НИСӘНСЕЛЕР
белеу тугел, нисә өйөр икәнен дә һанап сыҡҡыһыҙ. Риүәйәттән, һауаларҙа йондоҙ, ай, нисәлер, нисә һанаһам, шунса кусәлер, нисә генә айҙар, нисә йылдар рәхәт курмәй ғумер кисәлер. Халыҡ йырынан.
3. һан яғынан күп булғанды белдерә; нисәмә. □ Сколько. ■ [Басариев менән Азамат] нисә йыл бергә эшләп, беренсе тапҡыр шулай куцелдәрен ышанып асып ултыралар. Р. Солтангәрәев. [Зөләйха — Йософҡа:] Мин һине бала саҡта төшөмдә курҙем, шунан бирле матурлығыңа ғашиҡ булдым, нисә йылдан бирле теләгем ҡабул булды, моратыма бөгөн ирешермен имде. «Ҡиссаи Йософ». Батша нисә көндәр илап ғумерен уткәргән. «Сәйфелмөлөк». [Урал:] Батша тигән нәмәне, кеше һуйыр йоланы ишетеп тә, куреп тә, нисә йылдар йөрөп тә, һис бер ерҙә курмәнем, барлығын да белмәнем. «Урал батыр». • Нисә сәйнәһәң дә, бер балыҡ башы. Мәҡәл.
4. Кире эйәрсән һөйләмдә, эш-хәрәкәттең күп тапҡыр ҡабатланғанын белдерә; күпме. □ Сколько. ■ Үҙе [Батыргәрәй] һис тә өйөнә йоҡманы, нисә ҡарама шул тракторында, сәсеу, ураҡ, сөгөлдөр тине лә сапты. Ә. Әминев. [Демьянов:] Нисә ҡарама, [тотҡон] йоҡлай, иптәш лейтенант, бер ҡабырғаһынан икенсеһенә әйләнеп тә ятмай хатта. М. Кәрим.
НИСӘГӘН и. диал. ҡар. мисәү II, 2. Нисәгәндең йугәнен һалдырыу. Нисәгәнде егеу.
НИСӘЛЕ (Р: какой; И.: what (size); T.: kaçlı) hop. a.
1. Нимәнеңдер үлсәме тураһындағы һорауҙы белдерә. □ Какой? (о размере обуви, величине чего л.). Нисәле итек? Нисәле лампочка? ■ [Рамазан — Ваняға:] Нисәле куҙлек кейәһең? Ә. Хәкимов.
2. Уҡыусының белем кимәлен һәм тәртибен күрһәткән баһа тураһында һорағанда ҡулланыла. □ Сколько? Нисәле алдың? Нисәле ҡуйҙың? ■ Бөтөнләй ук имтихандан азат тугел ул [Тулыбай], исем өсөн генә барып әйләнә, тегендә бик ҡаты әйтеп, иҫкәртеп ҡуйылған, туған, нисәле ҡуйһам упкәләмәйһең, эшең бик ҡаты шул, тигән булалар. Д. Бүләков.
НИСӘЛӘП (Р: сколько примерно?; И.: about how much?; T.: yaklaşık kaç?) hop. a.
Сама менән күпме булыуын һорағанда ҡулланыла. □ Сколько примерно? Приблизительно сколько? Унда нисәләп уҡыусы бар? Унда нисәләп кеше бар? ■ Сама һандары — купмеләп? нисәләп? һорауҙарына яуап биреп, нәмәнең иҫәбен сама менән белдергән һандар. Интернет селтәренән.
НИСӘМӘ (Р: столько; И.: several; T.: bu kadar, bunca) a.
1. Билдәләнмәгән һанды белдереү өсөн ҡулланыла. □ Столько, так много. ■ Өс сәғәт дауам иткән был тамашала бер нисәмә йөҙ кеше уҙенең һәнәрен, дәртен, ижади мөмкинлектәрен курһәтте. Р. Шәкүр.
2. Һан яғынан бик күп булғанды билдәләп, шуға баҫым яһау өсөн ҡулланыла. □ Столько, так много. ■ [Тауҙың хужаһы — ҡартҡа:] Донъяла нисәмә йыл йәшәнем, бер улым да булманы. Үлеп китһәм, атым да, затым да юҡҡа сыға. Әкиәттән. Нисәмә йылдар буйына, ҡамыт кейгәндәй муйынға, бөркөттәй сыңлар заманда тыныс тороп ҡараныҡ. С. Юлаев. Нисәмә мең халыҡ ята герман халыҡтарын көтөп. Ҡулыбыҙға мылтыҡ тотоп, беҙ йөрөйбөҙ ут йотоп. Бәйеттән.
НИСӘНСЕ (Р: который?; И.: which?; Т.: hangi; kaçıncı?) hop. a.
Нимәнеңдер иҫәп йәки тәртип буйынса тотҡан урыны хаҡындағы һорауҙы белдерә. □ Который? Какой? Нисәнсе йылда? Нисәнсе класс? Нисәнсе ҡат? Нисәнсе мәртәбә? И Алпаров Көҙәйгә килгәне бирле нисәнсе тапҡырҙар инде бер ук уйына әйләнеп ҡайта. Яр. Вәлиев. Ҡамыт-дуға, тимер-томор, кәрәсин-һабын менән төшөмлө генә һатыу итеусе Мөхтәсимдә нисәнсе быуындандыр ҡәйнеш тейешле кеше хеҙмәтселектә тора. М. Кәрим. Нисәнсе тапҡырҙыр инде, тағы кис булды. Әкиәттән.
НИСӘНСЕЛЕР (Р: какой-то; И.: some; T.: kaçıncıdır) билдһ. а.
Иҫәп йәки тәртип буйынса булған урындың билдәһеҙлеген белдерә. □ Какой-то; который. Нисәнселер тапҡыр. ■ Оҙаҡла
567