Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 566


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НИСЕК БУЛҺА ЛА
[Таһир менән Зөһрә] нисек етте шулай, ярға тартып сығаралар, һыуҙа шешенеп, буртенеп киткән тирене сисеп ебәрһәләр, ни куҙҙәре менән курһендәр һыу һөлөгө шикелле егет килеп сыға. «Таһир менән Зөһрә»; 2) теләһә ҡайһылай, тәртипһеҙ рәүештә. □ Как попало, кое-как. Нисек етте шулай эшләу. ■ Елмерҙәк ауылының берҙән-бер оло урамындағы өйҙәр хужалары тарафынан нисек етте шулай, уҙ белдектәренә арҡыс-торҡос итеп һалынған. Я. Хамматов. [Әминә] унан әйберҙәрен нисек етте шулай бөтәрләп һандығына кире тығып ҡуйҙы ла, ҡараштары һурелеп, ҡабат йорт эштәренә тотоноп китте. Р. Байымов.
НИСЕК БУЛҺА ЛА (Р: во что бы то ни стало; И.: anyhow; at all accounts; T: her ne pahasına olursa olsun) p.
Ниндәйҙер булһа бер әмәл менән. □ Во что бы то ни стало; как-нибудь, любой ценой. И Мэймунэ ханым иһә куңеленә оҡшай ҡалған йәш ирҙе .. нисек булһа ла уҙ янынан ыскындырмау хыялы менән йәшәне. Б. Бикбай. Егет һис бер йоҡламай, керпек тә ҡаҡмай, нисек булһа ла туҙергә тырыша. Әкиәттән.
НИСЕК КӘРӘК (Р: кое-как; И.: in a slipshod fashion; T: zarzor)/?.
Көс-хәл менән, саҡ-саҡ әмәлен табып. □ Кое-как, с трудом. ■ Үҙе әйтмешләй, «ел яғына ҡабыҡ ҡороп», нисек кәрәк донъя көтөусе Сәмиғулла, ҡәйнеше уҙендә торғас, уныц малын алып ҡайтыуҙы ла кәрәк тапты. Ж. Кейекбаев. Феропонт, уҙен нисек кәрәк шулай тынысландырып, ҡаушағанын һиҙҙермәҫкә тырышты. 3. Биишева.
НИСЕКТЕР (Р: как-то; И.: somehow; Т: nasılsa) билдһ. а.
1. Эш-хәрәкәттең башҡарылыу рәүешен дөрөҫ кенә итеп билдәләп булмағанда әйтелә; ниндәйҙер юл йәки сара менән. □ Как-то. ■ Бер батыр ир килгән дә, урлапмылыр, нисектер, шул таяҡты алған да — батшаһын да һөргән, ти, бөтә илен алған, ти. «Урал батыр». Урман эсе нисектер ҡараңғыланып киткәйне. Н. Мусин.
2. Эш-хәл йәки нәмәнең берәй рәүеше, сифаты ныҡ билдәле булмаған саҡта әйтелә; ни рәүешлелер. □ Каким-то об
разом. ■ Алтынбайҙың бөгөлөп-һығылып баш эйеуе нисектер бик йәпһеҙ килеп сыҡты. 3. Ураҡсин. Был юлы алсаҡ Сәрбиямал нисектер йәл булып китте Яубаҫаровҡа. Д. Бүләков. Талипов ишек төбөндә эленеп торған пальтоһын алып кейгәндә, Сәғиҙә уның һул ҡулын нисектер ипһеҙерәк то-тоуына иғтибар итте. М. Тажи.
НИСҮБӘК (нисүбәге) (Р: татарник; И.: thistle; T: eşek dikeni) и. диал. ҡар. шайтан таяғы.
Ойошма сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскәк япраҡлы, алһыу күк йомро сәскәле сүп үләне. □ Татарник, чертополох (лат. Carduus). Нисубәк тамыры. Нисубәк яланды баҫты. Нисубәк сәскә атҡан ваҡыт.
НИСФЫ ЛӘЙЕЛ [ғәр. сУ (Р: полночь; И.: midnight; T: gece yarısı) и. иҫк.
Төн уртаһы. □ Полночь. Нисфы ләйелдә. Нисфы ләйел яҡынлашты. Нисфы ләйел ваҡыты.
НИСФЫ НАҺАР [ғәр. (Р: пол-
день; И.: noon; T: öğle) и. иҫк.
Көн уртаһы, төш ваҡыты. □ Полдень. Нисфы наһарға барып етеу. Нисфы наһарҙы көтөу.
НИСЫФ [ғәр. (Р: половина; И.: half; T: yan, yanın) и. иҫк.
Нимәнелер тигеҙ итеп икегә, уртаға бүлгәндән килеп сыҡҡан өлөш; ярты. □ Половина.
НИСӘ (Р: сколько?; И.: how much? how many?; T: kaç?; ne kadar?) hop. a.
1. Күләм, дәүмәл, һан тураһындағы һорауҙы белдерә; күпме? □ Сколько? Нисә китап? Нисә көндән килергә? Нисә һум тора? ■ Салауат нисә йәшендә? Йәшел генә бурке башында, Салауаттың йәшен һораһағыҙ, егерме лә ике йәшендә. Бәйеттән. Аҡ тәпэнкәйҙәрҙең ҡымыҙы тәмле, нисә икән һауған бейәһе? Уйнап та ғына көлөп ултырайыҡ, ҡыуанып та ҡалһын эйәһе. Халыҡ йырынан.
2. Атап күрһәтелмәгән, билдәләнмәгән һанды белдереү өсөн ҡулланыла. □ Сколько. Нисә көндөр инде, килгәне юҡ. Нисә йыл уткәндер инде, ҡайтып әйләнгәне юҡ. И Йылҡы малының нисә баш икәнен
566