Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 587


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

нөктә
ме; йондоҙ. □ Звезда. / Звёздный. Нөжум атылыу. Нөжум сығыу. ■ Был заманда ғәрәп халҡы хаким тиһә, Европа халҡы доктор тиер. Мәҫәлән, .. ғилем хисап хакимын математика докторы, нөжум хакимын астрономия докторы, мәшриҡ лөғәтенә маһир кемһәнәне ориенталист тиерҙәр. М. Өмөтбаев.
НӨЖУМ ҒИЛЕМЕ [ғәр. Л] (Р: астрономия; И.: astronomy; T.: astronomi) и.
Күк есемдәренең килеп сығышын һәм уларҙың барлыҡҡа килешен, төҙөлөшөн, үҙгәрешен, хәрәкәт закондарын, химик составын өйрәнә торған фән; астрономия. □ Астрономия. Нөжум ғилемен өйрәнеу. ■ «һаран», «Зирәк бала», «Етеҙ һәм ялҡау уғыл», «Нөжум ғилемен өйрәнгән уғыл» ишеләре берәр конкрет ваҡиғаны ҡыҫҡа ғына итеп биш-алты юлда, иц кубе ярты биттә хикмәтләп һөйләп бирә. Ғ. Хөсәйенов.
НӨЙӘТ и. диал. ҡар. мөйәт 1. Ҡамыт нөйәте. Нөйәт уреу. Нөйәт урергә биреу.
НӨКТӘ [ғәр. (Р.: точка; И.: dot; full stop; T.: nokta) и.
1. Осло нәмә төртөлгәндән ҡалған эҙ, бәләкәй генә түңәрәк тап. □ Точка (метка, след). Нөктә төртөу. Нөктә менән билдәләу.
2. кусм. Алыҫтан бәләкәй генә булып күренгән ҡара нәмә. □ Точка. Нөктә булып куренеу. ■ Еләк йыйыусылар төрлө төҫтә кейенгәнгә Сөнәғәткә улар алыҫтан аҡ, ҡыҙыл, һары төҫтә бәләкәй генә бер нөктә һымаҡ булып куренәләр. Ж. Кейекбаев. Кулдең уртаһында, алыҫта, кукһел томан эсендә, бик бәләкәй генә ҡара нөктә булып, Уртаташ куренеп ята. 3. Биишева. Ян-яғым — тынлыҡ, ерҙә һалҡынлыҡ: һәр нөктә ҡурҡыныс, һәр аҙым — шомлоҡ. Д. Юлтый. Кинәт ҡыҙғылт һары офоҡтан бер нөктә пәйҙә булды. Ғ. Хөсәйенов.
3. грам. Бәләкәй генә түңәрәк төрткө рәүешендәге тыныш билдәһе. □ Точка. Ике нөктә. Куп нөктә. Хәбәр һөйләмдец аҙағында нөктә ҡуйыла. ■ [Хәсән] докладын яҙып бөтөрөп, һуцғы нөктәһен ҡуйғас ҡына ҡайтырға сыҡты. Ф. Әсәнов. Оҙон-оҙон һөйләм бөтмөш. Яңы һөйләм ала уҫеш. Бер нәмә лә мәңге тугел! Бар тик нөктә. Бар
тик кусеш. Т. Карамышева. Еөмумән, классик жанр талабы буйынса, һәр строфа бер тамамланған фекерҙе белдереп, нөктә менән тамамланып килә. «Ағиҙел», № 1, 2013.
4. Алгебрала, нота яҙыуында, телеграф кодында, төрлө карталарҙа шартлы билдә рәүешендәге тамға; төрткө. □ Точка. Өс нөктә. Нөктә менән билдәләу. ■ Тәкбиров арбаға йәйеп һалған карталағы бер нөктәгә төртөп курһәтте. Н. Мусин. Бөтөн өлөштө айырыу өсөн өтөр йәки нөктә XVII быуаттан алып ҡына ҡулланыла башлаған. Интернет селтәренән.
5. Үлсәме булмаған иң бәләкәй урын рәүешендә математика, физика һәм механикала ҡабул ителгән төп төшөнсә. □ Точка. Гиперболик нөктә. Ике һыҙыҡтың киҫешеу нөктәһе. Арауыҡта нөктә координаталары. Яҙғы көн һәм төн тигеҙлек нөктәһе. Әйләнәнең дуғаһы менән тура һыҙыҡтың киҫешеу нөктәһе.
6. Ер өҫтөндәге йәки арауыҡтағы бер урын. □ Точка. Бер нөктәгә төбәлеу. Ҡалҡыулыҡтың иң бейек нөктәһе. ■ Республика Урал тауҙарының көнъяҡ өлөшөндә һәм Урал алдында урынлашҡан. Башҡортостан ерендәге иң бейек нөктә — Ямантау тауы (1638 метр). Интернет селтәренән. Аҙна буйы .. уҙенә урын тапмай һуғылып, йә бер нөктәгә текәлеп, улем теләп, уйһыҙ-хисһеҙ ятҡандан һуң, Сәйфелмөлөк аяныслы ҡарарға килде. Ә. Хәкимов. Ҡояш болоттар артына бер керә, бер сыға торғас, көндөң яртыларын курһәтеп, өҫкә, иң юғары нөктәгә, менеп ултырҙы. С. Ильясов.
7. физ. Матдәләрҙең бер хәлдән икенсе хәлгә күсә торған температура сиге. □ Точка. Иреу нөктәһе. Ҡайнау нөктәһе. Туңыу нөктәһе. Боҙға әйләнеу нөктәһе.
8. кусм. Иң юғары кимәл, сик. □ Точка. Һуңғы нөктә. Кульминация нөктәһе. ■ [Юлиә] бик тәбиғи рәуештә тормоштоң ошо йәнле, бөтә кешелек бәхетенең иң юғары нөктәләрен уҙендә туплаған идеяның уҙәгендә .. йәшәп уҫте. Һ. Дәүләтшина. Бала саҡтан уҡытыусы булам тип йөрөгән хыялыма шул һуғыу, әйтерһең, һуңғы нөктә булды. Ш. Янбаев. Йыр урғылып кутәрелде лә иң
587