Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 620


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НӘҪЕЛДӘШ
начальник. Меңле ырыуының нәҫел башы.
■ Ырыу йәмғиәте ваҡытында ырыу төркөмөнөң нәҫел башы, терәге итеп табынған тотемы (ҡош, йәнлек, уҫемлек) булған. «Ағиҙел», № 10, 2010.
НӘҪЕЛДӘШ (Р.: родственник; И.: relative; T.: akraba) и.
1. Бер нәсәптән булған кеше; туған, ҡәрҙәш. □ Родственник, родня. / Родственный. Нәҫелдәш булыу. Нәҫелдәштәр табын йыйған. ■ Өлкән ханбикәнең сыбыҡ осо ҡәрҙәше Гөләндәм улар өсөн бар ни, юҡ ни. Ләкин был осраҡта ул баш бирмәҫ шағирға бәйләнергә ҡулай һылтау булды: һин кем, йәнәһе, беҙҙең нәҫелдәшебеҙгә ымһынып йөрөргә?! Йәләлетдиндең ниәте — шағирҙы зинданда серетеу ине. Ә. Хәкимов.
2. Бер сығанаҡтан килгән үҫемлек, хайуан йәки ҡош-ҡорт. □ Соплеменник; сородич. ■ Нәҫелдәш бал ҡорттарының уҙ-ара аталаныуына юл ҡуйырға ярамай. Нәҫелдәш малдан аталанған һыйыр-бейәләр ҡолон, быҙау һала. Экспедиция материалдарынан.
НӘҪЕЛ КӨТӨҮЕ (Р: стадо племенное; И.: pedigree herd; T.: damızlık sürü) и.
Ниндәйҙер үҙенсәлеге йә яҡшы сифаты менән айырылған мал көтөүе йәки нәҫелле малдар төркөмө. □ Стадо племенное. Итле башмаҡтарҙың нәҫел көтөуе. Эре мөгөҙлө малдың нәҫел көтөуе. Эре йомортҡа һалыусы тауыҡтарҙың нәҫел көтөуен тотоу.
НӘҪЕЛЛЕ (Р: имеющий много родственников; И.: having many relations; T.: soylu) c.
1. Ағай-энеһе, туғандары күп булған; нәсәпле. □ Имеющий много родственников. Нәҫелле зат булыу. Нәҫелле ғаилә.
■ Бәғзе ҡалын нәҫелле бәндәне лә шулай кумәкләшеп оҙатмайҙар һуңғы юлға, Ғәҙилә инәйҙе оҙатҡан ише. Г. Яҡупова.
2. Билдәле, атаҡлы туған-тыумасалы булыу. □ Родовитый, именитый, знатный.
■ Имашев йөҙөнә упкәләу төҫө сығарҙы: «һин нимә, мине кемгә тиңләйһең? Нәҫелле дворянин! Казачий атаман! Һуҙемдә тормай буламмы?» 3. Ураҡсин. Ҡыҙҙарға тыуған ерҙә бәхет булмай, төшкән ерҙә була, тигәндәр. Төшә торған ерең — бай һәм нәҫелле
кешеләр. М. Буранғолов. • Нәҫелленең һуҙе өҫкә сығыр. Әйтем.
3. Яҡшы тоҡомдан сыҡҡан (уҫемлек, хайуан һәм ҡош-ҡортҡа ҡарата)', тоҡомло. □ Породистый (о животном, растении, птице). Нәҫелле мал. Нәҫелле орлоҡтан булыу. • Нәҫелле мал бил яҙлыҡтырмаҫ. Әйтем.
НӘҪЕЛЛЕЛЕК (нәҫеллелеге) (Р: родовитость; И.: gentrice; T.: soyluluk) и.
1. Күренекле нәҫелле булыу, нәҫел тамырҙарының билдәле бейҙәргә ҡәрҙәш булыуы. □ Родовитость, знатность, именитость. Нәҫеллелеге бейҙәргә бәйле. Тархан нәҫеллелеге менән дан алған.
2. Ниндәй ҙә булһа берәй малдың яҡшы тоҡомло булыуы. □ Породистость. Малдарҙың нәҫеллелек курһәткесе.
НӘҪЕЛЛӘШТЕРЕҮ (нәҫелләштер-) (Р: скрещивать; И.: interbreeding; T.: çaprazla-mak, melezlemek) ҡ. а. х.
Үҫемлек, хайуан, ҡоштарҙың бер нәҫелен икенсе нәҫел менән аралаштырыу. □ Скрещивать. // Скрещивание (межпородное) (животных, птиц и растений). Һөтлө кәзәләрҙе нәҫелләштереу. Ҡаҙҙарҙы нә-ҫелләштереу. Мамыҡ кәзәләрен нәҫелләштереу. Тибенлектә йөрөусе аттарҙы нәҫелләштереу. ■ Төрлө тоҡомдо бер-береһе менән нәҫелләштереу арҡаһында малсылыҡ эше .. бик ныҡ алға китте. Ғ. Хисмәти.
НӘҪЕЛ-НӘСӘП (нәҫел-нәсәбе) (Р: род;
И.: kith and kin; T.: soy) и. йыйн.
1. Бер ата-бабанан сыҡҡан быуын-быуын кешеләр. □ Род. ■ Тауҙар ҡуйынына һыйынып ултырған ауылдарҙың кешеләре нәҫел-нәсәбе менән урмансы булған. Н. Мусин.
2. Ағай-эне, туған-тыумасалар. □ Родня, родственники. Нәҫел-нәсәп менән осрашыу. Нәҫел-нәсәпте белеу. ■ [Нуғай әмире:] Үҙеңде бөйөк ханыбыҙҙың тоғро сураһы итеп таныттың, Боғара бей, афарин! Беҙгә хәҙер туғанлашып, суҡ-суҡ нәҫел-нәсәп яңыртып, бергә-бергә йәшәу лазим. Ә. Хәкимов.
НӘҪЕЛ-НӘСӘПЛЕ с. ҡар. нәҫелле 1, 2.
■ Ғаилә төҙөклөгө йәшәу өсөн ни тиклем мөһим һәм кәрәкле булһа, туған-ырыулы,
620