НИШЛӘЙҺЕҢ
була. «Йәшлек», 23 июнь 2011. Нишатыр спирты еҫкәткәс кенә, күҙен асып, тын ала башланы һуштан яҙған әсә. И. Ғиззәтуллин.
НИШЛӘЙҺЕҢ (Р.: что поделаешь; И.: nothing doing; T.: ne yaparsın) umu.
Сараһыҙлыҡты белдереү өсөн ҡулланыла. □ Что поделаешь. ■ [Ыршаҡ бей:]Атаң-бабац бей булһа ла, нишләйһең, тоҡомоң ҡор булғас? Ҡулыңда бейлек булһа ла, нишләйһең, яуың хур булғас? «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Ебәк кенә минең еләнем, ярым ғына минең күңелем. Ярым ғына булмай нишләйһең һуң, зарланып та үтте ғүмерем. Халыҡ йырынан. Боронғолар ай кәртәләнһә, кәртәңде нығыт, тигән дә ул, нишләйһең, бармай әмәле юҡ [Гөлбаныуҙың]: тамаҡ тамуҡҡа төшөрә. Т. Ғарипова.
НИШЛӘМӘК КӘРӘК (Р: что делать?; И.: what to do?; what is to be done?; T.: ne yapalım?) инш.
Сараһыҙлыҡты белдерер өсөн әйтелә; нишләйһең. □ Что делать? Как быть? Как поступить? И [Ыҫмаҡай:] Көрсөккә терәлдек. Сабырлыҡтың да бит сиге бар. Нишлэмэк кәрәк хәҙер? Ыҙа сигеп, мәсхәрәләнеп баш орғансы, аяҡ өҫтө үлеү артыҡ. Ғ. Хөсәйенов. [Мөхәррир — Искәндәргә:] Нишләмәк кәрәк, үлем аяуһыҙ, ҡустым. Беребеҙҙе лә ситләтеп уҙмай. Мәгәр түҙергә кәрәк. Ә. Хәкимов.
НИШЛӘП (Р: почему?; И.: why? for what reason?; T.: niçin? neden?) hop. a.
Ниндәй сәбәп менән? Ни өсөн? Ниңә? □ Почему? Отчего? По какой причине? Нишләп килмәнең? Нишләп бында тораһың? Нишләп аптырап ҡарайһың? ■ [Кәмән — туйҙағы халыҡҡа:] Атағыҙҙы үлтереп, инәгеҙҙе үлтереп, ҡатынығыҙҙы алған юҡ, малығыҙҙы алған юҡ. Балта, бысаҡ ҡулығыҙҙа, нишләп бында тораһыҙ? «Буҙйегет». [Уҙаҡ:] Эй, һалҡын таш, һалҡын таш, көсөң етһә, ҡалҡын, таш. Нишләп ятаһың моңһоу, һин түгелдер ҙә Ер-Һыу? «Уҙаҡ-Туҙаҡ — балабәшнәк ярсығы». [Айһылыу — Һәүбәнгә:] Уралда уйнап көлгән иркә ҡыҙҙарҙы ташлап, һулыған йөҙлө ҡыҙ көҫәп, нишләп килдең һин былай? «Аҡбуҙат».
НИШЛӘПТЕР (Р: почему-то; И.: for some reason or other; T.: nedense) билдһ. a.
Сәбәбе билдәһеҙ булғанды аңлата; ни өсөндөр, ниңәлер. □ Почему-то, отчего-то. Нишләптер йөрәк сәнсә. Нишләптер күңелһеҙләнә. ■ Мөхәмәтша ла улар [ураҡсылар] артынан эйәргәйне, нишләптер күҙе аҡҡоштар йөҙөп йөрөгән күл буйындағы эскәмйәлә ултырған ике ҡыҙға төштө. М. Хужин. Был юлы суртан нишләптер шау-шыу ҡуптарманы, ҡып-ҡыҙыл оло күҙҙәрен аҡайтып, артабан ни булырын көтөп ята бирҙе. Р. Ҡол-Дәүләт. Уйнап танһыҡ ҡанғас, нишләптер кәмәшәүҙең аҫтын ҡарағыбыҙ килде. М. Ямалетдинов.
НИШЛӘТЕҮ (нишләт-) ҡ. йөкм. ҡар. нишләү, понуд. от нишләү. ■ Яна-яна ялҡынлана, нишләтергә йөрәкте? Халыҡ йырынан. [Сәми] бармаҡтарын шартлатып Илгизгә йәнә бер күтәрелеп тәрән көрһөндө лә, нишләтһәгеҙ ҙә эшләтегеҙ, мин риза тигән һымаҡ, ултырғысына сумыбыраҡ ултырҙы. Ә. Әминев. [Сәхипьямал — атаһына:] Аҫ-тыңдағы тәхетеңә менеп ултырыр кешем юҡ; ат яҡшыңды нишләтәйем: алып менер кешем юҡ. «Буҙйегет».
НИШЛӘҮ (нишлә-) (Р: делать что', И.: act, do; T.: ne yapmak) ҡ.
1. Билдәһеҙ йәки билдәләнмәгән эш-хәрәкәтте аңлата. □ Делать что', поступать каю, заниматься чем. Нишләргә белмәү. ■ Инде нишләргә белмәй торған саҡта, тауыштар ишетелде, ямғыр шаршауы эсенән Сабир менән Аркаш килеп сыҡты. Д. Шәрәфетдинов. [Алдар:] һай, батыр ҡыҙ! Тик артыңдан айыу баҫтырып килгәндә, минең йөрәктең нишләгәнен белһәң икән һин! «Зөһрә менән Алдар». Батырҙар был еккә һыбай кеше түгел, йәйәүле лә үтеп инә алмаҫлығын күреп, нишләргә белмәй аптырап тороп ҡалалар. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. Эш-хәлде асыҡларға теләп һорағанды аңлата. □ Делать что', поступать как', заниматься чем. ■ [Хан:] Был Иҙеүкәй ҡасан да булһа беҙҙе ҡуймай икән! Инде нишләргә? «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Өршәк менән Димдәрҙән, Инйәр менән Симдәрҙән, Ҡаҫмарт менән Һаҡмарҙан, Иҙел менән Яйыҡтан айырылһаҡ, нишләрбеҙ, нишләрбеҙ, ау, нишләрбеҙ? Ҡобайырҙан. Тик белмәйем:
572