Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 584


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НОСРАТ
ите. ■ Юл сатында аҡ носорогтар ғаиләһе осраны. «Ағиҙел», № 9, 2009. Тропиктарҙа хайуандарҙың куҙ йәше менән туҡланыусы йөҙгә яҡын кубәләк төрө бар. Улар носорог йә буйволдың куҙе мөйөшөнә ҡунып, куҙ йәше эсеп йәшәй. «Йәшлек», 22 март 2008.
НОСРАТ [ғәр. (Р.: помощь; И.: help, support; T.: yardım) и. иҫк.
1. Матди йәки рухи йәһәттән күтәреү рәүешендә күргән сара; ярҙам. □ Помощь, поддержка. Ҙур носрат. Носрат курһәтеу. Носрат алыу. ■ Кусәк бей.. ҡыҙ менән егетте кургәс, ебәрҙе, нәҫеленә зарар итмәйем, тип. Олатаһы Тура хан әйткәйне: «Алланан носрат булып, һин алһаң, нәҫелен өҙмә», — тип. Олатаһы һуҙе менән ебәрҙе. Башҡорт шәжәрәләренән.
2. Еңеү, уңыш. □ Победа, успех. Носратҡа ирешеу.
НОСТАЛЬГИЯ [рус. < гр. nostos 'кире ҡайтыу’ + algos 'һыҙланыу’] (Р: ностальгия; И.: nostalgia; T.: nostalji) и.
1. Тыуған илде, тыуған йортто йәиһә үткәндәрҙе һағыныу. □ Ностальгия. ■ Ике тиҫтә йыл элек бөтөрөлгән колхоздарҙы иҫләп, артабан ностальгия менән йәшәу мөмкин тугел. «Башҡортостан», 18 май 2012. [Йырҙы] тыңлаған һайын тамашасы куңелендә ностальгия уяна, уй-кисерештәр яңыра. «Йәшлек», 6 апрель 2010.
2. Үҙ иленән китеп, сит илдә оҙаҡ йәшәгән кешеләрҙә күҙәтелгән психик һаулыҡтың ҡаҡшауы (нигеҙҙә, депрессия куренеш-тәре менән характерлы). □ Ностальгия. / Ностальгический. Ностальгия куренеше.
НОСТРАТИК ТЕЛДӘР (Р: ностра тические языки; И.: Nostratic tongues; T.: Nostratik diller) и. лингв.
Европа, Азия һәм Африка телдәренең бер нисә ғаиләһен (шул иҫәптән Алтай, картвель, дравидий, Һинд-Европа, Урал һәм эскимос-алеут телдәрен) берләштергән телдәр төркөмө. □ Ностратические языки. Ностратик телдәрҙе тикшереу. Ностратик телдәргә ҡарау.
НОТА I [рус. < лат. nota 'билдә’] (Р: нота; И.: note; pitch; T: nota) и.
1. Ниндәй ҙә булһа музыкаль тауыштың шартлы график билдәһе. □ Нота. / Нотный. «Ре» нотаһы. Бас нотаһы. Көйҙө нотаға һалыу. ■ Баянда шәп уйнай Сабир. Балаларҙы нота грамотаһына өйрәтәсәкмен, тип дәртләнә. Е Яҡупова. [Ләйсән:] Бөгөн Әхтәм ике көй яҙҙы, нота яҙа белмәгәс, икеһен дә онотто. Н. Ғәйетбаев.
2. Музыка йәки йырҙағы тауыш. □ Нота. / Нотный. Тубән нота. Юғары нотаны алыу. ■ Япраҡтар ҡойолғас, был нескә ауҙар ҙа куҙгә салына һәм, тейә ҡалһаң, улар сыңлатып, иң юғары ноталарҙы алып уйнап ебәрерҙәр һымаҡ. Г. Яҡупова. Емеш шулай икеләнеп торған арала, Байрас уйынын иң юғары нотаға кутәреп туҡтатты ла ҡапыл һикереп торҙо. 3. Биишева. Бына ул [Мәҙинә] кәрәкле нотаны табыр ҙа моңға тулышҡан кукрәге менән йырлап ебәрер. Т. Ғарипова.
3. Музыкаль әҫәрҙең шартлы график билдәләр менән яҙылған тексы һәм шул текст яҙылған дәфтәр йәки китап. □ Нота. / Нотный. Ноталар папкаһы. Нотаға ҡарап уйнау. ■ [Айсыуаҡ] ноталар араһынан уҙе иң яратҡандарын һайлап, оҙаҡ уйнай. Ш. Янбаев. Көйҙәр сығара ул [Әптеләхәт]! Шуларҙы ул нотаға һалһа, көй сығарһа, ә Мәҙинә башҡарһа... Т. Ғарипова. Төрлө ку-некмәләр яһап, тауыштарҙы асҡандан һуң, Ниғмәт Яруллович пианино өҫтөнә ҡуйылған ноталарҙы йырсыларға таратып бирҙе. М. Садыкова.
4. кусм. Ниндәй ҙә булһа хис-тойғоно белдерә йәиһә кемгәлер йәки нимәгәлер мөнәсәбәтте күрһәтә торған тон, һөйләү интонацияһы. □ Нота, тон. ■ Карсыҡ тауы-шындағы ҡырыҫ ноталар Әҙелғужинаның арҡа мейеһен семерҙәтте, башын зеңкетте. Т. Ғарипова. [Ораторҙың] куҙҙәренең ут сәсеп ялтырап китеуенән, тауышындағы әрнеуле ноталарҙан сығыш яһаусының ысынлап хафаға ҡалыуын аңлап була ине. Л. Якшыбаева. Ҡәнзәфәров тауышында асыулы ноталар яңғырап китте. Д. Бүләков.
НОТА II [рус. < лат. nota 'билдә’] (Р: нота; И.: note; T.: nota) и.
584