Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 588


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НӨКТӘЛЕ ӨТӨР
бейек нөктәһендә зыңлап өҙөлдө, туҡтаны. Ә. Хәкимов.
9. Системала, пункттар селтәрендә нимәлер урынлаштырылған, ҡуйылған урын. □ Точка. Сауҙа нөктәләре. Радиотапшырыу нөктәһе. ■ Ауылда мәктәп, балалар баҡсаларынан тыш сауҙа нөктәләре лә гөрләп эшләй. Интернет селтәренән. Алыштар булған һәр нөктәлә обелискылар, һәр бер полкҡа арнап ҡуйылған һәйкәлдәр. М. Ямалетдинов.
♦ Нөктә ҡуйыу берәй эш-хәлде тамамланған тип иҫәпләү. □ Поставить точку в чём. ■ Йәшерен канцелярия начальнигы граф Александр Иванович Шувалов уҙе тығыла һәм һуңғы ҡәтғи нөктәне ҡуя. Ғ. Хөсәйенов. Ул [Виктор Николаевич], ошоларҙы әйткәс, һуҙҙәре ахырына нөктә ҡуйған һымаҡ, уң ҡулын ҡырҡа һелтәне лә уҙ юлына китте, ә Аҡсәскә тышҡа атланы. Б. Бикбай. Закиров Медведев тураһындағы һөйләшеуҙәргә нөктә ҡуйҙы ла, урынынан тороп, Хәсән эргәһенә килеп ултырҙы. Ф. Әсәнов. Нөктәһенә килтереү тейешле рәүешкә еткереү, урын-еренә, дәрәжәһенә тәңгәл итеү. □ Довести до кондиции. Нөктәһенә килтереп һөйләй. Нөктәһенә килтереп эшләу.
НӨКТӘЛЕ ӨТӨР (Р.: точка с запятой; И.: semi colon; T: noktalı virgül) и. грам.
Аҫлы-өҫлө ҡуйылған нөктә менән өтөр рәүешендәге тыныш билдәһе. □ Точка с запятой. Нөктәле өтөр теркәуесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәр һәм ҡатнаш ҡушма һөйләмдәге эйәртеуле ҡушма һөйләмдәр араһында ҡуйыла.
НӨНӨНӨК (нөнөнөгө) (Р.: одуванчик; И.: dandelion; T: karahindiba) и. бот. диал.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло үҫемлек; бәпембә. □ Одуванчик (лат. Taraxacum). Нөнөнөк сәскәһе. Нөнөнөк тамыры. Нөнөнөк баҡсаны баҫҡан.
НӨСХӘ [ғәр. (Р: экземпляр; И.: copy; T: nüsha) и.
Яҙманың айырым данаһы. □ Экземпляр; штука. Бер нөсхә китап. Төп нөсхә. Ҡулъяҙманың төп нөсхәһе. ■ Самаң килһә, өлгө
һал — улгәс, ҡалһын бер нөсхә! Бәхет бөтһә, сәсән бул, ҡалма ултырып, Бәдерша! М. Аҡмулла. Вил Ваһапович практиканы ике тапҡыр Парижда уткән, француз классиктарын төп нөсхәлә уҡый. Ш. Хажиәхмәтов.
НӨСХӘИ МӘШҺҮР [ғәр.
(Р: знаменитые люди; И.: famous persons; T: ünlüler) и. иҫк.
Мәшһүр кешеләр. □ Знаменитые, прославленные люди; знаменитости. И Ғазабы ҡәберҙе сикһеҙ курер ҡол битик куп нөсхәи мәшһур эсендә; килер ике кеше зиндан эсендә. М. Ғафури.
НӨФҮҘ [ғәр. Ъ*3] (Р: влияние; И.: influence; T: nüfuz) и. иҫк.
1. Тәьҫир көсө; йоғонто. □ Влияние; воздействие. Ҙур нөфуҙ. ■ [Мосауат мөхәррир:] Ҡазан, Өфө, Һамар, Ырымбур мосолман байҙарының ҡулдары киң, нөфуҙҙәре ҙур, уларҙан айырылмайыҡ, йәмәғәт. А. Таһиров.
2. Абруй, дәрәжә. □ Авторитет. Нөфуҙ ҡаҙаныу. Нөфуҙ төшөу. Нөфуҙен кутәреу.
НӨФҮҘЛЕ (Р: авторитетный; И.: influential; T: nüfuzlu) с. иҫк.
Абруйлы, дәрәжәле. □ Влиятельный, авторитетный. ■ Уларҙың [ханымдарҙың] шул ирен арҡыры сыҡҡан һуҙҙәре шул дәрәжә нөфуҙле була, хатта байлыҡтарҙы ла бөтөрә ала, мәмләкәттәрҙе лә харап иткеләй. М. Ғафури.
НӨФҮС [ғәр. осй3] (Р: народ; И.: people; T: nüfüs) и. иҫк.
Билдәле бер илдә йәки дәүләттә йәшәгән кешеләр; халыҡ. □ Народ. / Народный. Башҡорт нөфусе. Ҡаҙаҡ нөфусе.
НУ [рус.] (Р: ну; И.: well; T: peki) киҫ. һөйл.
1. һүҙгә, яуапҡа ыңғайлатып, һорау биргәндә әйтелә; йә. □ Ну. Ну, ҡасан ҡайтаһың? ■ [Азамат:] Ну, эштәр нисек, иптәш Бикбаев? Р. Солтангәрәев.
2. Аптырау, ғәжәпләнеүҙе; борсолоу, үкенеүҙе һ. б. белдерә; эй. □ Ну. Ну, көн эҫетеп ебәрҙе. Ну, ауыр миңә. ■ [Әсәһе — Ишбирҙегә:] Ҡайтҡас, ҡоҙағыйға сәләм тапшыр беҙҙән, уҙе ҡунаҡ булып килһен. Ну, шул фәҡирлек! Биреп ебәрергә кустәнәсем дә юҡ,
588