ни өсөн
Р. Назаров. Ниндәй матур, талғын йырлай Аҡйондоҙ. М. Кәрим. Ниндәй ғәҙелһеҙлек! Ниндәй хурлыҡ! Ядкәр мырҙаның хатта уҙенә махсус төбәлгән урыны ла юҡ! К. Мәргән. Йылғаның тирә-яғы ниндәй матур. Я. Хамматов.
♦ Ниндәй елдәр ташланы? көтмәгәндә йәки оҙаҡ ваҡыт күрешмәгән кешене осратҡанда аптырау белдереп әйтелә. □ Какими судьбами? ■ [Ҡарт — юламандарға:] Был тарафтарға ниндәй елдәр ташланы һеҙҙе? «Зөһрә менән Алдар». [Фәхри:] Ҡуп-тән куренгәнең юҡ ине, ниндәй елдәр ташланы? Ф. Әсәнов.
НИНДӘЙҘЕР (Р: какой-то; И.: some; Т.: bir) билдһ. а.
Кем йәки нимә икәне билдәһеҙ; әллә ниндәй. □ Какой-то, какая-то, какое-то. Ниндәйҙер бер тәртипкә һалыу. Ниндәйҙер бер мәлдә. ■ Ҡарабайҙың теге яман арыҫланды ултереуе, уға ниндәйҙер бер аҡһаҡалдың килеп китеуе, йәш ҡатынының ауырға ҡалыуы тураһындағы хәбәр шунда уҡ башҡорт-ҡырғыҙ ырыуҙарына таралып та өлгөрә. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Юлбат йоҡламай. Төнгө тынлыҡты тыңлап ултыра торғас, ниндәйҙер аттың тояҡ тауышын ишетә. Әкиәттән.
НИНДӘЙ ҘӘ БУЛҺА (Р: какой-нибудь; И.: any, some; T.: herhangi bir) hop. a.
Берәй төрлө. □ Какой-нибудь. Ниндәй ҙә булһа яуап ҡайтарыу. ■ Ниндәй ҙә булһа ҡырға тайпылыу, көтөлмәгән уңышһыҙлыҡҡа осрау [Федотовтың] башына ла килмәне. Ә. Хәкимов. Тыйнаҡ ҡиәфәтле был ҡыҙҙы кургән һайын уның [Солтановтың] куңеленә йылы йугерә, уға ниндәй ҙә булһа һуҙ ҡушҡыһы килә. Н. Мусин.
НИНДӘЙЕН (Р: как; какой!; И.: how!; what a!; T: ne kadar!) hop. a.
Өндәш һөйләмдәрҙә эш-хәлдең рәүешенә йәки нимәнеңдер сифатына ҡарата һоҡланыу, аптырау кеүек мөнәсәбәт белдергәндә ҡулланыла; ниндәй. □ Как; какой; какая; какое. Ниндәйен матур! Ниндәйен ҡаты! ■ Тыуған ерҙе данлар өсөн сәсәндәр ниндәйен генә матур һуҙҙәр уйлап тапмаған. Л. Якшыбаева. Уҡый-яҙа белмәгән Хәҙисә
был яҙыуҙың эсендә ниндәйен шатлыҡ йәки ниндәйен ҡурҡыныс урынлашҡанын белмәне. Ғ. Хәйри.
НИҢГЕҘ (Р: море; И.: sea; T.: deniz) и. диал. ҡар. диңгеҙ.
Ниндәйҙер кимәлдә ҡоро ер менән уратып алынған донъя океанының бер өлөшө. □ Море. / Морской. Ниңгеҙ балығы. Ниңгеҙ һыуы. Ниңгеҙҙә йөҙөу.
НИҢӘ (Р: для чего?; И.: what for?; wherefore; T: niçin) hop. a.
1. Ниндәй маҡсат менән, ни өсөн? □ Для чего? Зачем? С какой целью? Ниңә кәрәк булды? Ниңә һуң? ■ [Батша — Уралға:] Ниңә йолам боҙаһың, бармай ваҡыт һуҙаһың? «Урал батыр». [Йәләлетдин — Әмир-гә:] Етмәгән ерең юҡ! Ниңә кәрәк булды һиңә ул ҡағыҙ бысратыусы? Ә. Хәкимов. • Батыр «дошман ҡыуҙым» тиер, ҡурҡаҡ «ниңә тыуҙым» тиер. Мәҡәл.
2. Ниндәй сәбәп менән, нилектән, ни өсөн. □ Почему? По какой причине? Ниңә ҡайтманың? Ниңә куреп китмәнең? ■ [Һыуһылыу:] Заятуләк, һиңә ни булды, ниңә моңаяһың? «Заятүләк менән һыуһылыу». [Амантаев — Баязитовҡа:] Ниңә саҡыртҡайнығыҙ? Р. Солтангәрәев. [Сәйфелмөлөк:] Атай, ниңә саҡырҙың? «Таһир менән Зөһрә».
НИҢӘЛЕР (Р: почему-то; И.: somehow; for some reason or other; T: nedense) билдһ. a.
Ни өсөндөр, ни сәбәптәндер. □ Почему-то, по какой-то причине, что-то. Ниңәлер килмәне. Ниңәлер тауышланды. ■ Тик уның [Ҡыҙырастың] был эше ниңәлер барып сыҡмай әле. 3. Биишева. [Байыҡ:] Ниңәлер һулпән туйығыҙ — улек сығыр өй һымаҡ! Ҡобайырҙан. Десятский, куптән куп, һалдаттары йөҙҙән куп; яңылары ниңәлер өҫтө-өҫтөнә дәхи куп. Бәйеттән.
НИ ӨСӨН (Р: почему?; И.: why?; Т: niçin?) һор. а.
1. Эш-хәлдең сәбәбенә ҡарата ҡуйыла торған һорау алмашы хеҙмәтен үтәй; ниңә? нишләп? □ Почему? Зачем? Отчего? С какой стати? Для чего? ■ [Ҡатыны — батшаға:] Ҡыҙҙарың ебәргән ул алмаларҙы. Ни өсөн икәнен беләһеңме? Әкиәттән. [Ишти]
563