НОРМАЛАШЫУ
нормалаштырыу, экологик мониторинг, тәбиғәтте рациональ файҙаланыу буйынса саралар тормошҡа ашырыла, махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре булдырыла. «Башҡортостан энциклопедияһы»нан.
НОРМАЛАШЫУ (нормалаш-) (Р.: прийти в норму; И.: become the norm; T.: normale dönmek) ҡ.
Нормаға инеү, нормаль хәлгә ҡайтыу. □ Прийти в норму, войти в норму. Нормалаша барыу. Сығымдар нормалашты. Һуҙҙең әҙәби телдә нормалашып китеуе.
НОРМАЛЛӘШЕҮ (нормалләш-) (Р.: нормализоваться; И.: become normal; T.: normalleşmek) ҡ.
Нормаль хәлгә килеү. □ Нормализоваться, приходить в норму; становиться нормальным. Хәл нормалләште. Йөрәк тибеше нормалләшә. Ҡан баҫымы нормалләшә башланы. ■ Ауырыуҙың температураһы нормалләшһә лә, упкәһе төҙәлеп бөтмәгәйне, аяғындағы яраһынан да эрен ағып тора ине. Ф. Әсәнов. Йәкшәмбе көн «Домодедово» аэропортында бер нисә рейс тотҡарланды, ләкин аҡрынлап көн дауамында хәл нормалләште. Интернет селтәренән.
НОРМАЛЛӘШТЕРЕЛЕҮ(нормалләш-терел-) ҡ. төш. ҡар. нормалләштереү, страд, от нормалләштереү. Хәл нормалләштерел-де. Ҡан баҫымы нормалләштерелде. Мөнәсәбәттәр нормалләштерелде.
НОРМАЛЛӘШТЕРЕҮ (нормалләштер-) (Р: нормализовать; И.: normalize; Т.: normalleştirmek) ҡ.
Нормаль хәлгә килтереү. □ Нормализовать. // Нормализация. Дәуләт-ара мөнәсәбәтте нормалләштереу. ■ Халыҡ медицинаһы бауыр, ут ҡыуығы, бөйөр һәм һейҙек ҡыуығы шешкәндә, ашҡаҙан-эсәктәрҙең эш-ләуен нормалләштереу маҡсатында ҡарбуз ашарға кәңәш итә. В. Ғүмәров. [Самат Мөхәмәтйәнов:] Һуңынан ғына мин теш таҙартыуҙың нәҙек эсәктәр эшмәкәрлеген нормалләштереу өсөн мөһим икәнен белдем. «Киске Өфө», № 39, 2012. Баҡыр беләҙектәр ҡан баҫымын нормалләштерә. Интернет селтәренән.
НОРМАЛЬ I [рус. нормальный} (Р: нормальный; И.: normal; T.: normal) с.
1. Нормаға ярашлы, тейешле кимәлгә йәки сифатҡа, хәлгә ярашлы. □ Нормальный. Нормаль хаҡ. Нормаль куренеш. Нормаль температура. Нормаль хәлгә кил-тереу. ■ Башҡортостан Рәсәйгә башҡорт һәм урыҫ халҡы араһында уҙ-ара нормаль мөнәсәбәттәр урынлаштырыу өсөн нигеҙ һалған договор нигеҙендә ҡушыла. Интернет селтәренән. [Люциә Ғумәрова:] Ҡайһы бер дәуләттәр конституцияларының, әйтәйек, Швейцария, АҠШ Ҡонституцияһы «Алла исеме менән...» тип башланыуын да нормаль куренеш тип һанайым. «Киске Өфө», № 51, 2012. Тимербай нормаль булмаған был хәлде уҙе лә һиҙә. С. Агиш.
2. Психик яҡтан һау, аҡылы теүәл. □ Нормальный, адекватный. Нормаль бала.
■ [Инсаф — Дилбәргә:] Ә Харисың ҡурсалайым тип балаларҙың психикаһын емерә, сөнки нормаль бала уҙенең әсәһен яратырға тейеш. Г. Ғиззәтуллина. Физик һәм физиологик яҡтан нормаль кеше лә тормошта йыш ҡына, ирекһеҙҙән, комик ситуацияға тарый, урынһыҙ һуҙ ыскындыра. Ә. Сөләймәнов.
НОРМАЛЬ II [рус. нормально} (Р: нормально; И.: normally; Т.: normal) р.
1. Нормаға тура килеп тороп, тәбиғи булып. □ Нормально. Нормаль булыу.
■ Яҡын-тирә ауылдар араһында иң беренсе булып, Илсеғолда совет мәктәбе нормаль эшләй башланы. 3. Биишева. Мин был баракта өс көн ятам инде. Тәндәге ҡыҙыулыҡ, температура 38, 39 градустан тубән төшкәне юҡ ине. Бөгөн иртә менән нормаль куренә. Д. Юлтый. Хәҙер Нурулла Тимербайға баяғы кеуек ук мөһабәт куренмәй. Нисектер, яуы-рындары ла артыҡ киң төҫлө тугел, нормаль куренә ине. С. Агиш.
2. Психик яҡтан сәләмәт булып. □ Нормально, адекватно. ■ Психик яҡтан бик ук нормаль булмаған ундай ауырыуҙы беҙҙең дауаханала ғына дауалап булырмы икән, тигән кеуегерәк һуҙҙәр ҙә ысҡынғыланы [консилиумда]. Ф. Әсәнов. Ур планетаһында аҡылдан шашҡан кешеләрҙең һаны артҡандан-арта бара. Уларҙың һәр береһе нормаль булып тыуа, уҫә, уҡый һәм ни сәбәптәндер егерме-егерме биш тирәһендә иҫәрләнә. Н. Ғәйетбаев.
582