Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 576


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ноҡом
исемдәрен, уларҙың ҡылған-башҡарған эштәрен белгәненә һоҡлана Ғәбит. М. Ямалетдинов.
НОҠОМ (Р.: баурсак; И.: boortsog Т.: Ьа-ursak) и. кул. диал. ҡар. бауырһаҡ.
Йомортҡаға баҫҡан ҡамырҙан ваҡ ҡына йомро итеп ҡырҡҡылап, майға ҡайнатып бешергән ашамлыҡ. □ Баурсак (сваренные в масле кусочки теста). Ноҡом бешереу. Ноҡом ҡырҡыу. Ноҡомға ҡамыр әҙерләу.
НОҠОТ I [фарс. (Р.: бобы; И.: bean; T.: nohut) и. бот.
1. Оҙонса ҡыяҡ япраҡлы, аҡ, сыбар сәскәле, оҙонсараҡ эре орлоҡло, бейек һабаҡлы баҡса үҫемлеге; ҡара борсаҡ. □ Бобы; фасоль (лат. Fabaceae). / Бобовый; фасолевый. Ноҡот ултыртыу. Ноҡот орлоғо. Ноҡот йыйып алыу.
2. Ваҡ, өрөк һөйәгенә оҡшаған, тышы йөнтәҫ емешле, тау биттәрендә үҫә торған ал сәскәле селек. □ Бобовник (лат. Amygdalus папа). Ноҡот сәскәһе. Ноҡоттан һепертке бәйләу. Ноҡот таулы урындарҙы ярата.
3. миф. Күрәҙәлек ҡылыу өсөн ҡулланылған мифлаштырылған предмет. □ Бобы (мифологизированный предмет, применяемый для гадания, предсказания). ■ Ҡарсыҡ ноҡоттарын яцынан ҡуш усында бутаны ла, башын тирбәтеп, куҙҙәрен йомдо, тағы асты. Р. Низамов. Мал көҙ юғалһа, гел ноҡот һалдырҙым. Тоғро һөйләй ул ноҡот. Башҡорт мифологияһынан.
НОҠОТ II (Р: ограниченный; И.: hidebound; limited; narrow; T.: dar kafalı) с. диал.
Аҡыл һәләтлеге түбән. □ Ограниченный, духовно неразвитый, неумный, недалёкий, безграмотный. Ноҡот кеше. И [Наи-лә — Булатҡа:] һинең кеуек ноҡот әҙәмде купме өйрәтһәң дә, эш сыҡмаясаҡ. Р. Солтангәрәев.
НОҠОТ БОРСАҒЫ и. бот. ҡар. ноҡот I,
1. Ноҡот борсағы ҡуҙағы. ■ Тиҫбеләрҙең береһе — ноҡот борсағынан, оҙаҡ ҡулланылып шымарып, ҡарая-ялтырап бөткән, курәһең, быныһы өй хужаһының уҙ мөлкәте. Ғ. Хөсәйенов. [Шәрғиә] эре ҡыҙыл барсалы, турпышалай киң кулдәгенең ҡырҡ ҡатлауы араһынан ниҙер һәрмәп алды ла өҫтәлгә һибеп ебәрҙе. Ноҡот борсағы икән. Ә. Хәкимов.
НОҠОТ БҮЛЕҮ (ноҡот бүл-) ҡ. ҡар. ноҡот һалыу. ■ Мөғлифәнең элек курәҙә-лек итеуенән ҡалған тәьҫораты буйынса, Ишмөхәмәт унан ноҡот булеуен бер нисә тапҡыр һорап ҡараны, мәгәр яуап бер төрлө булды. Т. Ғарипова.
НОҠОТЛАНЫУ (ноҡотлай-) (Р: становиться ограниченным; И.: become narrow, narrow-minded; T.: dar kafalı olmak) ҡ.
Аңраға, ноҡотҡа әйләнеү; ноҡот булыу. □ Становиться ограниченным, недалёким. Ноҡотланып китеу. Ноҡотлана барыу. Ноҡотлана төшөу.
НОҠОТЛОҠ (ноҡотлоғо) (Р: ограниченность; И.: narrow-mindedness; T.: darka-fahhk) и.
Ноҡот булыу сифаты. □ Ограниченность, недалёкость. ■ Собхан старшинаның улы Һатыбал башта Ғаббас мулла мәҙрәсәһендә, һуңынан Ташһарайҙа рус-баш-ҡорт училищеһында ноҡотлоғо, ялҡаулығы арҡаһында һәр класта икешәр йыл ултырып уҡый торғас, балалыҡ ҡына тугел, уҫмерлек, егетлек сағының уҙып китеуен тоймай ҙа ҡалды. 3. Биишева.
НОҠОТСО (Р: ворожея; И.: sorceress; fortune-teller; soothsayer; T.: falcı) и.
Ноҡот бүлеп күрәҙәлек итеүсе; ноҡот һалыусы. □ Ворожея, гадалка. ■ Зарифа кемдәндер уның [Мөғлифә ҡарсыҡтың] ноҡотсо, им-томсо, курәҙәсе икәнен ишеткән дә, шуға барайыҡ тип Ишмөхәмәттең йәненә генә тейҙе. Т. Ғарипова. Ноҡот һалғанда ноҡотсо таштарҙы өскә булә. Башҡорт мифологияһынан.
НОҠОТ ТАШЫ (Р: гадальные камушки; И.: fortune-telling stones; T.: fal taşı) и. этн.
Күрәҙәлек ҡылыу өсөн ҡулланылған таштар. □ Гадальные камушки. ■ Ноҡот һалдырған кеше башта теләген уйлап ҡулы менән ноҡот таштарына баҫып ала. Башҡорт мифологияһынан. [Курәҙә] көлдөксәләге ноҡот таштарының нисек төшөп ятыуын куҙәтеп, таштарҙы һирпеуҙе ҡат-ҡат ҡабатланы. Я. Хамматов.
НОҠОТ ҺАЛЫУ (ноҡот һал-) (Р: гадать на бобах или камушках; И.: read tea leaves; T.: nohut ile fal açmak) к. миф.
576