Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 612


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НӘЗӘКӘТЛЕ
әлбиттә, был ҡыҙарыу ҙа, байып барған ҡояштың ҡыҙғылт нурында айырыуса нәзәкәтле куренгән Гөлбаныу тәненең һыҙаттары ла ситтә ҡалманы. Т. Ғарипова.
2. Кешегә ҡарата иғтибарлы булған, үҙен ипле тотҡан, әҙәпле. □ Деликатный, тактичный, вежливый. Нәзәкәтле мөғәмәлә. Нәзәкәтле һуҙ. Нәзәкәтле һөйләшеу. Нәзәкәтле булырға тырышыу. ■ Был [өсөнсө ҡан төркөмө] нәзәкәтле ҡан төркөмө вәкилдәре хисле, тыныс, әммә уҙҙәренә һәм тирә-яҡтағыларға ҡарата утә талапсан. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2010.
3. Күңелгә ятҡан, матур, нәфис, наҙлы. □ Изящный, красивый. Нәзәкәтле сәскә. Нәзәкәтле әйбер. Нәзәкәтле тәбиғәт куренеше. ■ Көҙгө ямғырға кушеккән ҡала [Санкт-Петербург] .. әллә ни арала уҙенең нәзәкәтле матурлығы менән арбап алды. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2010. Был нәзәкәтле йыһаз менән биҙәлгән, байлыҡ-байманлыҡ еҫтәре бөркөлөп торған өйҙән ул [Мәликә] уҙенең уткәнен ҡыуып сығарҙы! Т. Ғарипова.
НӘЗӘКӘТЛЕ II (Р.: деликатно; И.: delicately; T.: nezaketle) р.
1. Кешегә ҡарата иғтибарлы, үҙен ипле тотҡан, әҙәпле. □ Деликатно, вежливо. Нәзәкәтле мөғәмәлә итеу. Нәзәкәтле генә итеп һөйләшеу. Кеше менән нәзәкәтле итеп аралашыу. ■ Рәсимә усын нәзәкәтле итеп кенә, тушенә һалып, тынын ҡапыл эскә алды, аптырау ҡатыш уңайһыҙланған булып, керпектәрен тубән елпетеп торҙо. Д. Бүләков.
2. Йөрөш-тороштоң, һын-ҡиәфәттең матур, һоҡландырғыс булыуы. □ Изящно, грациозно. Үҙ-уҙен тотошо нәзәкәтле. Нәзәкәтле булырға тырышыу. Нәзәкәтле итеп атлау. ■ Әммә ҡыҙҙарҙың икенсеһе, килешле генә реверанс яһап, шулай уҡ нәзәкәтле итеп бармаҡ остарын һуҙҙы. Д. Бүләков.
НӘЗӘКӘТЛЕК (нәзәкәтлеге) (Р.: изящество; И.: elegance; T.: zariflik) и.
1. Үҙеңде тотоуҙағы әҙәплелек, йөрөш-тороштағы матурлыҡ, һоҡландырғыс нәфислек. □ Изящество, грациозность, изыс
канность. Нәзәкәтлеккә ынтылыу. Нәзәкәт-лек менән биҙәу. М Көн һайын уҙенә генә хас нәзәкәтлек менән кейенеп килергә ғәҙәтләнгән Нәфисә, һығылмалы буй-һыны, һөрмәле зәңгәр куҙҙәре, бер аҙ ялҡауыраҡ, әммә һауалы ҡыланыштары менән уның [Ғилмандың] ҡараштарын иркәләп, председатель кабинетына инде. Д. Бүләков.
2. Мөғәмәләләге нескәлек, әҙәплелек, иплелек. □ Тонкость, деликатность, тактичность. Нәзәкәтлек менән ҡаршы алыу. Нәзәкәтлек курһәтеу. ■ [Мәҙинәнең] уҙ тормошо ни тиклем бәҫһеҙ, хатта ярлылыҡ сигендә булмаһын, ул, нисә әйтһәң дә, аҡһөйәктәр ырыуынан. Куркәмлек, нәзәкәтлек ҡанына һеңгән. Ә. Хәкимов.
3. Матурлыҡ, нәфислек, наҙ. □ Изящность, изящество. Куңел нәзәкәтлеге. Ингәс тә булмәнең нәзәкәтлек менән биҙәлеше куҙгә ташлана. ■ Башҡортостан тәбиғәтенең нәзәкәтлеге .. бермә-бер артҡандай булды. К. Әхмәтйәнов.
НӘЗӘКӘТЛЕЛЕК (нәзәкәтлелеге) и. ҡар. нәзәкәтлек. ■ Альфреда тәҙрә яңағына һөйәлеп уйға батҡан Индрил янына барҙы, ҡыйыуһыҙ нәзәкәтлелек менән уның иңбашына ҡулын һалды, улар бер-береһенә әйтеп аңлатҡыһыҙ тәрән һағыш менән ҡараштылар, йәнә тубән ҡаранылар. Д. Юлтый.
НӘЗӘКӘТЛӘНЕҮ (нәзәкәтлән-) (Р: проявить вежливость; И.: display politeness; T: nezaketlilik göstermek) ҡ.
1. Әҙәпле, ипле булыу, нәзәкәтлегә әйләнеү. □ Проявить вежливость, учтивость. Нәзәкәтләнеп китеу.
2. Йөрөш-тороштоң, һын-ҡиәфәттең ҡупшыланыуы, нәфисләнеүе. □ Становиться изящным, грациозным. ■ Мөхәббәт ҡатынды танымаҫлыҡ итеп уҙгәртә. Концерттарҙа кургән кешеләр Ковалевскаяның уғата нәзәкәтләнеп, йәшәреп китеуенә таң ҡала. «Башҡортостан ҡыҙы», № 9, 2010.
НӘЙ һ. а. диал. ҡар. нимә. Нәй кәрәк? Нәй бар унда?
НӘЙӘТ (Р: великолепно; И.: splendedly; T.: mükemmel bir surette) р. диал.
612