Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 586


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

нотоҡсо
менән ҙур ғына араны уҙ экипажында уткән, аттарҙы алмаштырған урындарҙа йыйылған бала-сағаларға нотоҡ уҡыған. М. Өмөтбаев. Ул [Әхмәҙиев] Хәйернасҡа аҡыл өйрәтеп тә, нотоҡ һөйләп тә торманы, буғай. Р. Солтангәрәев.
НОТОҠСО (Р: оратор; И.: orator; speaker; T.: konuşmacı) и.
Халыҡ алдына сығып, телмәр һөйләгән кеше. □ Оратор, докладчик. Нотоҡсо булыу. Нотоҡсо һәләте. ■ Нотоҡсо һуҙылған ҡулға таяныбыраҡ төштө. Ғ. Хисамов.
НОУТБУК (ноутбугы) [рус. < ингл. notebook ‘блокнот’] (Р: ноутбук; И.: notebook; T.: dizüstü bilgisayar, laptop) и. инф.
Корпусында шәхси компьютерҙың барлыҡ компоненттарын (дисплей, клавиатура, тачпад, аккумулятор батареялары һ. б.) туплаған портатив компьютер. □ Ноутбук. Ноутбук һатып алыу. Ноутбукта баҫыу. Ноутбукта ҡарау.
НОУ-ХАУ [рус. < ингл. know-how ‘белеү’ + ‘нисек’] (Р: ноу-хау; И.: know-how; Т.: nou-hau) и.
Фәнни, техник, технологик, коммерция характерындағы киң билдәлелек алмаған мәғлүмәт, белем. □ Ноу-хау. Технологияла ноу-хау. Ауыл хужалығында ноу-хау.
НОЯБРЬ [рус. < лат. November} (Р: ноябрь; И.: November; T.: Kasım) и.
Календарь йылының ун беренсе айы; ҡырпағай. □ Ноябрь. / Ноябрьский. Ноябрь айы. Ун бишенсе ноябрь. Ноябрь һыуығы. ■ Егерменсе ноябрҙең иртәнге таңында союздаш ғәскәрҙең төп көсө һул флангыла һөжум башланы. Я. Хамматов. Аҡназар, ҡәйнешен кургәс, ҡайныларына бармаҫҡа булды. Ул эште Ҡотлоюлға тапшырып, ҡайнылары ла, бажалары ла егерменсе ноябрҙән ҡалмай ҡунаҡҡа килеп етеуҙәрен һораны. Ғ. Дәүләтшин. 1734 йылдың 10 ноябрендә экспедиция Өфөгә килеп туҡтағайны. Ғ. Ибраһимов.
НӨГӘЛӘШЕҮ (нөгәләш-) (Р: заблудиться; И.: lose one's way; T.: yolunu kaybetmek) ҡ. диал. ҡар. аҙашыу 1, 2.
Юлдан ситкә китеү, юл юғалтыу. □ Заблудиться. Нөгәләшеп йөрөу. Урманда нөгәләшеу. Бәрәс көтөуҙә нөгәләшеп ҡалған.
НӨГӘР [монг.] (Р: нукер; И.: hero’s bodyguard; T.: sağ kol) и.
1. тар. Батыр, хан эргәһендәге һаҡсы. □ Нукер; телохранитель хана, батыра. Бейҙең нөгәре. ■ [Алдар] һаҡлыҡ өсөн арттан ҡораллы нөгәр ҡуйырға ла онотманы. Ғ. Хөсәйенов. [Һәубән — Нәркәскә:] Ил зарына моңайған иңләп ятҡан Уралым, йылғыр аҡҡан Иҙелем, тоноҡ аҡҡан Яйығым. Нөгәр йыйып йәшәргә атаңа торлаҡ бирмәҫ ул. «Аҡбуҙат».
2. тар. Хәрби һуғышсыларҙан торған төркөм. □ Дружина. Иң яҡшы һуғышсыларҙан нөгәр туплау. Нөгәр йыйырға әмер биреу. ■ Табынға яҡынлашҡанда, Алдар нөгәре ике мең һыбайлынан ашҡан оло яуға өйләнгәйне. Ғ. Хөсәйенов. Яуға барған нөгәрҙең батырҙары куп булһын. Халыҡ йырынан. [Иптәш ҡыҙҙары — Барсынһылыуға:] Сәсән бала, сәсән бала, беҙҙең өсөн баһа даның, нөгәр-нөгәр ирҙәр йыйып, ил яғалай китте даның. «Алтыйәшәр Алпамыша». Нөгәр йыйып уҙенә яу асмаған дошманға — малын йыйып ятһа ла, уҙ малына бей булмаҫ. «Мәргән менән Маянһылыу».
3. этн. Кейәүҙе оҙата барған егет; кейәү егете. □ Друг жениха (сопровождающий его в дом невесты)', шафер. Кейәу нөгәре. ■ Кейду булмыштың нөгәрҙәре саф тартып, алдан төштө, улар артынан ҡыҙҙың мөлкәтен артмаҡлаған егермеләп ат әйҙәлде. Ә. Хәкимов.
НӨГӘРӘП (нөгәрәбе) и. диал. ҡар. мөгәрәп. Нөгәрәп ҡаҙыу. Нөгәрәпкә һалыу. Нөгәрәптән сығарыу.
НӨҒӘТ (Р: аккуратный; И.: thorough; neat; T.: özenli) с. диал.
Эште ентекләп, урын-еренә еткереп эш-ләүсән; бөтмөр. □ Аккуратный, пунктуальный. Нөғәт бала. Нөғәт кеше. Нөғәт ҡатын.
НӨЖҮМ [ғәр. е^3] (Р: звезда; И.: star; Т.: yıldız) и. иҫк.
Тәбиғәте менән Ҡояшка оҡшаш һәм ҡыҙыу газдарҙан (плазманан) торған, төнөн күктә яҡты нөктә кеүек күренгән күк есе
586