НИШАТЫР СПИРТЫ
НИША [рус. < фр. niche ‘уйым’] (Р.: ниша; И.: niche; T.: duvargözü) и.
1. арх. Стенала уйып яһалған урын; соҡалта, өңгөр (ваза, мебель, статуялар һ. б. ҡуйыу өсөн). □ Ниша (углубление в стене здания). Нишаға ваза ҡуйыу. Ниша уйыу. Нишаныц саңын һөртөу.
2. мед. Рентген нурҙары менән тикшергәндә күренә торған ниндәйҙер ағзалағы ҡарайып торған урын. □ Ниша (затемнение на стенке органа). Ашҡаҙан язваһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ниша.
НИШАН I [ғәр. ûR (Р: знак; И.: sign; Т.: nişan) и. иҫк.
1. Айырып күрһәтеү өсөн ҡуйылған тамға; билдә. □ Знак, метка, заметка; примета; след. И Бабаларыбыҙҙың Майҡы бейҙән ер һәм урманыбыҙға нишан итеп алған ҡошо ҡарағош ине. М. Өмөтбаев. Әрмәнстанда Заратуштра тоҡандырған изге уттарҙы һундереп, уларҙың урынына нишандар менән биҙәлгән тәреләрҙе ҡуялар, шуларға ҡарап уҙ-уҙҙәрен ҡулдары менән суҡыйҙар. Б. Рафиҡов.
2. Тоҫҡап атыр өсөн ҡуйылған билдә; сәп. □ Мишень. Нишанға атыу. Нишанға тейеу.
3. этн. Егет менән ҡыҙҙың үҙ-ара вәғәҙә билдәһе итеп бирешкән бүләге (мәҫәлән, йөҙөк). □ Подарки в качестве обещания между девушкой и молодым человеком. Нишан биреу. Нишанға балдаҡ алыу.
4. Ниндәйҙер эш, ҡаҙаныш өсөн бирелгән айырмалыҡ билдәһе; орден. □ Орден. Нишан биреу. Нишан алыу. ■ Шунда тәу тапҡыр кургәндәге кеуек бөтә төҫ-ҡиәфәте, кукрәгендәге шөһрәт нишандары, яурын аша һалынған киң таҫмаһы бөгөн дә Кинйәнең куҙ алдында. Ғ. Ибраһимов.
НИШАН II (Р: слишком; И.: too; T.: fazla) р. диал.
1. Саманан тыш дәрәжәлә, сиктән тыш; бик. □ Слишком, крайне, чрезмерно, очень. Нишан эре. Нишан бешкән.
2. Бер аҙ. □ Немного. Нишан һауыҡты. Нишан эшләне.
НИШАН III (Р: глупый; И.: stupid, foolish; T.: aptal) с. диал.
Аҡылы камил түгел; алйот. □ Глупый, бестолковый, неумный, неблагоразумный. / Глупец, дурак. Нишан кеше. Нишан бала.
НИШАНА I [ғәр. (Р: безобразный; И.: ugly; abominable; T.: çirkin) с.
Килбәте, ҡиәфәте бик ҡурҡыныс, ерәнес; килбәтһеҙ (кешегә, хайуанға ҡарата).
□ Безобразный, уродливый (о человеке и животном). ■ [Сажидә:] Ошолай ҡаҡса ғына булһам да, ул нишана Хафиздың һабағын уҡытасаҡмын. Я. Хамматов.
НИШАНА II (Р: урод; И.: dork; T: gudubet) и.
1. Әхлаҡ ҡағиҙәләренә, тәртипкә һыймаған; боҙоҡ, насар, оятһыҙ кеше; әшәке.
□ Урод, человек с дурными свойствами характера. И Гөлбаныу был тәкәббер нишананың кикреген бер төшөргәс, көрәген биргәнсе төшөрөргә булды. Т. Гарипова. Аҡназар атам тип әҙерләнгәс, теге нишана телгә килә. Әкиәттән.
2. әрл. Әрләгәндә әйтелә. □ бран. Урод. ■ [Хәмдиә] Исмәғилде курһә лә: «Ҡәйнеш бул, бәке бирәм», — тип усектерә, ти, нишана. Һ. Дәүләтшина. [Фатима:] Ана Солтанға ҡарағыҙ: һөлөк кеуек егет. Шуны оҡшатмаған була [Гөлбикә], нишана. Р. Ниғмәти.
НИШАНСЫ и. иҫк. ҡар. мәргән. Нишансы винтовкаһы. Нишансылар атҡан.
НИШАТЫР [рус. нашатырь < ғәр. >1^11] (Р: нашатырь; И.: ammonium chloride; T.: nişadır) и. хим. диал.
Хлорлы аммоний, аҡ төҫтәге кристаллик матдә. □ Нашатырь. / Нашатырный. Нишатыр еҫкәтеу. Я [Вадим] иҫенә килгәндә, уға уҡытыусылар кабинетында нишатыр еҫкәтәләр ине. «Йәшлек», 28 сентябрь 2012.
НИШАТЫР СПИРТЫ (Р: нашатырный спирт; И.: aqueous ammonia; T.: nişadır ruhu) и. хим., мед. диал.
Аммиактың һыуҙағы иретмәһе (техника һәм медицинала ҡулланыла). □ Нашатырный спирт. ■ Ул [Айһылыу] башта Емеште уңайлап һалды, нишатыр спирты еҫкәтте, яһалма тын алдырҙы. 3. Биишева. Сәй ағасы майын һөртөу ҡысытыуҙы һәм шешеуҙе бөтөрә. Нишатыр спиртын да ҡулланырға
571