НӘҘЕР ӘЙТЕҮ
Алғы рәт һуҙынҡы өнө. □ Мягкий гласный звук или гласный переднего ряда. Нәҙек һуҙынҡыларҙы билдәләу. Нәҙек һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы.
НӘҘЕК ЭСӘК (эсәге) (Р.: тонкая кишка; И.: small intestine; T.: ince bağırsak) и. анат.
Эстең ашҡаҙан менән туҡ эсәк араһындағы иң оҙон өлөшө; ас эсәк. □ Тонкая кишка. Малдыц нәҙек эсәге. Нәҙек эсәк ауырыуы.
НӘҘЕК ЭШ (Р.: рукоделие; И.: needlework; T: el işleri) и. диал.
Ҡатын-ҡыҙҙың бәйләү, тегеү, сигеү кеүек ҡул эштәре. □ Рукоделие. Нәҙек эш башҡарыу. Нәҙек эшкә әурәп ултырыу. Нәҙек эш иғтибар талап итә. М Балаҫ һуғыу — нәҙек эш бит ул. Экспедиция материалдарынан.
НӘҘЕКӘЙ I (Р: тонкий; И.: thin; Т.: ince) с.
1. Нәҙек кенә; ябыҡ. □ Тонкий, тоненький; худенький. Нәҙекәй бил. Нәҙекәй бармаҡтар. ■ Мәҙинә ҡапҡаны асты ла өҫтөнә шәл генә ябынған нәҙекәй ҡыҙҙы куреп аптырап ҡалды. Т. Ғарипова.
2. кусм. Әҙ генә тәьҫиргә лә бирешеүсән; нәҙберек. □ Тонкий; чувствительный. Нәҙекәй ҡанатлы кубәләктәр.
НӘҘЕКӘЙ II (Р: сужение пищевода; И.: esophagus diminution; T: yemek borusu sıkışması) и. диал.
1. Ашҡаҙан нәҙегәйеүе; ҡылтамаҡ. □ Сужение пищевода (болезнь). Нәҙекәй менән яфаланыу. Аслы-туҡлы йөрөп, ашҡаҙаны нәҙекәйгә әйләнгән.
2. Тамаҡ рагы. □ Рак горла. Нәҙекәйҙән дауаланыу. Нәҙекәй менән ауырыу. Нәҙекәйҙән тамаҡҡа әмәлиәт яһатыу.
3. кусм. Аҙ ғына ашаусы кеше. □ Малоежка. Нәҙекәй бала. Нәҙекәй ҡыҙ.
НӘҘЕКӘЙ III и. диал. ҡар. ҡомай II. Кул ситенә нәҙекәйҙәр йыйылған. Нәҙекәйҙәр ҙур өйөр менән йәшәй. Нәҙекәйҙәрҙе аквариумға ебәреу.
НӘҘЕКӘЙЛӘНЕҮ (нәҙекәйлән-) (Р: становиться худеньким; И.: become thin; T: incelmek) ҡ. һөйл.
Ябығыу, нәҙеккә әйләнеү. □ Становиться худеньким. Нәҙекәйләнә барыу. Нәҙекәй-
ләнеп китеу. Нәҙекәйләнә төшөу. Көндән-көн нәҙекәйләнеп һомғолланыу. Ю Сәхибә туташ нәҙекәйләнеп, йәшәреп киткән. 3. Биишева.
НӘҘЕЛЛЕ (Р: весёлый; И.: joyful; Т: neşeli) с. диал.
Кәйеф күтәрелгән саҡ; күңелле. □ Весёлый, радостный. Нәҙелле мәл. Нәҙелле көн. Нәҙелле булыу. Нәҙелле бала саҡ. ■ Нәҙелле лә уткән йәш ваҡыт. Халыҡ йырынан.
НӘҘЕР [ғәр. jû3] (Р: обет; И.: vow; Т: ant) и.
Берәй теләктең ҡабул булыу шартына бәйләп, үҙ өҫтөнә алған бурыс; шартлы вәғәҙә. □ Обет, обещание. Нәҙер әйтеу. Нәҙер утәу. Нәҙер биреу. Нәҙер алыу. Нәҙерҙе онотмау. ■ [Лоҡман кантон:] Әбдрәхим мырҙам, йыйындағы батырҙарҙың булғанын да йыҡһаң, хибестән ҡотҡарам, өҫтәуенә, бер йылҡы орлоғо нәҙер итәм. Ж. Кейекбаев. • Нәҙерең барҙа ҡәҙерең бар. Әйтем.
НӘҘЕР ҠОРБАНЫ (Р: жертвоприношение по намерению или по обету; И.: sacrificial vow; T: kurban sunma) и. этн.
Нәҙер әйтеп салған ҡорбан. □ Жертвоприношение по намерению или по обету, предназначенное кому-л. ■ Ниәтләп һуйһаң ҡорбанды, шуны ниәт, нәҙер ҡорбаны, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
НӘҘЕР МАЛЫ (Р: скот, завещанный, обещанный кому-л:, И.: cattle promised in advance; T: vasiyet edilen mal) и. этн.
Берәй теләктең ҡабул булыу шартына бәйләп вәғәҙә ителгән мал. □ Скот, завещанный, обещанный кому-л. Нәҙер малы биреу. Нәҙер малы тәғәйенләу.
НӘҘЕР УРАҘАҺЫ (Р: пост, провозглашённый обетом; И.: kind of Moslem lent; T.: oruç) и. этн.
Нәҙер әйтеп тотҡан ураҙа. □ Пост, провозглашённый обетом. Нәҙер ураҙаһын атҡарыу. Нәҙер ураҙаһын утәп ҡуйыу. Нәҙер ураҙаһы тотоу.
НӘҘЕР ӘЙТЕҮ (нәҙер әйт-) (Р: дать обет; И.: give a vow; T.: ant etmek; ahdetmek) ҡ. этн.
Берәй теләктең ҡабул булыу шартына бәйләп, үҙ өҫтөнә алған бурысты, шарт
20- 1.0062.14
609