НӘЛӘТЛЕ
НӘЛӘТЛЕ с. ҡар. ләғнәтле. ■ Батырҙар упҡынға ырғытты мец тапҡыр нәләтле дошманды. X. Кәрим.
НӘЛӘТЛӘҮ (нәләтлә-) ҡ. ҡар. ләғнәтләү. Нәләт затты нәләтләу. ■ Ҡариҙелде нә-ләтләп йырлаған йырҙарын йырлап курһәт-те [һалсы ағай]. И. Насыри.
НӘЛӘТ ТУРҒАЙЫ (Р.: вертишейка; И.: Eurasian wryneck; T.: bayağı boyunburan) и. зоол.
Турғайҙан ҙурыраҡ, ҡараға һарғылт көрән таптар менән сыбарланған, һирәк ағаслы урмандарҙа йәшәүсе күсмә ҡош; борғандаҡ. □ Вертишейка (лат. Junx tor-quilla). И Нәләт турғайы өҙлөкһөҙ муйынын бер һуҙып, бер эскәрәк тартып, ян-яҡҡа борғалай, ҡайһы ваҡыт бөтә кәуҙәһен ҡалтырата. Э. Ишбирҙин.
НӘМАЙЫШ и. диал. ҡар. намайыш.
Нәмайышҡа сығыу. Нәмайышта ҡатнашыу. Республика көнөнә арналған нәмайыш.
НӘМИМӘ [ғәр. (Р.: клевета; И.: gossip; calumny; T.: iftira) и. иҫк.
Кемгәлер яғылған, тағылған, япһарылған ялған ғәйеп; ошаҡ, ғәйбәт, яла һүҙ. □ Клевета, навет. Нәмимә һөйләу. Нәмимә таратыу. Нәмимә яҙыу. Нәмимә тағыу.
НӘММӘМ [ғәр. (Р: сплетник; И.: gossip; barrator; T.: dedikoducu, lafçı) и. иҫк.
Ғәйбәт таратҡан кеше; ошаҡсы, ғәйбәтсе, яла яғыусы. □ Сплетник, кляузник. ■ Ошо дурт әҙәмдең шәррен беҙгә курһәтмә, йә рабби: береһе нәммәм, береһе зәмйөн, береһе гам-маз, береһе шайтан. Мөнәжәттән.
НӘМ-НӘШАН и. ҡар. нишан 1. И Байгу бәк куренмәгән, килмәгән, һис бер нәм-нәшан булмағас, [Көнһылыу] Каратал төбөнә бармаған. М. Буранғолов.
НӘМПЕ (Р: бокоплав; И.: gammarus; Т.: bir tür omurgasız canlı) и. зоол. диал.
Йәшкелт һары төҫтәге 1—3 сантиметр ҙурлығындағы һыу ҡорто. □ Бокоплав, мормыш (лат. Gammarus). Ауҙы нәмпе ҡырҡып бөткән. Нәмпе купләп урсегән урын. Йылы кул һыуын нәмпе баҫҡан.
НӘМҮНӘ [фарс. (Р: образец; И.: example; paragon; T.: örnek) и. иҫк.
Миҫал булырлыҡ нәмә; өлгө, үрнәк. □ Образец, пример, эталон. Нәмунә булыу. Нәмунәгә тиң. Нәмунә алып ҡайтыу.
НӘМӘ (Р: вещь; И.: object; thing; T.: Şey) и.
1. Үҙ сифаты, рәүеше, тәғәйенләнеше булған әйбер. □ Вещь, предмет. Кәрәк нәмә. Булған нәмә. Урынһыҙ нәмә. Ваҡ-төйәк нәмә. Юҡ-бар нәмә. Куҙ курмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән нәмә. ■ Мин был донъяла уйындан башҡа ла куңелгә ләззәт, йыуаныс биреусе нәмә бар икәнлеген белдем. Н. Мусин.
2. Кейем-Һалым, ҡаралды. □ Постельные принадлежности и одежда. Төйөнсөккә нәмәләрҙе тултырыу. Кейем-Һалым кеуек нәмәләрҙе урҙаға элеу. Кәрәк-яраҡ нәмәләрҙе йыйыу. Балаҫ һәм кейеҙ — тирмәләге нәзәкәтле нәмәләр. ■ Тушәмгә тиклем өйөп ҡуйылған урын-ер нәмәләре куҙҙең яуын алып тора. Әкиәттән.
3. Донъя кәрәк-ярағы, мөлкәт. □ Домашний скарб, домашний обиход. Кеше нәмәһе. Колхоз нәмәһе. Урам алды нәмәләре. Ат егеу нәмәләре. Балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу нәмәләрен йыйып ҡуйыу. ■ Хәҙер инде быларҙың [егет менән ҡыҙҙың] етешмәгән нәмәләре юҡ, ти. Әкиәттән.
4. Ысынбарлыҡтағы бер күренеш, эш-хәл, факт. □ Реальное предполагаемое или неизвестное явление, процесс, факт. ■ Мырҙағәле көндөҙ бөтә нәмәне самалап ҡайтты, эш ҙур ауырлыҡ тыуҙырырға тейеш тугел, айғыр ғына баш бирмәй эште һәләк итмәһә инде. 3. Ураҡсин. [Карт менән ҡарсыҡ] ауырыу-һыҙлау курмәгән, улем барын белмәгән, барлыҡ нәмәгә улем — уҙебеҙ, тип һанаған. «Урал батыр».
5. Кеше, әҙәм, берәй зат хаҡында хушһынмай әйтеү. □ Человек, лицо, особа. ■ Быға ҡаршы ҡыҙ шулай яуап биргән: Кыпсаҡ иләу егетенең арҡаһында думбары бар буҙәнәләй, салбарына зәр һалдырған, йөҙ ҡуйы, мең тәуәһе бар нәмәләй! «Ҡыпсаҡ егете менән башҡорт ҡыҙы».
6. әрл. Кәмһетеү мөнәсәбәтен белдереү, әрләү өсөн ҡулланыла. □ бран. Слово для унижения кого-то или чего-то. Эт нәмә. Үҙ
614