НИХАШАН
ҡупҡан, ә һеҙ?! Дәуләт, милләт мәшәҡәттәре менән ултыраһығыҙмы? Ниткән эш был, ә? Р. Байымов. [Сулпан:] Был ниткән эш, Фәйзи? Нимә һөйләйһең, нимә уйлайһың һин? Ф. Әсәнов. [Таиба — Өммөгөлсөмгә:] Ауыҙыңдан ел алһын, яманға юрап ултырма! Был ниткән сабырһыҙлыҡ? 3. Биишева.
НИТРАТ [рус. < гр. nitron ‘селитра’] (Р.: нитрат; И.: nitrate; T.: nitrat) и. хим.
Азот кислотаһының тоҙо. □ Нитрат. ■ Был алым нитраттарҙың купләп тупланырына юл ҡуймай. «Башҡортостан», 23 май
2012. Ҡарбуз эсендәге һарғылт юлаҡтар унда нитраттың артыҡ булыуы тураһында һөйләй икән. Интернет селтәренән.
НИТРАТЛЫ (Р: нитратный; И.: nitrate; T.: nitrat) с. хим.
Нитрат ҡушылған, составында нитрат булған. □ Нитратный, с нитратом. Нитратлы ҡарбуз. Нитратлы йәшелсәләр.
НИТРАТҺЫҘ (Р: безнитратный; И.: nitrate-free; T.: nitratsız) с.
Нитрат ҡушылмаған, составында нитрат булмаған. □ Безнитратный, без нитратов. Нитратһыҙ емеш-еләк. Нитратһыҙ продукция. ■ Нитратһыҙ ашлама уҫемлектәрҙең сифатын яҡшыртыуға, уңышты арттырыуға, уны оҙағыраҡ һаҡлауға булышлыҡ итә. «Башҡортостан», 14 ноябрь 2012.
НИТРИТ [рус. < лат. nitrum} (Р: нитрит; И.: nitrite; T.: nitrit) и. хим.
Азотлы кислотаның тоҙо. □ Нитрит. Нитрит менән ағыуланыу. Натрий нитриты. Органик булмаған нитриттар.
НИТРОБЕНЗОЛ [рус. < гр. nitron + бензол} (Р: нитробензол; И.: nitrobenzene; Т.: nitrobenzen) и. хим.
Азот һәм көкөрт кислотаһының бензолға тәьҫире һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән үткер еҫле, ағыулы ҡуйы һарғылт шыйыҡса (анилин һәм башҡа органик берләшмәләр алыу өсөн ҡулланыла). □ Нитробензол. Нитробензол формулаһы. Нитробензолдан анилин алыу. Нитробензол бик ағыулы.
НИТРОГЛИЦЕРИН [рус. < вдзғл. nitroglycerine < лат. nitroglycerinum} (Р: вдт-роглицерин; И.: nitroglycerine; T.: nitrogliserin) и. мед., хим.
Глицеринға азот һәм көкөрт кислоталары ҡушып яһалған май һымаҡ шыйыҡса (шартлауыҡлы матдә сифатында ла, дарыу сифатында ла ҡулланыла). □ Нитроглицерин. Нитроглицерин формулаһы. Нитроглицерин тәьҫире. И Йөрәк сирлеләргә һәр саҡ уҙҙәре менән валокордин, валидол һәм нитроглицерин тотоу зарур. «Йәшлек», 20 июль 2010.
НИТРОГЛИЦЕРИНЛЫ (Р: нитроглицериновый; И.: nitroglycerine; T.: nitrogliserini!) с. мед., хим.
Нитроглицерин ҡушылған, составында нитроглицерин булған. □ Нитроглицериновый. Нитроглицеринлы май. Нитроглицеринлы дарыу.
НИТРОН [рус.] (Р: нитрон; И.: nitron, nitrone; T.: orlon) и. туҡ.
Йөндө алмаштыра торған яһалма сүс.
□ Нитрон. Нитрондан туҡыма. Нитрон етештер ey цехы.
НИТӘК(КИ) [фарс. <иЗ] (Р: как; И.: how, in what manner; T.: nasıl) р. иҫк.
Нисек, ни рәүешле. □ Как, каким образом. ■ Нитәкки әйтмештәр: кеселәрҙең эше хәуеф-хаталыр, олуғтарҙың эше ғәфу-ғаталыр. М. Өмөтбаев. «Брадарҙәр, ишетегеҙ хуш әҙәптән, нитәк хасил улыр ынйылар һәҙәптән», — тип башлай ул [Өмөтбаев] бер шиғырын. Ғ. Хөсәйенов.
НИФАҠ (нифағы) [ғәр. 3^] (Р: двуличность; И.: duplicity; T.: nifak) и. иҫк.
Кешенең тыштан бер төрлө, эстән икенсе төрлө була алыу сифаты; ике йөҙлөлөк.
□ Двуличность, лицемерие; двурушничество. ■ Ҡарғалған ер уҙенең тамуғында әле бик куп йылдар янасаҡ, рыя, нифаҡ, вәхшәт һаҙлығында бик куп йылдар батып ятасаҡ. Ш. Бабич. Бөтөр шунда был көндәге хөсөт, нифаҡ вә дошманлыҡ. М. Ғафури.
НИХАШАН (Р: лихорадка; И.: fever; Т.: nöbet) и.
Бер өшөтөп, бер яндырып ҡалтырата торған йоғошло, дауамлы ауырыу; биҙгәк.
□ Лихорадка, малярия. Нихашан эләктереу. Нихашан менән ауырыу. Нихашандан дауаланыу.
569