Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 610


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НӘҘӘРӘ
лы вәғәҙәне белдереү йә ҡысҡырып әйтеү. □ Дать обет. Алдан нәҙер әйтеп ҡуйыу.
■ Бала һорап, таң атҡанда ҡояш сыҡҡан яҡҡа ялбарырға, нәҙер әйтергә, балаңды Аллаға бағышларға кәрәк. Халыҡ ижадынан.
НӘҘӘРӘ (Р.: переносица; И.: nasal bridge; T.: burun kökü) и. диал.
Малдың танау биле. □ Переносица (у животных). Быҙау нәҙәрәһе. Тана нәҙәрәһе. Күҙенә суп төшкән мәхлук малдың нәҙәрәһе буйлап йәш аға.
НӘЖАҒА и. диал. ҡар. ялағай. Нәжаға уйнай. Нәжаға ялтырай.
НӘЖАСӘТ [ғәр. (Р: омерзительность; И.: outrage; platitude; T.: iğrençlik) и. иҫк.
Әхлаҡи яҡтан түбән ҡыланыш; тәрбиәһеҙлек; әшәкелек. □ Омерзительность; гнусность; пошлость. Нәжасәткә юлығыу. Нәжасәттән ҡотолоу. Нәжасәттән ҡасыу.
■ Донъяла инде йәм ҡалмаған, нәжасәткә донъя буялған. Я. Юмаев.
НӘЖАТ [ғәр. abj] и. ҡар. нәжәт. Нәжат юлы. Нәжат эҙләу.
НӘЖБӘТТӘП (Р: кропотливо; И.: assiduously; T.: titiz) р. диал.
Бөтә яҡты, ваҡ нескәлектәрҙе иҫәпкә алып; ентекләп, еренә еткереп. □ Кропотливо, тщательно. Нәжбәттәп эшләу. Нәжбәттәп һөйләу. Йомошто нәжбәттәп башҡарыу.
НӘЖЕС I [ғәр. (Р: грязный; И.: vile; dirty; T.: necis) с.
1. иҫк. Кер тейеп ҡарайған; керләнгән, бысраҡ. □ Грязный, нечистый. Нәжес ҡулдар. Нәжес өйөмө. ■ Кем сыҙар ошондай бәләгеҙгә, ауыҙы нәжес, һайыҫҡандай алағыҙға?! М. Аҡмулла.
2. кусм. Рухи яҡтан түбән булған, ерәнеү тойғоһо тыуҙырған, әхлаҡ йәһәтенән насар, күңеле бысраҡ. □ Гнусный; омерзительный; гадкий. Нәжес һуҙҙәр. Нәжес уйлы. Нәжес йәнле булыу. ■ Булмаһа әгәр һиндә аҡыл ҡыҫҡа, ышанма асылы нәжес залим дуҫҡа. М. Ғафури.
НӘЖЕС II [ғәр. (Р: грязь; И.: dirt; vileness; T.: necis) и.
1. иҫк. Таҙаны керләүсе нәмә; әшәкелек. □ Грязь, нечистоплотность. Нәжес булыу. Нәжескә төшөу. ■ Саф алтынды нәжескә буяу менән нәжес китер, алтындың заты китмәҫ. М. Аҡмулла. Бер заман, бәлки, бер уҡырҙар хатымды. Нәжескә ташлауҙан тут алмаҫ алтынды. Р. Ғарипов. • Эт менән ҡоҙа булһаң, нәжес менән туй ҡылырһың. Мәҡәл.
2. кусм. Рухи яҡтан түбән булған, күңеле бысраҡ. □ Гнусность; омерзительность. Нәжескә юл ҡуймау. ■ Иң әүәл паклау кәрәк эстең керен, эстә тулып ятмаһын нәжес, эрен. М. Аҡмулла.
НӘЖЕСЛЕК (нәжеслеге) [ғәр. оч^] (Р: нечистоплотность; И.: meanness; T: necis) и.
1. Таҙа булмау; бысраҡ, кер; бысраҡлыҡ. □ Нечистоплотность. Нәжеслекте бөтөрөу. Нәжеслек менән донъя көтөу.
2. күс. Рухи яҡтан түбәнселек, күңел бысраҡлығы; әшәкелек. □ Гнусность. Нә-жеслеккә юл ҡуймау. Нәжеслеккә төшмәү.
■ Шиғриәт — кешене нәжеслектән ҡотҡарған берҙән-бер сара. К. Мәргән.
НӘЖЕСЛӘНДЕРЕҮ (нәжесләндер-) ҡ. йөк. ҡар. нәжесләү, понуд. от нәжесләү. Ямандар ғына әшәке һуҙҙәр менән кешене нәжесләндерергә маташа.
НӘЖЕСЛӘНЕҮ (нәжесләй-) ҡ. ҡайт. ҡар. нәжесләү, возвр. от нәжесләү. Мосафирҙарҙың оҙон юлда йөрөп, өҫ-баштары нәжесләнгән ине.
НӘЖЕСЛӘҮ (нәжеслә-) (Р: загрязнять; И.: soil; vulgarize; T: kirletmek) ҡ. иҫк.
1. Керләү; бысратыу. □ Загрязнять. // Загрязнение. Керле ҡулы менән ҡулъяулығын нәжесләгән. Ап-аҡ майлыҡҡа ауыҙ-моронон һөртөп нәжесләне лә кире һалды. • Айға батҡаҡ бәреп, нәжесләп булмай. Әйтем.
2. кусм. Яманлау, бысратыу. □ Осквернять, опошлять. // Осквернение. Кешелекте нәжесләү. Әшәке һуҙҙәр менән нәжесләү.
■ Бөттө инде арамъялар был тормошто нәжесләп. Ике донъя — бер мәрйә тип, мәж киләләр мәжлесләп. X. Назар.
НӘЖИП [ғәр. ччН (Р: знатный; И.: noble; T: necip) с. иҫк.
610