Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 578


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НОМЕРЛАНЫУ
йыу. ■ Төрлө инвентарға тамға йәки номер һуғыу өсөн генә тота торған, куҙ йәше урынына ҡәҙерле шыйыҡ ҡара буяуға сыбыҡ осон мана-мана, старшина төп эшкә тотондо. М. Кәрим. Рөстәм Наиләнец эшләгән ерендәге телефон номерҙарын һорап, блокнотына яҙырға ла өлгөрҙө. Р. Өмөтбаев. Фронтҡа килеп етеу менән, полктар яңы номерҙар менән билдәләнә. Р. Шәкүр.
2. Тамға, билдә итеп цифр ҡуйылған нәмә (регистрация уткәнгә документ рәуе-шендә иҫәпләнелә). □ Номер. Автомобиль номеры. Табель номеры. ■ Транспорттың мотлаҡ автогражданлыҡ буйынса страховкаһы булмаһа йәиһә транспорт менән идара итеусенең исем-шәрифе страховка полисына индерелмәһә, ЮХХДИ хеҙмәткәренә закон боҙоусының дәуләт теркәуе номерын сисеп алыу хоҡуғы бирелә. «Атайсал», 8 февраль 2013. [Рациянан:] Аҡ төҫтәге «Жигули», номеры асыҡ тугел, бысраҡ буялған. Д. Бүләков.
3. Тейешле рәт һаны менән билдәләнгән айырым нәмә. □ Номер. Бөгөнгө номер. Номер сығарыу. Журналдың бишенсе номеры. Гәзиттең байрам номеры. ■ [Айнур] номерҙағы материалдарҙы берәм-берәм куҙ алдынан уткәрә. Н. Мусин. Артабан номерҙа баҫылаһы материалды корректорҙар, номер буйынса дежур хеҙмәткәр тағы бер нисә ҡабат уҡып сыға. «Башҡортостан», 4 март
2011. '
4. Ҡунаҡханалағы, мунсалағы айырым бүлмә. □ Номер. Ҡунаҡхана номеры. Номерҙы тапшырыу. Номерҙы бушатыу. ■ Номерға ҡайтып инеу менән, Сәхибә уҙен ситлектән ҡотолған ҡош кеуек һиҙҙе. Ғ. Хәйри. Ҡунаҡханала урын алыу артыҡ мәшәҡәтле булманы. Уға [Аҡсәскәгә] икенсе ҡаттан бер номер бирҙеләр. Б. Бикбай.
5. Концерт, кисә йәки башҡа тамашаның айырым башҡарыла торған бер өлөшө. □ Номер. Ҡонцерт номеры. Бейеу номеры. Конкурсҡа номер әҙерләу. ■ [Иштуған] яңғыҙ һәм кумәк бейеу номерҙарын әҙерләуҙе уҙенең теремек, илгәҙәк дуҫы Әхәткә — ауылдың иң оҫта бейеусеһенә тапшырҙы.
3. Биишева, һәйбәт коллективта яңы
тәжрибә туплаусы, хәҙергә әле оҫталыҡҡа ҡарағанда ҡыйыулығы менән уҙ номерын башҡарып, тамашасыларҙың ихтирамын яулаусылар ҙа бар ине. М. Садыкова. Концерттарҙа һәр музыка ҡоралына берәр генә номер биреу куҙ уңында тотолған булһа ла, ҡурайсыны, алҡышлап, ҡат-ҡат сәхнәгә сығаралар. Р. Шәкүр.
6. хәрби. Орудие, пулемёт һ. б. расчё-тындағы һуғышсы. □ Номер. Икенсе номер пулемётсы. ■ Орудие плитаһы аҫтында, соҡорҙа баҫып торған наводчик һәм өсөнсө, дуртенсе номерҙар ғына иҫән ҡалдылар. Ә. Чаныш.
7. кусм. һөйл. Ғәҙәттән тыш хәл, күренеш, ваҡиға. □ Номер; выходка. Номер курһәтеу. Уның был номеры барыһын да шаҡ ҡатырҙы. ■ [Уҡытыусы — Фәһимгә:] Һинең был номерың былай ғына утмәйәсәк, ҡылығың комсомол йыйылышында тикшереләсәк. И. Ғиззәтуллин.
НОМЕРЛАНЫУ (номерлан-) ҡ. төш. ҡар. номерлау, страд, от номерлау. Номер-ланған биттәр. ■ Хәҙер, бер быуат уткәс, бер нисә мең астероид танылған, номер-ланған һәм исемләнгән. Интернет селтәренән.
НОМЕРЛАТЫУ (номерлат-) ҡ. йөкм. ҡар. номерлау, понуд. от номерлау. Йорттарҙы номерлатыу. Фатирҙарҙы номерлаптыр.
НОМЕРЛАУ (номерла-) (Р: нумеровать; И.: number; T: numaralamak) ҡ.
Номер (1) ҡуйыу, номер һуғыу. □ Нумеровать. // Нумерация, нумерование. Номерлап сығыу. Номерлап биреу. Биттәрҙе номерлау. ■ Унда [кенәгәлә] номерлап-номерлап эштең ҡасан башланғанлығын курһәтеп ҡуйған «эш» дәфтәрҙәре лә юҡ. Ғ. Дәүләтшин.
НОМЕРЛЫ (Р: с номером; И.: having a number; T: numaralı) с.
Номеры (1) булған, билдәле бер номерҙағы. □ С номером, нумерованный. Егерме бишенсе номерлы йорт. Өсөнсө номерлы ашхана. ■ Бөгөн 13-сө номерлы таҡта ярыу заводы эшселәренең дөйөм йыйылышы була икән. С. Агиш. Ҡайһы аттарҙың ялдарында куптән тугел генә һуғышҡа алынғанлыҡты
578