Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 621


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

нәҫтә
нәҫел-нәсәпле булып ғумер итеу ҙә халыҡҡа берҙәй кәрәкле һәм мөһим. Халыҡ ижадынан.
НӘҪЕЛ-НӘСӘПҺЕҘ с. ҡар. нәҫелһеҙ.
■ һәр хурлыҡлы ант итеусегә буйһонма: яманлаусыға, ғәйбәт таратып йөрөусегә, яҡшылыҡтан тыйыусыға, енәйәтсегә, гөнаһлыға, тупаҫҡа, бынан һуң нәҫел-нәсәпһеҙгә. «Ағиҙел», № 10, 2010.
НӘҪЕЛСӘНЛЕК (нәҫелсәнлеге) (Р.: наследственность; И.: heredity; T.: soyaçekim) и.
Нәҫел үҙенсәлектәрен киләһе быуынға тапшырыу һәләте. □ Наследственность. Нәҫелсәнлек ауырыуы. Нәҫелсәнлекте кусереусе хромосомалар. Нәҫелсәнлек нигеҙен тәшкил итеусе. Нәҫелсәнлеккә ҡаршы антимат-дәләр.
НӘҪЕЛ-ТОҠОМ и. йыйн. һөйл. ҡар. нәҫел-нәсәп. Нәҫел-тоҡомдары менән бер холоҡлолар. Нәҫел-тоҡом кәңәше менән мәсьәлә хәл итеу.
НӘҪЕЛ ҮГЕҘЕ (Р: племенной породистый бык; И.: pedigree bull; T.: damızlık boğa) и.
Билдәле бер тоҡомдан яҡшы мал заты үрсетеү маҡсатында тотолған үгеҙ. □ Племенной породистый бык. Фермаға нәҫел угеҙе алып ҡайтыу. Көтөугә нәҫел угеҙе ебәреу.
НӘҪЕЛҺЕҘ (Р: безродный; И.: without kith and kin; T.: akrabasız) с.
1. Ағай-энеһе, туғандары булмаған; нәсәпһеҙ. □ Безродный. Нәҫелһеҙ ҡалыу. Сит ерҙә нәҫелһеҙ булыу. Ауылда япа-яңғыҙы ғына нәҫелһеҙ ҡалды. • Тоҡомһоҙҙан нәҫелһеҙ тыуыр. Әйтем.
2. Күренекһеҙ, ябай нәҫелле; нәсәпһеҙ. □ Незнатный. Нәҫелһеҙ булыу. Нәҫелһеҙ менән туғанлашыу. ■ «Ҡара көс илдә дан булмаҫ, нәҫелһеҙ беҙгә тиң булмаҫ. Хөнәле хан һорап торғас, ҡыҙым уға биреп булмаҫ», — тигән [аталарының] һуҙҙәрен Алпамыша менән Барсынһылыу ишеткәс, бер-бере менән етәкләшеп сығып китәләр. «Алтыйә-шәр Алпамыша».
НӘҪЕЛҺЕҘЛЕК (нәҫелһеҙлеге) (Р: бесплодие; И.: infertility; T.: kısırlık) и.
1. мед. Ҡатын-ҡыҙ йә ир-аттың өлгөрөү йәшендә балаға уҙыу йә аталандырыу һә
ләтен юғалтыуы йәки бөтөнләй булмауы. □ Бесплодие. Нәҫелһеҙлектән дауалау. Нәҫелһеҙлеккә ҡаршы сара. Иммунологик нәҫелһеҙлек. Хромосомалы нәҫелһеҙлек.
2. вет. Хайуан йә үҫемлектәрҙең өлгөрөү мәлендә тоҡом ҡалдырыу һәләтен юғалтыуы йәки бөтөнләй булмауы. □ Бесплодие. Малдың нәҫелһеҙлек патологияһы. Нурланыуға дусар булған малдың нәҫелһеҙлеге.
НӘҪЕЛ-ЫРЫУ (Р: род; И.: kinsfolk; Т.: soy) и. йыйн.
1. Бер ата-бабанан сыҡҡан ырыу, бер быуын кешеләре. □ Род. ■ [Дейеу:] Үҙем ошонда ботә нәҫел-ырыуым менән кусеп киләм. Әкиәттән. Мәғлум булыуынса, Аҡай Кусем улы көнбайыш башҡорттарының атаҡлы яу батырҙары нәҫел-ырыуынан. Халыҡ ижадынан.
2. Ағай-энеләр, туғандар. □ Родня, родственники, сородичи. И Уйындағы олораҡ егеттәр Әхмәҙиҙең барлыҡ ҡылығын, уның нәҫел-ырыуын төпсөнөләр һәм тәрән бер асыу менән һөйләнеләр, һәр кем уны яманатлы итә торған ниндәй ҙә булһа бер һуҙ әйтергә тырышты. Ж. Кейекбаев.
НӘҪЕР [ғәр. >j] (Р: новелла; И.: short story; novelette; T.: öykü) и. әҙ.
Лирик йөкмәткеле бәләкәй күләмдәге проза әҫәре. □ Новелла. Нәҫер яҙыу. «Әсә» нәҫере. Нәҫер жанры. & [Зәки:] Төрөкмән-станда йөрөгәнемдә бер нәҫер уҡығайным. Н. Асанбаев. Нәҫер жанрына заманында Мәжит Ғафури, Афзал Таһиров кеуек яҙыусылар мөрәжәғәт иттеләр. К. Мәргән.
НӘҪТӘ I и. диал.
1. ҡар. нәмә. Нәҫтәләре һибелеп ятып ҡалған. Бар нәҫтәһе тырым-тырағай. Ишек алдында барлыҡ нәҫтә арҡыс-торҡос. Нәҫтәләрҙе йыйып ҡуйыу. ■ [Староста:] Һинең нәҫтәң юғалғайны тугелме?Хәкимдең бәләкәй тыумаһы урлағандыр. Я. Хамматов.
2. миф. Ауырыу, зәхмәттәрҙең исемен әйтмәҫ өсөн ҡулланылған атама. □ Нечто (табуированное название болезней от нечистой силы). Нәҫтә ҡағылыу. Нәҫтә сығыу. Нәҫтә тейеуенән һаҡланыу саралары.
621