нотоҡ
Бер дәүләт хөкүмәтенең икенсе дәүләт хөкүмәтенә яҙма рәүештә ебәргән рәсми дипломатик мөрәжәғәте. □ Нота. / Нотный. Ризаһыҙлыҡ нотаһы. Ноталар менән алышыу. Нота ебәреу. Протест нотаһы. ■ [Исмәт:]Шөҡру бей, һеҙгә ярты сәғәт ваҡыт бирәм, нота әҙерләгеҙ!.. Н. Асанбаев.
НОТАБЕНА [рус. < лат. nota bene} (Р.: нотабена; И.: nota bene\ T.: güzelce dikkat et) u.
Текстың ниндәйҙер урынына иғтибар итеү өсөн ситкә ҡуйыла торған NB билгеһе. □ Нотабена (пометка NB в ҡаҡом-н. тексте около места, на которое требуется обратить особое внимание). Нотабена ҡуйыу. Нотабена билдәһе.
НОТАРИАЛЬ [рус. нотариальный} (Р: нотариальный; И.: notarial; T: noterlik) с. юр.
Юридик акттарҙы, документ һәм күсермәләрҙе, ҡултамғаларҙы раҫлауға бәйле. □ Нотариальный. Нотариаль акт. Нотариаль ҡағыҙҙар. Нотариаль эш итеу. Нотариаль килешеу. Нотариаль йыйымдар. Нотариаль контора асыу. Нотариаль кусермә алыу. ■ «Ышаныс телефоны» буйынса Башҡортостан халҡы республиканың Юстиция министрлығы уҙәк аппараты, мировой судьялар аппараты, ЗАГС бу лекторе һәм дәуләт нотариаль конторалары системаһында осратырға тура килгән бөтә законға ҡаршы ғәмәлдәр тураһында хәбәр итә ала. «Йәшлек», 1 август 2009. Вклад хужаһы вафат булған осраҡта, белешмә мираҫ эйәләренә йәки нотариаль контораларға бирелә. «Башҡортостан», 19 февраль 2013.
НОТАРИАТ [рус. < лат. notarius ‘яҙыусы’] (Р: нотариат; И.: notariat; T: noterlik; noterler) и. юр.
Нотариаль конторалар системаһы. □ Нотариат. ■ Йәш ғалим юридик фәндәр докторы, профессор Анатолий Тимонин етәкселегендә «Башҡортостанда нотариат-тыц уҫеше» тигән темаға диссертация яҙа. «Башҡортостан», 8 декабрь 2011.
НОТАРИУС [рус. < лат. notarius ‘яҙыусы’] (Р: нотариус; И.: notary officer; notary public; T.: noter) и. юр.
Нотариаль акттар башҡарыу менән шөғөлләнгән вазифалы кеше. □ Нотариус. Нотариусҡа барыу. Нотариуста таныҡ-ланған васыят. Нотариустан документты раҫлатыу. ■ Ярар, файҙаланһын әйҙә [Урал], тик бына васыятнамә яҙып, нотариустан раҫлатып, ҡағыҙҙы ҡулдарына биреп ҡуйырға кәрәк. Н. Мусин. Тобәктәр дәуләт юридик бюролары ойошторорға, эшкә адвокаттарҙы һәм нотариустарҙы саҡырырға хоҡуҡлы. «Башҡортостан», 21 ноябрь 2011.
НОТАЦИЯ I [рус. < лат. notatio ‘иҫкәртеү; билдәләү’] и. ҡар. нәсихәт. Нотация уҡыу. ■ [Сәми —Төхфәткә:]Икенсе тапҡыр миңә нотация уҡыма!.. Юҡһа, мин һине! Ғ. Хәйри. [Егеттәрҙең береһе:] Йәгеҙ инде, иптәш капитан, нимәгә инде беҙҙе битәрләп, нотация уҡып тораһығыҙ. «Ағиҙел», № 11, 2011.
НОТАЦИЯ II [рус. < лат. notatio ‘иҫкәртеү; билдәләү’] (Р: нотация; И.: notation; T.: notasyon) и. махс.
Шартлы билдәләр системаһы. □ Нотация. Музыка нотацияһы. Шахмат нота-цияһы.
НОТҠО и. диал. ҡар. нотоҡ. Нотҡо уҡыу. Нотҡо тотоу. Нотҡо һөйләу.
НОТОҠ (нотоғо) [ғәр. 3^] (Р: выступление; И.: public speech; T.: nutuk) и.
1. Халыҡ алдында яһалған сығыш; телмәр. □ Выступление, речь. Нотоҡ һөйләшеу. Йыйылышта нотоҡ тотоу. ■ Саҙаҡанан һуң Таҡырйән мулла һәм хәлфә нотоҡтар һөйләнеләр. Ш. Бабич. Мөхәммәтсәлим старшина эштең әрәсәһен төшөндөрөп, нотоҡ тоторға тейеш булды. Ғ. Хөсәйенов. Нотоҡтан һуң ауыл кешеләре уҙҙәре теләгәнсә уйнап көлдө, куңелдәре булғансы байрам итте. Ғ. Хисамов.
2. Өгөт, аҡыл биреү; нәсихәт. □ Назидание, наставление, нравоучение, нотация. Ноток уҡыу. ■ Тормошта ундай ғына хаталар була, бөтәһен дә оноторға тырыш, улым, тине лә [Йәнтурә], бутәнсә аҡыл һатып, нотоҡ уҡыуҙы кәрәк һанаманы. Н. Мусин. [Төхфәт] Себергә китеп барышлай ул ҡайһы бер турәләрҙең мәрхәмәте
585