НОРМАЛАШТЫРЫУ
[атайымдың] аҙаҡҡа табан ҡорт ҡарарлыҡ хәле ҡалмағайны инде. Ж. Кейекбаев.
НОРМА [рус. < лат. norma ‘үрнәк, өлгө’] (Р.: норма; И.: norm; T.: kural) и.
1. Дәүләт тарафынан билдәләнгән дөйөм мәжбүри ижтимағи тәртип ҡағиҙәләре, ҡанундары. □ Норма. Конституцион норма. Халыҡ-ара хоҡуҡ нормаһы. Хоҡуҡ нормалары боҙолоу. И Әлеге ваҡытта Кодекстың дөйөм нормаһы буйынса ҡаралған штрафтар ҙур тугел һәм был мөһим проблеманы хәл итмәй. «Урал», 20 апрель 2011. Европалағы милләттәр, мәҫәлән, милләттең халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына таянып йәшәй. «Киске Өфө», № 40, 2012. Унда [докладта] әйтелгәнсә, хоҡуҡ нормалары, дәуләт, граждандар йәмғиәте һәм сәйәси институттар бөтә ижтимағи уҙгәртеп ҡороуҙарҙа айырыуса ҙур роль уйнай. Интернет селтәренән.
2. Дөйөм ҡабул ителеп, ҡанунлашып киткән тәртип; өлгө, ҡағиҙә. □ Норма. Әхлаҡи нормалар. Әхлаҡи-этик нормалар. Технологик нормалар. Норма итеп алыу. ■ [Әйтемдәрҙә] билдәле ҡараштар, этик нормалар нигеҙендә кешенең кешелек сифаттары данлана, кире һыҙаттары яман-лана. Н. Зарипов. Скважиналарҙа төрлө технологик һәм геологик нормалар боҙола. Р. Солтангәрәев.
3. Нимәнеңдер билдәләнгән үлсәме йәки күләме. □ Норма. Эш нормаһы. Иген нормаһы. Эш ваҡыты нормаһы. Эшкәртеу нормаһы.Норманытултырыу. ■ Башҡалар бер норма утәй алмағанда, ул [Йәмилә] бер ярым һәм икешәр норма утәп, ҡыуанып ҡайта торғайны. М. Садыҡова. Төй буйҙары урманлы, беҙ һөйәбеҙ уңғанды. Хеҙмәт көнө куп булғанды, нормалары тулғанды. Таҡмаҡтан. Ни тиклем тырышмаһын, бирелгән эш нормаһын арттырып утәмәһен, Ирназарға уларҙан маҡтау юҡ. Ә. Хәкимов.
4. Биологияла һәм медицинала организмдың үҫеше һәм эшсәнлеге өсөн кәрәк булған оптималь хәл. □ Норма. Үҫеш нормаһы. Биологик норма. Кандағы шәкәр нормаһы.
НОРМАЛАНЫУ (нормалан-) (Р: нормироваться; И.: be regulated; set the rate; T: normalara bağlanmak) ҡ.
Нормаға һалыныу, нормаға килтерелеү. □ Нормироваться. Нормаланған стандарт. Нормаланған шарттар. Нормалана барыу. Нормалана башлау.
НОРМАЛАУ (нормала-) (Р: нормировать; И.: regulate; set the rate; T: normalara bağlamak) ҡ.
Нимәнелер сикләп, норма ҡуйыу. □ Нормировать. // Нормирование, нормировка. Аҙыҡты нормалау. Нормалап аҙыҡландырыу. Бесәнде нормалап ашатыу. ■ Икмәк нормалап бирелә: [колхозсылар] планды тултырһалар — 800 г, план тулмаһа — 600 г, шул норманы 3-кә булгәндәр. «Урал», 21 июнь
2012.
НОРМАЛАШТЫРЫЛЫУ (нормалаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. нормалаштырыу, страд, от нормалаштырыу. Нормалаштырылған эш. Нормалаштырылған хеҙмәт. Нормалаштырылған әйтелеш. ■ Нормалаштырылған ашатыу мал аҙыҡтарын тотоноуҙы контролдә тоторға һәм уларҙы мөмкин тиклем һөҙөмтәле ҡулланырға ярҙам итә. «Башҡортостан энциклопедияһы»нан. Телмәрҙең аралашыу маҡсатына тап килеу-килмәуен баһалағанда, һуҙҙәрҙең синонимик рәттәренә таянырға тура килә; ул сағында билдәле бер мәғәнәне биреу өсөн телдә нормалаштырылған бер нисә вариант була. К. Ишбаев.
НОРМАЛАШТЫРЫУ (нормалаштыр-) (Р: нормировать; И.: normalize; Т: normalara bağlamak) ҡ.
Нормаға һалыу, норма билгеләү. □ Нормировать. // Нормирование; нормировка. Эш хаҡын нормалаштырыу. Әйтелеш ҡағиҙәләрен нормалаштырыу. ■ Рәсәйҙең тәбиғәт һаҡлау надзорының Башҡортостан буйынса идаралығындасы дәуләт экология экспертизаһы, нормалаштырыу һәм лицензия биреу булеге етәксеһе Ольга Янчук билдәләуенсә, ведомство киң мәғлумәт саралары менән бәйләнешкә яуаплы ҡарай. «Башҡортостан», 8 февраль 2013. Антропоген йөкләнеште кәметеу өсөн экологик
581