нихәл
НИХӘЛ (Р.: здравствуй; И.: hello, how are you?; T.: nasılsın?) өндш.
Иҫәнләшкәндә, хәл-әхүәл һорашҡанда әйтелә. □ Здравствуй, как дела? Как поживаешь? Как живёшь? Нихәл, эштәр барамы? ■ [Бураншин — Искәндәргә:] Нихәл, яҡташ! Һауа еҫкәп йөрөуме? Ә. Хәкимов. Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын! Килдем һицә, килдем, дуҫҡайым. Р. Ғарипов. [Карт — Әхмәҙигә:] Нихәл, һаулыҡмы, бала-саға именме? Һ. Дәүләтшина.
НИХӘЛЛЕ һор. а. диал. ҡар. нисек. Ни-хәлле йәшәп ятаһыц? Нихәлле ҡайтып ет-тец? Нихәлле булды?
НИХӘЛЛЕЛЕР билдһ. а. диал. ҡар. нисектер. Нихәллелер ҡурҡыныс булып китте. Нихәллелер яҡтырып китте.
НИ ХӘТЛЕ р. ҡар. ни ҡәҙәр. ■ Яңы йорттан Рәшиҙәгә булмә биргәс, икәуләп сығырға ни хәтле өгөтләп ҡараһа ла, ҡарсыҡ ризалашманы. Ғ. Аллаяров. Бибеш ни хәтле тырышһа ла ҡалған көндәлек эштәрҙе ғәҙәттәге етеҙлек менән эшләй алманы. 3. Биишева.
НИҺАЙӘ [ғәр. AjI^İ] и. иҫк. ҡар. ниһайәт I. һәр эштең ниһайәһе була.
НИҺАЙӘТ I [ғәр. W] (Р: конец; И.: end; termination; T.: nihayet) и. иҫк.
Билдәле -бер ваҡыттың, миҙгелдең, эш-хәлдең бөтөп барған өлөшө; ниҙеңдер аҙағы, сиге. □ Конец, предел чего-л. ■ Был минутта һәммә нәмә тәьҫиренең иң ниһайәтенә еткән ине. М. Ғафури.
НИҺАЙӘТ II [ғәр. W] (Р: наконец; И.: finally; at last; T.: nihayet, sonunda) инш.
Ахыр килеп, ахырҙа. □ Наконец, в конце концов. ■ Ниһайәт, бөтә лекциялар, имтихандар һәм зачёттар артта ҡалды. М. Садыкова. Ниһайәт, эштәр көй-ләнә төштө. Ғ. Лоҡманов. Ниһайәт, дауыл баҫылды, шай: диңгеҙселәр еңел һуланы. Р. Камалов. Ниһайәт, алыҫта, яуған ямғыр ҡараңғылығы аша, ҡаланың яҡтылары ку-ренде, оҙаҡламай поезд тиҙлеген кәметте һәм купмелер ваҡыттан һуң станцияға килеп туҡтаны. Т. Ғиниәтуллин.
НИҺАЙӘТ БИРЕҮ (ниһайәт бир-) (Р: ограничивать; И.: limit; T.: kısıtlamak) ҡ.
Сик ҡуйыу. □ Ограничивать, ставить в какие-л. границы, рамки. Башбаштаҡлыҡҡа ниһайәт биреу. ■ Хайуандар өҙөмдәрҙән кургән һәр төрлө йәбер-золомдарға бер ниһайәт биреу, донъяла рәхәт һәм тыныслыҡ менән көн куреу, был маҡ-судтарына ирешергә берәй сара эҙләу ниәте менән бер ергә йыйылышып, кәңәш мәжлесе яһамаҡсы булдылар. М. Ғафури.
НИҺАЙӘТ ДӘРӘЖӘЛӘ (Р: очень; И.: very, exceedingly; T.: çok) р.
Сиктән тыш, бик ныҡ. □ Очень, весьма, крайне. ■ Туҡай был сәфәренән ғәйәт йонсоп килгән ине... Үҙ тәкбире менән әйткәндә, «был сәфәр — хәйерһеҙ сәфәр» булған. Ул йөрөп, ниһайәт дәрәжәлә ватылған. М. Ғафури.
НИҺАЙӘТҺЕҘ I (Р: безграничный; И.: limitless, endless; T.: nihayetsiz) с. иҫк.
Сикһеҙ, ахырһыҙ. □ Безграничный, бескрайний, беспредельный. Ниһайәтһеҙ йыһан. ■ Беҙгә яҡшыларҙы зикер итеп, мәжлестәрҙә ниһайәтһеҙ рәхмәттәрҙе өҫтө-бөҙгә файҙалы ямғырҙар кеуек яуҙырып, изгеләргә ҡауышыуҙы насип әйләһәк ине тиеу. «Ағиҙел», № 9, 2010.
НИҺАЙӘТҺЕҘ II (Р: безгранично; И.: limitlessly; T.: sonsuzca) р. иҫк.
Сикһеҙ итеп. □ Безгранично, бескрайне, беспредельно. ■ [Рәис:] Беҙҙең хайуандар синыфы әҙәм балаларынан ниһайәтһеҙ рәуештә йәбер, золом курәләр. М. Ғафури. Былмәҙкурәтле ерҙе һатырҙар, булып вәхши, ниһайәтһеҙ ашарҙар. Бәйеттән.
НИҺАЙӘҺЕҘ (Р: безграничный; И.: boundless; T.: nihayetsiz) с. иҫк.
Сиге булмаған, сикһеҙ. □ Безграничный, бескрайний, беспредельный. ■ Борон заман башҡорттарҙың торған ере булған, тиҙәр, миҫле донъя йыһанылай, ниһайәһеҙ сахраларҙа, урмандарҙа тирмә менән кусеп йөрөгән замандары. И. Насыри. [Батыр:] Беҙ, Уралдың ниһайәһеҙ тәбиғәте ҡосағында, батыр, берәуҙән ҡурҡа белмәй торған йөрәк менән уҫкән башҡорт балалары, уҙебеҙҙе ҡыҫҡан генералдарға, мырҙаларға ҡаршы «яу» йыйып һуғыш башланыҡ. Б. Ишемғол.
570