НӘҪЕЛ БАШЫ
1. Ағай-энеһе, туғандары күп булған; нәҫелле. □ Имеющий много родственников, имеющий большую родню. Ҡалын нәсәпле. Нәсәпле кеше. Нәсәпле током. Нәсәпле заттарҙың шәжәрә ағасы ҙур. Нәсәпле ғаилә менән ҡатышыу.
2. Сығышы менән ниндәйҙер халыҡҡа, тоҡомға ҡараған. □ Имеющий определённые родовые корни. Сыуаш нәсәпле кеше. Монгол нәсәпле ара. Өлгөлө нәсәпле бала. Таҙа нәсәпле килен. Саф нәсәпле нәҫел.
3. Билдәле, атаҡлы туған-тыумасалы булыу. □ Родовитый, именитый, знатного происхождения. ■ Нисек инде, йәнәһе, ирмен тигән ир-егет, аҡылын юғалтып, тәу кургэн еһер ҡыҙға ғашиҡ була? Исеме илгә таралып килгән сәсәнгә бай нәсәпле кәләш бөткәнме? Ә. Хәкимов.
НӘСӘПҺЕҘ (Р.: безродный; И.: kithless; T.: akrabasız) с.
1. Туғандары, ағай-энеһе булмаған. □ Безродный. Нәсәпһеҙ ҡалыу. Бер нәсәпһеҙ ергә китеу. • Нәҫелен белмәгән нәсәпһеҙ булыр. Әйтем.
2. Күренекһеҙ, ябай нәҫелле. □ Незнатный. Бер нәсәпһеҙ ҡыҙға өйләнеу. ■ Яманлаусыға, ғәйбәт таратып йөрөусегә, яҡшылыҡтан тыйыусыға, енәйәтсегә, гөнаһлыға, тупаҫҡа, бынан һуң нәсәпһеҙгә буйһонма. «Ағиҙел», № 10, 2010.
НӘҪ (Р: лень; И.: laziness; T: tembellik) и. һөйл.
1. Ялҡаулыҡ; моңһоҙлоҡ, йүнһеҙлек.
□ Лень. Нәҫкә һалышыу. Нәҫтән айный алмай. Нәҫкә юл ҡуймау. • Нәҫ баҫҡанды бет баҫа. Әйтем.
2. Ығыш, мыштыр. □ Копуша. Нәҫкә өмөт юҡ. • Нәҫ менән эш сыҡмай. Әйтем. Нәҫкә ҡалған көн — ҡара төн. Әйтем.
НӘҪЕЛ [ғәр. сН (Р: род; И.: kith and kin; T: soy) и.
1. Бер төптән, бер сығанаҡтан таралған кешеләр быуыны; нәсәп, тоҡом, зат.
□ Род. / Родовой. Ҡалын нәҫел. Борондан килгән нәҫел. Нәҫелдән нәҫелгә кусеу. Үҙ нәҫеленә тартыу. ■ [Ҡыҙ:] Баҡыр батша дейеу нәҫеленән, әҙәм затын һис яратмай. Әкиәттән. Иҫерткес эсеу әхлаҡты боҙа,
сәләмәтлекте юҡҡа сығара, нәҫелде ҡаҡшата. Башҡортостан календарынан.
2. Уртаҡ сифаттары, эштәре һ. б. яҡтары менән айырымланып торған кешеләр төркөмө. □ Род, происхождение. Нәҫелдәре менән зирәктәр. Нәҫелдәре менән йор һуҙлеләр. Нәҫелдәре менән телгә бөткәндәр. ■ Диңгеҙ буйлап йугерә бер малай, ялан тәпәй. Беҙҙең нәҫелдән. М. Кәрим. Беҙ .. ҡурҡаҡ нәҫелдән тугел. А. Игебаев. • Нәҫеле ниндәй — балаһы шундай. Әйтем.
3. Бер сығанаҡтан килгән үҫемлек, хайуан, ҡош-ҡорт төркөмө; тоҡом. □ Порода, племя. / Породистый, племенной. ■ Ул мал тарпан нәҫеленән булған. Әҙәмде тиңһенмәй икән улар. К. Мәргән. Миңә тиклем купме кеше һаҡлап тотҡан ул аттарҙы, .. ә бына хәҙер килеп шул аттарҙың нәҫеле ҡороно. Ә. Вахитов. • Нәҫел — нәҫелгә, тилсә — тамырға. Әйтем.
4. Билдәле бер быуындан һайлап алынған яҡшы мал заты; тоҡом. □ Порода. / Породистый. Нәҫел малы. Нәҫел угеҙе. Нәҫел орлоғо. Нәҫел арышы. Нәҫел алыштырыу.
НӘҪЕЛ АҒАСЫ (Р: родословная; И.: geneology; T.: soy ağacı) и.
1. Бер төптән, бер сығанаҡтан таралған нәҫел вәкилдәренең исемдәре ағас йәки башҡа рәүештә теҙеп яҙылған схема; шәжәрә. □ Родословная; генеалогическое дерево. Нәҫел ағасы төҙөтөу. Нәҫел ағасы кургәҙ-мәһе. Йомаҙиловтар ғаиләһенең нәҫел ағасы.
■ Р. Ҡузеев шәжәрәне нәҫел йылъяҙмаһы, нәҫел ағасы тип атау яғында. Ә. Үтәбай.
2. Берәй ғаиләнең нәҫел ебе, нәҫелдәр, быуындар бәйләнеше; бер төптән, бер сығанаҡтан таралған кешеләр быуыны. □ Род, родословная. Мецле ырыуы уҙҙәренең нәҫел ағасын болғар ханы Баламирҙан башлай.
■ Ахуновтарҙың хужалығының ғына тугел, нәҫелдәренең дә тамырҙары ныҡ — бер-береһен уҙышып өс улдары уҫә. Тимәк нәҫел ағасы ла ныҡлы. «Башҡортостан», 14 май 2012.
НӘҪЕЛ БАШЫ (Р: родоначальник; И.: forefather; T.: soy kurucu) и.
Нәҫелде башлаусы (йыш ҡына берәй тарихи шәхес була)', ырыу башлығы. □ Родо-
619