нәләт
Маҡтауға лайыҡлы; һәйбәт, бына тигән; яҡшы. □ Великолепно. Нәйәт итеп эшләп ҡуйыу. Китап нәйәт килеп сыҡҡан. Нәйәт эш башҡарыу.
НӘКЕШ (Р.: вышивка гладью; И.: needlepoint; T.: işleme) и. диал. ҡар. нағыш.
Энә һәм төрлө төҫтәге ептәр менән туҡыманы сигеү, нағышлап ҡайыу. □ Вышивка гладью. Нәкеш өлгөләре. Нәкештәр кургәҙмәһе.
НӘКӘЛӘҮ (нәкәлә-) (Р.: немного уметь; И.: smatter; T.: biraz bir şey yapabilmek) ҡ. диал.
Яҡшылап, матурлап тормай, арлы-бирле итеп эшләү; әтмәләү, аҙ-маҙ белеү, һупалау. □ Немного уметь. Нәкәләй башланы. Нәкәләп ҡараны. Купмелер нәкәләне. Яҙып-һыҙып нәкәләу. Саба белмәй, әҙ-мәҙ нәкәләй.
НӘКӘҪ I [фарс. o&j] (Р: медлительный; И.: stick-in-the-mud; T.: ağır) с.
1. Ауыр, яй ҡуҙғалыусан; ялҡау. □ Медлительный, неповоротливый; тяжёлый на подъём. Нәкәҫ булыу. Нәкәҫ холоҡло. Нәкәҫ кеше менән эш ырамай. ■ [Тулыбай ағай] уҙенең борондан ҡалған нәкәҫ ғәҙәте буйынса, ашарына тамам бөткәнсе урынынан ҡуҙғалманы. Ғ. Дәүләтшин.
2. Эш һөймәҫ; ялҡау. □ Ленивый, лодырь, нерадивый. Нәкәҫ малай. Нәкәҫ нәҫелдән булыу.
3. Ҡәбәхәт, әшәке (кешегә ҡарата).
□ Подлый, низкий (о человеке). Нәкәҫ кеше.
НӘКӘҪ II [фарс. (Р: лодырь; И.: idler; loafer; quitter; T.: haylaz) и. диал.
Эш һөймәҫ, ялҡау, йүнһеҙ. □ Лодырь, ленивец. Нәкәҫ булыу. Нәкәҫ теленә юлыҡма. • Нәкәҫкә көнөң ҡалмаһын. Әйтем. Нәкәҫ тормаҫ, торһа ла ҡуҙғалмаҫ. Әйтем. Нәкәҫ асылынан ҡасыр. Әйтем.
НӘКӘҪЛӘНЕҮ (нәкәҫлән-) (Р: становиться медлительным; И.: be lazy; sluggish; T: tembellik etmek) ҡ. һөйл.
1. Ауыр (әкрен) ҡуҙғалыусанға әйләнеү, һүлпән булыу. □ Становиться медлительным, тяжёлым на подъём. Арыу сәбәпле нәкәҫләнеу. Ауыр көндө нәкәҫләнеп тороу.
2. Ялҡауға әйләнеү; ялҡау булыу. □ Лениться, лодырничать. Эшһеҙлектән нәкәҫләнеу. Нәкәҫләнә башланы. Нәкәҫләнеп китте. Эҫе көндө нәкәҫләнеп тора.
3. Яман, әшәке кешегә әйләнеү; әшәке булыу. □ Становиться подлым. Нәкәҫләнеп бөтөу. Нәкәҫләнә башлау. Ҡартая килә нәкәҫләнеу.
4. диал. Үҙе эшләмәй башҡа кешегә һалышыу. □ Полагаться на кого-то. Ағайҙарға нәкәҫләнеу. Ололарға нәкәҫләнде. Апаһына нәкәҫләнеп йөрөй.
НӘҠ [ғәр. (Р: точно; И.: exactly; to the point; just; T: tam) p.
1. Урын, ваҡыт төшөнсәле һүҙҙәр менән килеп, уның мәғәнәһен көсәйтә; тап. □ Точно, как раз, ровно. Нәҡ баш өҫтөндә. Нәҡ эштең ҡыҙған мәле. Нәҡ төш ваҡыты. Нәҡ юлдың уртаһында. ■ Тумәләс кенә тау, һирәк кенә урманы ла бар. Быныһына ла менеп китте егет. Менһә, нәҡ тубәһендә бер ялбыр имән уҫеп ултыра. Әкиәттән. Йылҡыбай, алғараҡ сығып, уғын атып ебәрһә, уҡ мышының нәҡ боғаҙына барып тейә. «Алдар менән Зөһрә».
2. Хәс, тас (сағыштырыуҙы, оҡшатыуҙы көсәйтеп килә). □ Точно, точь-в-точь, именно тот. Нәҡ уҙе. Нәҡ атаһы. Нәҡ арыҫлан. ■ Ҡылысты алыр өсөн, ҡыҙ Исмайҙы эсереп иҫертә. Ҡыҙ нәҡ шундай ҡылысты Исмайҙың ҡылысы урынына элә лә уныҡын батша улына ебәртә. Әкиәттән. Соҡорҙоң тәрәнлеге нәҡ шул арҡан буйы булды, ти. Әкиәттән.
НӘЛӘТ и. диал. ҡар. ләғнәт. Нәләт төшөу. Нәләт уҡыу. ■ Ҡабалана, тиҙәр, һаҡсыларҙан, мәртәбәләр сиген куҙәтеп; һәләт, һинән айырылмай нәләт, һынайҙармы әллә, туҙә, тип. X. Назаров. • Йыландың ағына ла нәләт, ҡараһына ла нәләт. Мәҡәл.
♦ Муйынына нәләт камыты кейгән әрләгәндә әйтелә. □ бран. На шею надет проклятый хомут. Муйынына нәләт ҡамыты кейгән әҙәм кеуек. Нәләт төшкөрө {йәки нәләт төшкән) әрләгәндә әйтелә. □ бран. Будь проклят! (проклятый). ■ [Ғәлим:] Ҡайҙан осраны һуң шул [Йосоп] нәләт төшкөрө. Н. Мусин.
613