НОСОРОГ
НОРМАН [рус. норманн < лат. Nortman-ni\ (Р.: норманн; И.: Viking; T.: Norman) и.
VIII—XI быуаттарҙа Европа илдәренә өҙлөкһөҙ баҫҡын яһап, һөжүм итеп торған төньяҡ герман ҡәбиләләренең дөйөм исеме. □ Норманн. Норман ҡәбиләләре. Англияны нормандар баҫып алған. И [Зәки Вәлиди:] Минец бер урыҫ дуҫым: «Уныц [урыҫ] менән гел сит батшалар хакимлыҡ иткән — башта нормандар, унан татар-монголдар, аҙаҡ тағы әллә ниндәй әтрәғәләмдәр...» Р. Байымов.
НОРМАТИВ I [рус. < лат. normatio} (Р: норматив; И.: standard; Т.: norm) и.
Эш өсөн билдәләнгән нормалар күрһәткесе. □ Норматив. Иҡтисад нормативтары. Нормативтарҙы раҫлау. Яцы норматив ҡабул итеу. ■ [Ямниха] техник документациялар, нормативтар, циркулярҙар менән танышҡас та, урман участкаларына йөрөргә кереште. Н. Мусин. Закондыц яцы редакцияһы федераль нормативтар һәм заман талабына яуап бирә. Интернет селтәренән.
НОРМАТИВ II [рус. нормативный} (Р: нормативный; И.: standard; normative; T.: dü-zgüsel) c.
1. Тейешле үлсәм йәки күләм менән билдәләнгән. □ Нормативный. Норматив эш хаҡы. Деталдәрҙец норматив запасы.
2. Нимәнецдер нормаһын билдәләй торған. □ Нормативный. Норматив грамматика. Норматив иҡтисад. Норматив документация. Норматив иҫәп. Норматив баҫма. ■ Яцы бина бөтә норматив акттар буйынса комиссия тарафынан тикшерелде. «Урал», 3 май 2012. [Хоҡуҡ институты] федерация һәм республика кимәлендә закондар сығарыу эшмәкәрлегендә ҡатнаша, яцы ҡабул ителгән норматив акттар буйынса эксперттар булып сығыш яһай. Интернет селтәренән.
НОРМИРОВКАЛАУСЫ (Р: нормиров щик; И.: rate fixer; tasksetter; T: hesap uzmanı) u.
Норма билдәләү, нормаға һалыу эше менән шөғөлләнгән хеҙмәткәр; норма билдәләүсе. □ Нормировщик. Нормировкалау
сы булып эшләу. Нормировкалаусы булып урынлашыу.
НОСИЛКА [рус. носилки} (Р: носилки; И.: stretcher; T: sedye) и.
Кешене йәки ауыр нәмәне күтәреп алып китеү өсөн хеҙмәт иткән ҡулайлама (ғәҙәттә, таҡта йәки беше туҡыма менән тоташтырылған ике буй ағастан тора). □ Носилки. Ауырыуҙы носилка менән кусереу. Носилкаға һалып алып барыу. ■ Икенсе ҡатҡа [Фәриттец] уҙ аяғы менән кутәрелергә хәле етмәне, носилка менән мендерҙеләр. Ф. Әсәнов. Интизар носилка тотҡаларын ыскындырмаҫҡа тырыша, тарамыштары оҙөлгәндәй булһа ла, быуындарын ҡатырырға ҡырталаша. Р. Солтангәрәев. Носилкалар тотоп, санитарҙар йугереште. М. Хужин.
НОСИЛЬЩИК (носильшигы) [рус] (Р: носильщик; И.: porter; T: hamal) и.
Вокзал, пристань һ. б. урындарҙа кеше багажын ташыу менән шөғөлләнгән эшсе; йөк ташыусы. □ Носильщик. Ҡул багажы носильщигы. Носильщик булып йөрөу. ■ Һөрөм еҫен тойоп, бөттөм былай булғас, тип өҙгөләнеп ятҡанда, носильщиктар инеп алды Фәһимде. И. Ғиззәтуллин. Поезд туҡтау менән, вагондыц икенсе, кеше сыҡмай торған яғын асып, уларҙы [бурҙарҙы] көтөп торған носильщиктарға [сумаҙандарҙы] тотторалар. Р. Өмөтбаев.
НОСКИ [рус.] (Р: носки; И.: socks; Т: çorap) и. диал.
1. Ҡыҫҡа ҡуныслы еп ойоҡ; һатыу ойоғо; ойоҡбаш. □ Носки. Балалар носкийы. Кизе-мамыҡ носки. Носки кейеп йөрөу.
2. Һарыҡ йөнөнән бәйләнгән ойоҡбаш; башалтай. □ Шерстяные носки.
НОСОРОГ [рус.] (Р: носорог; И.: rhino; T: gergedan) и. зоол.
Томшоҡ һәм маңлай һөйәгендә һыңар йәки ике мөгөҙө булған айыры тояҡлы эре һөтимәр хайуан (Африка менән көньяҡ-көнсығыш Азияла йәшәй)’, кәркәдән; мөгөҙморон. □ Носорог. / Носороговый, носорожий (лат. Rhinoceros). Аҡ носорог. Ҡара носорог. Һиндостан носорогы. Носорог балаһы. Носорог көтөуе. Носорог тиреһе. Носорог
583