НУЖА
исмаһам... М. Кәрим. [Нәфисә:] Ну, һәр кем кеуек, йәшәйҙәр инде, Ғилман Сәмерханович. Д. Бүләков.
НУВОРИШ [рус. < фр. nouveau riche ‘яңы бай’] (Р.: нувориш; И.: nouveau richer T.: yeni türedi zengin) u.
Социаль ҡыйынлыҡтарҙан йәки башҡалар өҫтөнә төшкән бәлә-ҡазанан файҙаланып, тиҙ арала байып киткән кеше. □ Нувориш (человек, быстро разбогатевший на обмане других во время социальных перемен). Нувориштар кубәйҙе. Юҡтан бар итеусе ну-вориштар артты.
НУГА [рус. < фр. nougat < лат. пих ‘сәтләүек’] (Р.: нуга; И.: nougat; T.: lokum) и. конд.
Бал, сәтләүектәр һәм йомортҡа ағы ҡушып әҙерләнгән тәм-том ашамлыҡтар. □ Ну га. Ну га әҙерләу. Ну га ҡушыу. Ну га ҡушып яһалған кәнфит.
НУҒАЙ I (Р: ногаец; И.: Nogai; Т.: Nogay) и. этн.
Төньяҡ Кавказда һәм Волга буйында йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (төрки телдәрҙең береһендә һөйләшә). □ Ногаец. / Ногайский. Нуғай ере. Нуғай егете. Нуғайҙарҙың мәҙәниәте. И Бер йырау аҡһаҡал, ҡасандыр ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай, башҡорттарҙың Иҙел, Яйыҡ буйҙарында бергә-бергә йәшәгән замандары хаҡында һөйләп, уҙҙәренең яратҡан бер тулғауҙарын тулғап курһәтте. Ғ. Хөсәйенов. Борон Иҙелдән Алтайға тартылған киңлектәр хандар ҡулында торғанда ҡаҙаҡ, нуғай менән бер булып шатланып, батырлыҡ менән дан сығарып ғумер уткәргән башҡорт урыҫ батшалары килтергән йәбер-золомдо ла уҙенең көсө нисбәтендә ҡаршыланы. Р. Байымов.
НУҒАЙ II (Р: ногай; И.: name of several Bashkir clans; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Юрматы, бөрйән, ҡыпсаҡ һәм мең башҡорттарының ырыу исеме. □ Ногай (родоплеменное название башкир-юрматинцев, бурзянцев, кипчаков, минцев). И Әсирҙәрҙең, форсат табып, ҡасҡандары ла бар. Әле ана шундайҙарҙың береһе, ҡеуәтле нуғай ырыуының егете, аяҡ-ҡулы бәйләуле килеш, аҡһаҡалдарҙың ғәҙел хөкөмөн көтөп, Сы
рым тирмәһенең артында ята. Ә. Хәкимов. Өсөнсө төркөмдө, уныңса [Әхмәтзәки Вәлиди фекеренсә], ҡыпсаҡ, ҡаңлы, уғыуын, оран, ҡайлы, ҡатай, нуғай, ҡырғыҙ, меркет кеуек ырыуҙар тәшкил итә. Ә. Сөләймәнов.
НУҒАЙСА (Р: по-ногайски; И.: in Nogai; T: Nogayca)/?.
1. Нуғай телендә. □ По-ногайски. Нуғайса белеу. Нуғайса һөйләшеу. Нуғайса йырлау. ■ [«Тарғын менән Ҡужаҡ» хикәйәтенең] нуғайса варианттары хәҙерге Әстрхан әлкәһендә, Төньяҡ Кавказда һәм Ҡырымда табылған. Н. Зарипов.
2. Нуғайҙар кеүек, нуғай халҡына хас. □ По-ногайски. Нуғайса бейеу. Нуғайса кейенеу.
НУҒАЛА и. диал. ҡар. ноғала. Нуғала төшөу. Һыйырҙы нуғала йонсотто. Быҙауҙың куҙенә нуғала төшкән.
НУДИЗМ [рус. < лат. nudus ‘шәрә’] (Р: нудизм; И.: nudism; T: nüdizm) и.
XX быуат башында Германияла барлыҡҡа килеп, тән һәм йәнде һауыҡтырыу өсөн кешенең тәбиғәткә мөмкин тиклем яҡын булыу маҡсатында шәрә тән культын алға һөргән ағым. □ Нудизм. Нудизм куренеше. Ғаилә нудизмы.
НУДИСТ (нудисы) [рус. < лат. nudus ‘шәрә’] (Р: нудист; И.: nudist; T: nüdist) и.
Нудизм яҡлы кеше. □ Нудист. Нудис-тар пляжы. Пляжда нудистар йыйылыша.
НУЖА [рус. нужда] (Р: нужда; И.: want; need; T: ihtiyaç) и.
1. Тормоштағы етешһеҙлек; мохтажлыҡ, ярлылыҡ. □ Нужда. ■ [Әптеләхәттең] әсәһе, ҡасандыр бик һылыу булып, хәҙер инде аслыҡтан, нужанан асҡаҡ яңаҡлы, һарғайып кипкән ҡатын. Т. Ғарипова. • Донъя нужаға ҡоролған. Әйтем.
2. Башҡа төшкән ауырлыҡ; яфа. □ Нужда, лишения. Нужа төшөу. Нужаны бергә татыу. ■ Мәғфурә уҙенең башына нужа төшкән һайын, ашарына бөткән һайын, Ғәзимәләр ҡаҡҡан һайын, ошо байбисәгә иңкәлә. Һ. Дәүләтшина. Ул осор йәш Таһир куңелендә башынан уткән сикһеҙ ауыр нужа, ыҙалыҡтар тойғоһо, йөрәгендә ныҡ әсенеу, ҡаты әрнеу эҙҙәре ҡалдырған. Р. Өмөтбаев.
589