НОМЕР
Ҡырҡ бер бөртөк ноҡот борсағын йәки шуның кеүек башҡа нәмәне төрлөсә бүлгеләп күрәҙәлек ҡылыу. □ Гадать, ворожить на бобах или камушках. // Ворожба.
■ Элекке ревизор менән ҡарауылсы олаталары одеялда ноҡот һалып ултыра — Каһарманлыҡ ҡошоноң тоттороп-тоттор-мауын юрайҙарҙыр, моғайын. Й. Солтанов. [Катындар:] Фатима, тейеп китсе... — тип ҡысҡыралар, һис тә, ноҡот һалырға, тип саҡырмайҙар, ҡарсыҡтың ғәҙәтен беләләр: курәҙә ҡылырға тип өндәшкән кешегә ул әйләнеп тә ҡарамай. Р. Низамов.
НОҠСАН [ғәр. (р.: недостаток; И.: shortcoming; T.: noksan) и. иҫк.
Тейешенсә булмаған күренеш, етешһеҙ яҡ, кәмселек. □ Недостаток, дефект; порок. ■ Ҡаршы торор минең ни миҡдарым бар — уҙемдең ноҡсаныма иҡрарым бар. М. Аҡмулла. Заманында тәуге никахында йөккә ҡалмағас, бының ноҡсаны ғишыҡта һулпәнерәк Исмәғилдә тугелме икән, тип тә гөнаһлы булғылай ине Шәрғиә. Ә. Хәкимов.
НОҠСАНЛЫҠ (ноҡсанлығы) и. ҡар. насарлыҡ. ■ [Батырша:] Мөьминдәреңде көсләп суҡындыралар, мәсеттәреңде ябалар, исламға ҡанса ноҡсанлыҡ ҡылалар — йәне бар мосолман нисек туҙеп торһон. Ғ. Хөсәйенов.
НОҠТА [ғәр. <^] и. диал. ҡар. нөктә.
■ Бер генә лә ноҡтаға терәлеп ҡала алмай уй артынан сапҡан куҙҙәр генә тик иҙәнгә текәлеп ҡатып ҡалдылар. Т. Хәйбуллин.
НОҠТАИ НАЗАР [ғәр. (Р.: точ-
ка зрения; И.: point of view; T: bakış açısı) и. иҫк.
Ниндәйҙер күҙлектән сығып билдәләнгән ҡараш. ■ Точка зрения, мнение. ■ [Саҙри:] Хәреф хаталары тураһында әйтмәй булмай. Әкәмәт куп. Саманан тыш. Орфография ноҡтаи назарынан сығып ҡарағанда, был һис тә тәртәгә һыймай. Ғ. Ибраһимов.
НОЛЬ [рус. < лат. nullus "бер ниндәй ҙә’] и. ҡар. нуль. Ноль һаны. Абсолют ноль. Ноль бөтөн ундан өс. ■ Иртә таңда утә куңелһеҙ ваҡиғаның шаһиты булғас, ул [мото-уҡсылар бригадаһы].. сәғәт ноль-ноль минутта урынынан ҡуҙғаласаҡ. М. Кәрим. Фәйзулла ҡарт яҡыныраҡ килде: 38 һаны
шәйләнә, артабан нисә ноль — иҫтә ҡалдырырлыҡ тугел, байтаҡ. Ә. Әминев. [Заһитов — Ырыҫҡоловҡа:] Һа, көрәшсе табылған! Берекмәнең курһәтмәһе һинең өсөн ноль инде? Н. Мусин.
НОМЕНКЛАТУР (Р: номенклатурный; И.: catalogue; T: nomenklatür) с. махс.
Номенклатураға ҡараған. □ Номенклатурный. Номенклатур исемлек. Номенклатур каталог.
НОМЕНКЛАТУРА [рус. < лат. потеп-clatura ‘исемлек’] (Р: номенклатура; И.: nomenclature; list; stock-list; T: terim listesi) u.
1. Фән, етештереү кеүек эш әлкәһенең берәй тармағында ҡулланылған атамалар йыйылмаһы. □ Номенклатура. Минералогия номенклатураһы. Бинар номенклатура. Ауырыуҙар һәм улеу сәбәптәре номенклатураһы һәм классификацияһы.
2. Төрлө нәмәләр атамаһының йыйылмаһы. □ Номенклатура. Эшләп сығарыла торған нәмәләр номенклатураһы.
3. Юғары органдар тарафынан тәғәйен рәүештә билдәләнә йәки раҫлана торған исемлек, исемдәр йыйылмаһы. □ Номенклатура. ■ Баш лесничий — районда номенклатура иҫәпләнә. Н. Мусин. [Таһир Таипович:] Дивизия командирын, Оборона министрлығынан тыш, КПСС Үҙәк Комитетында ла раҫлайҙар ҙа баһа, сөнки уның посы был иң юғары партия органының төп номенклатураһында тора бит. Р. Өмөтбаев.
НОМЕНКЛАТУРА ХЕҘМӘТКӘРЕ (Р: номенклатурный работник; И.: employee appointed from above; T: atanması üst merci kararı ile yapılan görevli) u.
Юғары органдар тарафынан ҡуйыла йәки раҫлана торған хеҙмәткәр. □ Номенклатурный работник. ■ Бындай һәуәҫкәр артистар сығышына йөрөу ҡайҙа инде, куҙгә куренмәҫ кәртә, яҙылмаған ҡағиҙә уның [Тумәр] кеуек «номенклатура хеҙмәткәрҙәрен» артыҡ аҙым яһауҙан тыйып тота ине. Н. Мусин.
НОМЕР [рус. < лат. numerus ‘һан’] (Р: номер; И.: number; T: numara) и.
1. Бер иш нәмәләр теҙелешендәге предметтың рәт һаны. □ Номер. Йорт номеры. Фатир номеры. Телефон номеры йы
19- 1.0062.14
577