Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 565


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НИСЕК
Хәрәкәт итеүсе материяны арауыҡ һәм ваҡыт яғынан тикшерә торған теория; сағыштырмалылыҡ теорияһы. □ Теория относительности. Эйнштейндыц нисбәтлек теорияһы. Нисбәтлек теорияһы формулаһы.
НИСБӘТҺЕҘ (Р.: диспропорциональный; И.: disproportional; T: nispetsiz) с.
Пропорцияһы булмаған, пропорцияһыҙ.
□ Диспропорциональный, непропорциональный. Нисбәтһеҙ үҫеш.
НИСБӘТҺЕҘЛЕК (нисбәтһеҙлеге) (Р: диспропорция; И.: disproportion; T: nispetsizlik) и.
Бер бөтөн өлөштәрҙең йәки үҙ-ара мөнәсәбәтле нәмәләрҙең ғәҙәти сағыштырмаһы юғалыу, тигеҙһеҙлек. □ Диспропорция. Ауыл хужалығы үҫешендәге нисбәтһеҙлек.
НИСБӘТӘН [ғәр. (Р: относительно; И.: in relation to; relatively; T: nispeten) р.
Кемгәлер йәки нимәгәлер бәйләнешле рәүештә, сағыштырғанда. □ Относительно, в соотношении. ■ Әгәр ошо вазифаһына тоғро булып ҡалһа, ул [Любомир], замандар үткәс, Жюльен Сорель менән Любомир Зухҡа мыҫҡыллап, хатта нәфрәтләнеп, өҫтән аҫҡа ҡараясаҡ, мөхәббәткә нисбәтән аҡланмаған хыялдары өсөн ғәйепләп, уларҙы ялғансыға сығарасаҡ. М. Кәрим. [Ҡылтас Зирәк — егеткә:] Тәңре эшенә ҡыҫылма, йәшһең. Тәүҙә һиңә нисбәтән өс ғүмер артыҡ йәшәгән арҙаҡлы уҙамандар һөйләһен! Ә. Хәкимов.
НИСЕК (Р: как?; И.: how?; T: nasıl?) һор. а.
1. Эш-хәрәкәт йәки хәлдең башҡарылыш, булмыш рәүешен, сифатын һорауҙы белдерә; ни рәүешле? □ Как? Каким образом? Хәлдәр нисек? Сәләмәтлек нисек? Нисек эшләп йөрөйһөң? ■ [Мәхмүт:] Ҡорбанғәле, өйөрмә өйрөлдөрөп Рәсәйҙән ситкә, әллә ҡайҙа диңгеҙ аръяғына, илтеп ташланы, ти. Ҡайтыр юлды нисек табырһың? М. Кәрим. [Рәмил:] Тик ни эшләргә һуң хәҙер? Нисек төҙәтергә был хатаны? Нисек аҡланырға? Ф. Әсәнов.
2. Эш-хәрәкәт йәки хәлдең башҡарылыш, булмыш рәүешенә ҡарата төрлө хис һәм мөнәсәбәт белдергән риторик һорауҙы аңлата; ни рәүешле? □ Как? ■ Эй, теге [ҡош] тулай, егетте бер күккә сөйә, бер
ергә килтереп бәрә, нисек кенә түҙәһең! Әкиәттән. Емештең ағаһы менән еңгәһенә ҡарап ҡыуанып та, һоҡланып та бөтә алмаған сағы. Нисек үҫкәндәр, үҙгәргәндәр улар! 3. Биишева. [Вася:] Их Айбулат, Була-тик, белһәң ине минең нисек уҡығым килеүен! Һ. Дәүләтшина.
3. Эш-хәрәкәт йәки хәлдең билдәләнмәгән рәүешен белдерә; ни рәүешле. □ Как, каким образом. Был хәлдән нисек ҡотолоу юлын табырға кәрәк. ■ Был батырҙар ҙа илендә хандан зарлана икән, нисек итеп яу башларға аптырашталар икән. Ҡобайырҙан. Ҡуҙыйкүрпәс, атаһын юғалтыуға нисек кенә ҡайғырмаһын, әсәһенең был һүҙҙәрен ишеткәс, күңеле күтәрелеп китә. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». [Ҡыҙ] йомошон йомошлаған да нисек кире ҡайтырға белмәй йөрөй. Н. Мусин. • Заманың нисек булһа, бүркеңде шулай кей. Мәҡәл. Нисек итһәң ит, моратыңа ет. Мәҡәл. Нисек өйрәнһәң, шулай китә. Мәҡәл. Эштең башы нисек — ахыры шулай бөтөр. Мәҡәл. Бөгөн былай, иртәгә әллә нисек. Мәҡәл.
4. Эш-хәрәкәт йәки хәлдең мөмкинлеге хаҡындағы һорауҙы белдерә; ни хәл итеп? □ Как? ■ [Ҡарсыҡ — хужабикәгә:] Нисек ҡурҡмай өйөңә индерҙең уларҙы [балаларҙы]? Берәй ваҡыт, үҙең өйҙә юҡта, бөтә донъяңды әрсеп китерҙәр әле. С. Агиш.
5. Эш-хәлдең булмышы тураһындағы дөйөм инеш һорауҙы аңлата. □ Как? Ну как? Нисек, оҡшаймы һуң үҙеңә? ■ [Ҡаһым — Сафияға:] Йә, нисек, беҙҙең йылға буйы оҡшанымы? Я. Хамматов. [Моратов — Ғилманға:] Нисек, эшкә өйрәнеп буламы һуң? Н. Мусин.
❖ Нисек ер күтәрә насар эште күп ҡылған, үтә гөнаһлы кешегә ҡарата асыу менән әйтелә. □ Как земля носит (держит, терпит), как его, грешника, мать-сыра земля носит! (о дурном человеке). ■ [Ҡатын:] Ер бит! Ҡемдән тыуған да, нисек ер күтәрә был әҙәм аҡтығын! Р. Солтангәрәев. Нисек етте шулай 1) төрлө хәйләһен, әмәлен табып (еңеп сығыу, берәй эш башҡарыу). □ Кое-как, насилу. ■ Егет урман, тауҙар үтеп бара, бүреләр көтөүенә осрай, нисек етте шулай бүреләрҙән ҡасып ҡотола, ти. Әкиәттән.
565