИМӘҺЕНӘ р. ҡар. нимәһе. Нимәһенә аптырап ҡалдың? ■ [Аҡһаҡ Тимер:]Был ни эш? Нимәһенә һуң был ҡаланы алып булмай әле? Сере нимәлә һуң бының? Риүәйәттән. [Хөснулла — Кинйәғолға:] Нимәһенә хәжәт булды әле минең сират? Ә. Әминев.
НИНДЗЯ [рус. < япон. nindzia} (Р: ниндзя; И.: ninja; Т.: ninja) и.
Урта быуаттарҙағы Японияла шымсы һәм аҡсаға ялланған үлтереүсе. □ Ниндзя.
Ниндзя мәктәбе. Ниндзя кейемдәре. Ниндзя ҡоралы.
НИНДӘЙ (Р: какой?; И.: what, which?; T.: hangi, nasıl) hop. a.
1. Ниндәйҙер кешенең, нәмәнең сифаты йәки эш-хәлдең рәүеше тураһындағы һорауҙы белдерә. □ Какой? Каков? Ниндәй ҡала? Ниндәй икмәк алырға? Ниндәй буләк бирергә? ■ Барыһы ла килгән, ти, Уралды һырып алған, ти: «Тәңре бирмәҫ ярҙамды беҙгә, егет, атҡарҙың, ил ҡаплаған яуыздың утлы яуын аҡтарҙың. Инде, егет, нишләйек, ниндәй буләк бирәйек?» «Урал батыр». [Нәжми:] Мине ултереп, байғуралар, ниндәй еңеу алдығыҙ? Ҡалған дуҫтар, минең өсөн уларҙан ус алығыҙ. Бәйеттән. • Ишек: «Был ниндәй тишек?» — тип тәҙрәнән көлгән, ти. Әйтем.
2. һөйләмдә эш-хәл йәки нәмәнең атап күрһәтелмәгән рәүешен, сифатын белдерә. □ Какой. ■ Ҡарабай батыр арыған юлсыны борсомаҫ өсөн, уның бында ниндәй йомош менән килеуен һорашып тормай, тирмәгә индереп, турҙәге аҫыл келәм өҫтөнә йәйелгән тушәктән ял итер өсөн урын бирә. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Ниндәй генә эш булһа ла, малай бик тиҙ, бик һәйбәт эшләй. «Алпамыша». Әкиәттәребеҙҙәге батырҙар, атаҡлы Урал батыр тереклек һыуы эҙләп ниндәй генә илдәр, ерҙәр гиҙмәй, һыу аҫты батшалыҡтарын, ҡараңғылыҡ илдәрен утеп сыҡмай ҙа купме кәртәләрҙе уҙмай. Ғ. Хөсәйенов. • Дуҫың ниндәй — ҡәҙерең шундай. Мәҡәл. Инәһе ниндәй — ҡыҙы шундай. Мәҡәл. Усағы ниндәй — ялҡыны шундай. Мәҡәл.
3. Нимәнелер кире ҡаҡҡан риторик һорауҙы аңлата. □ Что, что за. Ниндәй туған булһын ул һиңә! Ниндәй һуҙ был! ■ [Өлкән тәрбиәсе — Йәмил менән Дамирға:] Ул ниндәй һуҙ тағы! Йәгеҙ, туҡтағыҙ! Р. Байбулатов.
4. Өндәш һөйләмдәрҙә эш-хәлдең рәүешенә йәки нимәнеңдер сифатына ҡарата һоҡланыу, аптырау йә башҡа төрлө мөнәсәбәт белдергәндә ҡулланыла. □ Какой. ■ Халыҡ уға хөрмәт менән ҡарай: «Ниндәй кеше! Курсе буй-һынын!» Уйлай ул да уҙен, куктән ашҡан, бөйөк маяҡ менән тиң ҡуйып!
562
1