Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 579


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НООСФЕРА
курһәтеп торған бәләкәй генә номерлы таҡталары ла ялдарынан алынмаған. А. Таһиров. Ул [Салихтың әсәһе] Спасский урамындағы һигеҙенсе номерлы йортта тора. А. Мағазов.
НОМИНАЛ [рус. < лат. nominalis} (Р.: номинал; И.: designation; Т: nominal değer) и. фин.
Ҡиммәтле ҡағыҙ, ҡағыҙ аҡса һәм тауарҙың өҫтөнә яҙып күрһәтелгән ҡиммәте, хаҡы. □ Номинал. Номинал буйынса алыу. ■ Директорҙар советы акционерҙарға номиналы 100 һум булған һәр ябай һәм өҫтөнлөклө акцияға 1, 766 мец һум куләмендә дивиденд туләу тураһында ҡарар ҡабул итеу тәҡдимен индермәксе. «Йәшлек», 11 август 2009. Яңы указға ярашлы, һәр Рәсәй гражданы бер чекты (ваучер) бушлай ала. Уның номиналы — 20 мец һум. «Башҡортостан», 30 август 2012.
НОМИНАЛЬ (Р.: номинальный; И.: nominal; T: nominal) с.
1. фин. Аҡсалата күрһәтелгән, аҡса менән билгеләнгән. □ Номинальный. Номиналь хаҡ. Хеҙмәткәрҙәрҙең номиналь эш хаҡы. ■ 1992 йылдыц йәйендә халыҡ уҙ тарихында тәу мәртәбә ваучер, йәғни хосу-силаштырыу чектарын, курҙе. 25 августа Госзнак фабрикаһы һәр береһенең номиналь хаҡы 10 мең һум булған ваучерҙар баҫа башланы. М. Ҡотлоғәлләмов. 2008 йыл башында куп кенә аҙыҡ-тулектең номиналь хаҡы артыуы һуңғы 50 йыл эсендә иң юғары нөктәгә еткән. «Йәшлек», 5 июнь 2008.
2. Исеме генә булып, ысынбарлыҡта булмаған; яһалма. □ Номинальный, фиктивный. Н Олуғ батша ғали йәнәптәре, граф Иван Григорьевич промышленник, заводчик тугел бит. Ул бары номиналь хужа. Ғ. Хөсәйенов. Боронғо хандарҙан Кусем улдары, ҡаҙаҡ хандарынан Ҡәйеп хан һәм уның улдары төрлө кутәрелеш һәм яу ваҡыттарында дөйөм хәрби етәксе һәм хакимдар сифатында танылһа ла, тыныс дәуерҙә уларҙың Башҡортостандағы хакимиәте номиналь рәуештә ҡала ине. «Йәшлек», 10 июнь 2010.
НОМИНАТИВ I [рус.] (Р: номинатив; И.: nominative case; T: yalın hâl) и. гром.
Төп килештең тел ғилемендәге дөйөм атамаһы. □ Номинатив. Номинатив ҡулланыу. Башҡорт телендәге номинативты тик-шереу.
НОМИНАТИВ II [рус. номинативный} (Р: номинативный; И.: nominative; T: ad verme) с. грам.
Атау, исемләү өсөн хәҙмәт иткән. □ Номинативный. Номинатив һөйләм, һуҙҙең номинатив функцияһы. ■ Ҡайһы бер зоо-нимдар уҙенең төп, номинатив функцияларынан тыш, уҙ аллы йәки идиомалар составында айырым бер телде йөрөтөуселәрҙең донъяға ҡарашын уҙенсәлекле сағылдырыу вазифаһын да утәй башлағандар. Интернет селтәренән.
НОМИНАЦИЯ [рус. < ингл. nomination < лат. nominatio} (Р: номинация; И.: nomination; T: adlandırma) и.
1. лингв. Яңы төшөнсәләрҙе атау, исемләү процесы. □ Номинация. Яңы төшөнсәләр номинацияһы.
2. Конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә иң яҡшы әҫәр, продукт йәки шәхесте билдәләү өсөн булдырылған тематик позиция.
□ Номинация. ■ Билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов .. «Иң яҡшы ир-ат роле» номи-нацияһында «Алтын битлек» премияһы лауреаты булды. «Башҡортостан», 25 апрель
2013.
НОНСЕНС [рус. < ингл. nonsense < лат. поп ‘юҡ’ + sensus ‘мәғәнә’] (Р: нонсенс; И.: nonsense; T: saçma) и.
Мәғәнәһе булмаған фекер; мәғәнәһеҙлек.
□ Нонсенс. Был бит нонсенс.
НООСФЕРА [рус. < гр. noos ‘аҡыл’ + sphaira ‘шар’] (Р: ноосфера; И.: noosphere; T: noosfer) и.
Биосфераны кеше барлыҡҡа килгән һәм төр булараҡ йәшәй алған хәлдә һаҡлап, зыянлы үҙгәртеүҙәрҙе сикләүсе һәм тәбиғи экологик нигеҙләнешен аңлы көйлән тороусы система (хәҙерге заман экологтары кеше аңына нигеҙләнеп яһалма көйләнеусе ноосфе-ранытөҙөу мөмкинлеген кире ҡаға). □ Ноо-
19*
579