Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 568


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НИСӘҮ
май, үҙенән ҙур күнәктәр күтәреп, Йәнеш, нисәнселер тапҡыр, һыуҙан ҡайтып килде.
3. Биишева. [Гөлфиә:] Нисәнселер курста Әлфиә курс эшен яҙып, компьютерҙа баҫты, ә мин ҡабат-ҡабат уҡып, комиссия алдында икебеҙ өсөн дә айырым-айырым инеп, сығыш яһап сыҡтым. «Шоңҡар», 2011, № 1.
НИСӘҮ (Р.: сколько?; И.: how many? how much?; T.: kaç tane?; ne kadar?) hop. a.
Ҡемдең йәки нимәнең һанын исемләштереп, һорауҙы белдерә. □ Сколько? Нисәү инеләр? Нисәү ҡайтты? ■ [Яңғыҙаҡ — батшаға:] Ҡайным, батшам, улар [икенсе батшалыҡ] бик хәйләле халыҡ. Ҡош һымаҡ осоп килерҙәр ҙә бөтәгеҙҙе лә ҡырып бөтөрөрҙәр, һеҙ әкрен генә бара тороғоҙ, мин, алдан барып, уларҙың нисәү икәндәрен белеп киләйем. Әкиәттән. Ҡапыл Батырға ошо балалар араһында кемдер етешмәгән кеүек тойолдо. Туҡта, улар нисәү әле? Н. Ғәйетбаев.
НИСӘҺЕ (Р.: какой; И.: what? which?; T.: kaçı? kaçıdır?) hop. a.
Көн йәки аҙнаның ҡайһы көнө булыуын һорағанда ҡулланыла. □ Какой? Айҙың нисәһендә ҡайтаһығыҙ? Иртәгә нисә-һе? ■ [Арынбаҫаров:] Бөгөн нисәһе булып китте әле? Д. Бүләков. Батыр тыныс ҡына ҡиәфәт менән кейемдәр янынан сыҡты, барып расписаниены ҡарап торған булды. Бөгөн нисәһе икән? Н. Ғәйетбаев. [Ғәбиҙә — Мөхәммәтсәлимгә:]Бөгөн нисәһе, беләһеңме? Я. Хамматов.
НИСӘШӘР (Р: по скольку?; И.: (for) how many, much; T.: kaçar) hop. a.
1. hop. Нимәнелер күпмешәр итеп биреү, алыу тураһында һорағанда ҡулланыла. □ По скольку? Нисәшәр алма? Нисәшәр дәфтәр тейә? Нисәшәр саҡрым үтергә кәрәк?
2. Бер нисә мәртәбә, бик күп. □ Несколько раз, многократно. Нисәшәр ҡабат әйтергә һиңә! ■ Ауылдың, мал-йәндең, бала-сағаның хәлдәре, оҙаҡлап-оҙаҡлап, бер нисәшәр ҡабат һорашылды. Ғ. Дәүләтшин. Бер үк самолёттар, әйләнеп килеп, әллә нисәшәр осош яһай. Р. Өмөтбаев.
НИСӘ ӘЙТМӘ инш. ҡар. нисә әйтһәң дә.
■ Александр уға [Люсиға] иғтибар итмәне. Ул, нисә әйтмә, ауырыу ине, һуғышта яраланып госпиталгә ингәйне. Ж. Кейекбаев.
НИСӘ ӘЙТҺӘҢ ДӘ (Р: как (что) ни говори; И.: no matter...; whatever you may say; T.: ne dersen de) инш.
Кәмһенеү тойоп, тынысланырға тырышҡанды белдергәндә әйтелә. □ Как (что) ни говори. ■ Эскә батҡан яңаҡтарыма ит ҡуна башлаған, битемә алһыулыҡ ҡайта төшкән, таптары беленмәй тиерлек инде. Быныһы мине айырыуса ҡыуандырҙы. Нисә әйтһәң дә, егет кеше бит әле мин. Д. Юлтый.
НИТЕҮ (нит-) (Р: что-то делать; И.: do something; T.: ne yapmak) ҡ. һөйл.
1. Һөйләгәндә ҡапыл ғына әйтә алмаған һүҙ урынында ҡулланыла. □ Что-то делать. Нитеп ҡара. Нитеп ултырма. ■ [Һыртлан — Искәндәргә:] һин нитмә, уртыңды сәйнәмәй тор. Ә. Хәкимов.
2. Парлы һүҙҙәр составында килеп, дөйөмләштереү, абстрактлаштырыу төҫмөрө бирә. □ В составе парных слов придаёт оттенок абстрактности, обобщения.
■ Үҙе [Фәтхи ағайҙың ҡыҙы] кескенә булыуы сәбәпле, уның менән әрепләшеп, уны ҡурҡытып-нитеп тороп булманы. И. На-сыри. [Бәндәбикә — туғандарына:] Әгәр үлеп-нитеп китһәм, өйөмә индереп һалығыҙ ҙа ишек-тәҙрәләрен күмегеҙ. Өйөм минең ҡәберем булһын. «Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән». Алпамыша шул көйө, йығылмай-нитмәй, шып итеп, уның [буҙ толпарҙың] һыртына атлана килеп төштө, ти. «Алпамыша».
НИ ТИКЛЕМ р. ҡар. ни ҡәҙәр.
■ [Шаҡман] тешен ҡыҫып, асыуын ни тиклем генә тышҡа сығармаҫҡа тырышһа ла, булдыра алманы. К. Мәргән. Ни тиклем генә ҡаршылыҡ күрһәтмәһен, Чернигов-та дошмандың сәғәте һанаулы ғына ҡала. Р. Өмөтбаев.
НИТКӘН (Р: что за; И.: what а; Т.: пе) с. ҡыҫҡ. ф. һөйл.
Ни иткән; ни тигән, ниндәй. □ Что за. Ниткән хәл был. Ниткән күренеш. ■ [Әхмәтзәки — депутаттарға:] Урамда ҡиәмәт
568