нәҫтә
НӘҪТӘ II а. диал. ҡар. нимә. Нәҫтәң юғалды? Нәҫтә ҡәрәҡ?
НӘҪТӘ ҠАҒЫЛЫУ (Р.: болезнь от нечистой силы; И.: ailment due to evil forces; T: kötü ruhların dokunmasından gelen hastalık) и. миф.
Зәхмәт ҡағылыуынан килгән ауырыу.
□ Болезнь от нечистой силы. // Заболеть болезнью от нечистой силы. доел. Прикосновение нечто. Нәҫтә ҡағылыуынан насарайып ҡалды. Нәҫтә ҡағылыу арҡылы зәғифләнеп ҡалыу. Эңерҙә һыу буйында һыу менән булып, нәҫтә ҡағылыуынан сулакланды. П Һыйыр кәртәһендә һыйыр һауып ултырғанда нәҫтә ҡағылды. Башҡорт мифологияһынан.
НӘҪТӘ СЫҒЫУ (Р: порча, проявление порчи; И.: sickness due to a spell; T.: kançıbanı vs) и. миф.
Зәхмәт ҡағылыуҙан тирегә сыҡҡан ауырыу. □ Порча, проявление порчи (появление фурункула, болячек на теле под воздействием нечистой силы). Ташҡын һыуҙа бисмиллаһыҙ һыу менән булһаң, нәҫтә сығыуы ихтимал. Яҙғы ағын һыуҙа сайынып нәҫтә сыҡҡан. Ҡар һыуынан нәҫтә сыға.
НӘҪТӘ ТЕЙЕҮ и. миф. ҡар. нәҫтә ҡағылыу. Нәҫтә тейеүҙе дауалау. Нәҫтә тейеүҙән өшкөрөү. Нәҫтә тейеүҙән һаҡланыу.
НӘТАҠҠИ [ғәр. (Р: ораторский; И.: oratorical; Ciceronian; T.: hitabet) с. иҫк.
Һүҙ, телмәр һөйләүгә оҫта. □ Ораторский, выразительный. Нәтаҡҡи һәләт. Нәтаҡҡи телмәрсе. Нәтаҡҡи әҙәм булыу. ■ Нәтаҡҡи остаздан һабаҡ алмайынса ғалим булмайҙыр. М. Өмөтбаев.
НӘТИЖӘ [ғәр. W] (Р: результат; И.: result; outcome; T.: netice) и.
1. Ниндәйҙер эш-хәлдең аҙағы; һөҙөмтә.
□ Результат; заключение, вывод. Кире нәтижә. Көтөлмәгән нәтижә сығарыу. Билдәле нәтижәгә килеү. Уйламаған нәтижәгә килеү. ■ Дүрт йыл буйы һуғыштыҡ, .. нәтижәһе шул булды: аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡайттыҡ. Бәйеттән. Бер-береһенә оҡшамаған ике яҙмыш, ике мөхәббәт тарихы шулай ҙа уртаҡ нәтижәләргә, дөйөм ҡанундарға килтерә. «Ағиҙел», № 4,2010.
2. Бер нисә һанды ҡушҡандан барлыҡҡа килгән дөйөм һан. □ Итог, сумма. Һуңғы нәтижә. Нәтижә сығарыу. Хаҡтарҙың нәтижәһе.
НӘТИЖӘЛЕ (Р: результативный; И.: effective; T.: neticeli) с.
Аҙағы яҡшы күрһәткесле; һөҙөмтәле. □ Результативный, плодотворный, продуктивный. Нәтижәле эш. Нәтижәле хеҙмәт. Ыңғай нәтижәле. ■ Әгәр шул йылғыр бәндә ҡулына эләгер аҡса тейешле һаҡ аҫтында булып, елгә осмаһа, мәҫәлән, китап сығарыу эшенә тәғәйенләнһә, бөгөн республикабыҙ яҙыусыларының, шағирҙарҙың, драматургтарҙың, әҙәбиәтселәрҙең яңы китаптарынан ниндәй оло һәм нәтижәле күргәҙмә ойоштороп булыр ине! Р. Бикбаев.
НӘТИЖӘЛЕЛЕК (нәтижәлелеге) (Р: результативность; И.: performance; T.: verimlilik) и.
Емешле, ырамлы булыу һөҙөмтәһе; һө-ҙөмтәлелек. □ Результативность, эффективность, продуктивность. Юғары нәтижәле-лек. Эштең нәтижәлелеге һөҙөмтәһендә маҡтау ҡағыҙы алдыҡ.
НӘТИЖӘЛӘ (Р: в результате; И.: as a result; T.: sonuçta)/?.
Ниндәйҙер эш-хәл һөҙөмтәһендә; һөҙөмтәлә. □ В результате, в итоге. Нәтижәлә, уйлағанса килеп сыҡмау. ■ Ҡыҙыл ғәскәр кире ҡаҡты дошман атакаларын; беҙҙең ғәскәр утҡа осорҙо күп һанлы танкыларын; был дуғанан илбаҫарҙар быс(ы)раҡ аяғын ала; нәтижәлә ныҡ ҡыйналған дошман бынан да тая. Бәйеттән.
НӘТИЖӘЛӘҮ (нәтижәлә-) (Р: подытожить; И.: sum up; T.: özetlemek) ҡ.
1. Берәй эш-хәлде йомғаҡлау; һөҙөмтәһен сығарыу. □ Подытожить. // Подытоживание. Эште нәтижәләп ҡуйыу. Проект нәтижәләнеп бөттө. Айлыҡ йөкләмәне нәтижәләнек. Нәтижәләүҙең һығымтаһы.
2. Бер нисә һанды ҡушыу; ҡушылыусыларҙың дөйөм һанын иҫәпләү. □ Суммировать. // Суммирование, һандарҙы нәтижәләү. Дөйөм сумманы нәтижәләү. Нәтижәләү һөҙөмтәләрен йомғаҡлап ҡуйыу. Нәтижәләүҙәрҙе тамамлау.
622