Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 573


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НИӘТЛӘҮ
нишләргә һуң миңә, иларғамы әллә көлөргә? Ун туғыҙҙар теләмәйҙәр мине йәштәштәре итеп курергә. Р. Ғарипов. • Тырышҡан эшләр, тырышмаған нишләр? Эшләгән — тешләгән, эшләмәгән — нишләгән? Мәҡәл.
НИӘТ I [ғәр. <й] (Р: намерение; И.: intention; T.: niyet) и.
1. Нимәнелер эшләүгә, башҡарыуға булған иҫәп, алға ҡуйған теләк. □ Намерение, цель; замысел. Яҡшы ниәт. Изге ниәт. Ниәткә ирешеу. Ниәттән ҡайтыу. ■ Яҡшы ниәт менән уйлап табылған был хәтәр дауалау юлы имгәнеусенең хәлен яҡшырта төшә, дауалаусыны ҡыуандыра. «Ҡуҙыйкүрпәс». һәубәндец бер ҙә һыу батшалығында ҡалыу ниәте булмаған. «Аҡбуҙат». Ниәтен иртәгеһенә ук ғәмәлгә ашырҙы Һабрау. Ә. Хәкимов. • Изге ниәт — ярты дәуләт. Мәҡәл. Ниәткә ниәт еткерә. Әйтем. Ниәт ғәмәлдән артыҡ. Мәҡәл. Эштең башы — ниәт. Мәҡәл. Яҡшы ниәт — эш башы. Мәҡәл.
2. дини. Алдан әйтеп ҡуйылған саҙаҡа. □ Подаяние, милостыня. Ниәт биреу. ■ [Ҡатын:] Раббым, ултермәй генә ҡуйһалар, Мәлихә әбейгә егерме тин ниәт бирер инем! 3. Бәшири.
НИӘТ II и. диал. ҡар. мөйәт. Ҡамыт ниәте. Йукә ниәте. Ниәт уреу.
НИӘТ ИТЕҮ (ниәт ит-) (Р: намереваться; И.: intend; T.: niyet etmek, niyetlenmek) ҡ.
Нимәлер эшләргә уйлау, ниәтләнеү. □ Намереваться, иметь намерение; хотеть, желать что, чего, помышлять о чём. Ҡайтырға ниәт итеу. ■ [Аҡһаҡалдар:] Айбарлы батырҙарыбыҙ, яҡлаусыларыбыҙ беҙҙең! Был бәһлеуән менән алышырға ниәт итеуегеҙ генә лә беҙҙең куңелде һөйөндөрә, рәхмәт һеҙгә. «Зөһрә менән Алдар». Шамандар һуҙ тамырын табып ҡайтыуҙы ниәт итеп, Шәмбала илен эҙләп сәфәр сығырға мәжбур булған. Б. Рафиҡов.
НИӘТ ҠОРБАНЫ (Р: жертвоприношение во исполнение какого-л. намерения; И.: offering sacrifices for some intention; T.: adak kurbanı) и. дини. диал.
Ниндәйҙер нәҙер әйтеп ҡорбан салыу йолаһы. □ Жертвоприношение во исполнение какого-л. намерения. ■ Ниәтләп һуй
һаң ҡорбанды, шуны ниәт, нәҙер ҡорбаны тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
НИӘТ ҠЫЛЫУ (ниәт ҡыл-) ҡ. ҡар. ниәт итеү. И Йософ йөрөгән юлдарҙан китмәҫ булды, бар ғумерен бағышларға ниәт ҡылды, бисара Зөләйхаға бары шул ҡалды, ғишыҡлығы уның һаман артыр имде. «Ҡиссаи Йософ». Ул фазылды алдамаҡҡа ниәт ҡылып, уйнай торған улмы ине һинең тиңең? Мөжтәһиддәй ғалимға тел тейҙереп, сәләмәт торһа икән камил телең! М. Аҡмулла.
НИӘТЛӘНЕҮ (ниәтлән-) ҡ.
1. төш. ҡар. ниәтләү 1. страд, от ниәтләү 1. Ниәтләнгән ғәмәл. И Ниәтләнгән эш-саралар хаҡында алдан губерна «Ведомостар »ында баҫтырып сығарғанда, волость һәм ауыл сходтарында иғлан иткәндә, файҙалы булыр ине. М. Өмөтбаев. [Сафагәрәй] уҙе берәй төбәккә яу сабырға ниәтләнгән осорҙа ул ғәскәрҙе ҡырҙараҡ тотоп торорға ярата, уҙенсә, бер аҙ кунек-тереп, сыныҡтырып ала. К. Мәргән.
2. Нимәлер эшләргә уйлау; ниәт итеү. □ Намереваться, иметь намерение; хотеть, желать чего, помышлять о чём. Эш башларға ниәтләнеу. Ҡайтырға ниәтләнеу. Ниәтләнеп йөрөу. ■ Бер ҡарсыҡ бер кәләп еп алып килгән, Йософто һатып алырға ниәтләнгән. «Ҡиссаи Йософ». Ялан ғына ерҙең сырҙауығы һауаларға менмәй, сыр-ҙамай. Ниәтләнеп егет атҡа менһә, ниәтенә етмәй туҡтамай. Халыҡ йырынан. 1902 йылда, университетты уңышлы тамамлау менән, М. А. Ҡулаев, уҙ халҡына хеҙмәт итергә ниәтләнеп, Ырымбур һәм Өфө губернаторҙарына Башҡортостанға ҡайтырға рөхсәт һорап мөрәжәғәт итә. Р. Шәкүр.
НИӘТЛӘҮ (ниәтлә-) (Р: намереваться; И.: intend; mean; think; T.: niyetlenmek) ҡ.
1. Нимәлер эшләргә уйлау; ниәт итеү, ниәтләнеү. □ Намереваться, задумывать. Ҡитергә ниәтләу. Уҡырға ниәтләу. ■ [Таштимер] бөгөн эштәрен иртәрәк теуәлләгәс, шул ферма юлына барып көтөп ултырырға ниәтләгәйне. -Д. Бүләков. Перовский ҡортсолоҡ заводын, умартасылыҡта донъя кулә-
573