Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 575


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ноҡ
бер-бер артлы нәҫер, новелла, хикәйәләр, балалар өсөн урман әкиәттәре донъя курә. «Башҡортостан», 24 февраль 2012.
НОВЕЛЛА II [рус. < лат. novellae leges яңы ҡанундар'] (Р.: новелла; И.: novel; Т.: yenilik) и. юр.
Рим хоҡуғында закондар йыйынтығына индерелгән иң һуңғы өҫтәмә. □ Новелла. Новелла баҫтырыу. Һалым тураһындағы новеллалар.
НОВЕЛЛАСЫ (Р: новеллист; И.: nove-lettist; short-story writer; T.: öykücü) и.
Новелла (I) яҙыусы. □ Новеллист. Билдәле новелласы. Новелласы булып танылыу. Новелласылар съезы.
НОВЕЛЛИСТ (новеллисы) [рус ] и. ҡар. новелласы. Оҫта новеллист. Танылған новеллист. Башҡорт новеллистары.
НОВОКАИН [рус. < лат. novus ‘яңы’ + (ко)каин\ (Р: новокаин; И.: novocaine; Т.: prokain) и. мед.
Ауыртыуҙы баҫыу, шул уҡ ваҡытта дауалау өсөн дә ҡулланыла торған химик препарат. □ Новокаин. / Новокаиновый. Новокаин һалдырыу. Новокаин препараттары. Новокаин иретмәһе. И Белла Әнисә апайҙың ауырыу теше уртына новокаин уколы яһағандан һуң, ун минут самаһы шым ғына ултырырға ҡушты. М. Садыкова.
НОВОКАИН БЛОКАДАҺЫ (Р: но вокаиновая блокада; И.: procaine block; T.: prokain tarafından blokaji) и. мед.
Периферик нервы системаһына новокаин иретмәһе менән тәьҫир итеп дауалау ысулы. □ Новокаиновая блокада. ■ Республика ғалимдары эске ағзаларҙы дауалау, новокаин блокадаһы яһау ысулдарын эшләй. «Башҡортостан энциклопедияһы»нан.
НОВОКАИНЛЫ (Р: новокаиновый; И.: novocaine; T.: prokainli) и. мед.
Составында новокаин булған, новокаин ҡушылған. □ Новокаиновый. Новокаинлы препараттар. Новокаинлы наркоз.
НОҒАЛА (Р: бельмо; И.: wall-eye; T.: akçıl gözbebeği) и.
1. в ет. Малдың күҙенә үрә торған шекәрә; мал күҙенә төшкән аҡ. □ Бельмо. Ноға
ла төшөу. Ноғаланан интегеу. Ноғаланан тамсы.
2. мед. Күҙ рефракцияһы аномалияһының бер төрө, төп фокустың селтәр ҡабыҡтан алға күсеүе; күрәғарау, күрәшлек.
□ Близорукость. Ноғаланы дауалау ысулдары. Тыумыштан килгән ноғала. Ҡатмарлашҡан ноғала.
НОКАУТ [рус. < ингл. knock-out] (Р: нокаут; И.: knock-out; T.: nokavt) и. спорт.
Арып йығылған боксёрҙың 10 секунд эсендә тороп, алышты артабан дауам итерлек хәлдә булмауы. □ Нокаут. Техник нокаут. Нокаутҡа һалыу. Нокаут яһау. Нокаутҡа ебәреу. Нокаут менән еңеу. Нокаут буйынса еңелеу.
НОКАУТЛАУ (нокаутла-) (Р: нокаутировать; И.: knock-out; Т.: nokavt) ҡ. спорт.
Нокаут яһау, нокаутҡа ебәреү. □ Нокаутировать. Көрәштәште нокаутлау. Нокаут-лап еңеу.
НОКДАУН [рус. < ингл. knock ‘һуғыу’ + down ‘түбән’] (Р: нокдаун; И.: knock-down; T.: nokdavn) и. спорт.
Арып йығылған боксёрҙың 10 секунд эсендә тороп алышты артабан дауам итерлек хәлдә булыуы. □ Нокдаун. Нокдаунды һанау.
НОКТЮРН [рус. < фр. nocturne ‘төнгө’] (Р: ноктюрн; И.: night-piece, nocturne; T.: noktürn) и. муз.
Ҙур булмаған лирик музыкаль әҫәр.
□ Ноктюрн. Шопен ноктюрндары. Ноктюрн башҡарыу.
НОҠ I (ноғо) (Р: труха; И.: rot; T.: kırıntılar) и.
Ҡорт йырып төшөргән ағас вағы. □ Труха (дерева). Ноҡ ҡойолоу. Ноҡто һепереп алыу.
НОҠ II (ноғо) (Р: Ной; И.: Noah; T: Nuh) и. дини.
(баш хәреф менән) Туфан ҡалҡҡан осорҙа йәшәгән пәйғәмбәр. □ Ной. Ноҡ пәйғәмбәр.
♦ Ноҡ заманы бик боронғо, әллә ҡасанғы ваҡыт. □ Незапамятные времена. Ноҡ заманында. Ноҡ заманынан алып. ■ Уның [өләсәйҙең] хәтеренә, әллә ҡасан, Ноҡ заманында булған ваҡиғаларҙы, әллә кемдәрҙең
575