НӘҮБӘТТӘГЕ
НӘТИЖӘҺЕҘ (Р.: безрезультатный; И.: futile; ineffective; T.: neticesiz) с.
Аҙағы уңышһыҙ; һөҙөмтәһеҙ. □ Безрезультатный, тщетный. Нәтижәһеҙ башҡарылған эш. Тәжрибә нәтижәһеҙ сыҡты. Нәтижәһеҙ хәлгә тарыу.
НӘТИЖӘҺЕНДӘ (Р.: в результате чего] И.: in consequence of which; T.: dolayı) бәйл.
Төп килештәге исем, исем ҡылымдан һуң килеп, эш-хәлдең нимәгәлер бәйле рәүештә, уның һөҙөмтәһе рәүешендә булыуын белдерә; һөҙөмтәһендә. □ В результате, вследствие чего. Яуын йыл булыу нәтижәһендә. Һәләтле булыу нәтижәһендә.
■ Кешеләрҙәге мөхәббәт ялҡыны рухи илаһилыҡ етмәу нәтижәһендә тиҙ һунә. «Ағиҙел», № 11,2010.
НӘҮАДИР [ғәр. и. иҫк. ҡар. надирә.
■ [Аҡмулла] ҡаҙаҡ шағирҙары араһында булған мажараларҙы һәм нәуадирҙы хикәйәт итеп, бәғзе ваҡыттарҙа мәжлесте хушландырып та ебәрер ине. Р. Фәхретдинов.
НӘҮБӘТ [ғәр. (Р: очередь; И.: turn; T: nöbet) и.
1. Эҙмә-эҙлекте һаҡлау маҡсатында бербер артлы теҙелгән тәртип; киҙеү, сират. Шул тәртип эсендәге айырым бер кешенең урыны, эште башҡарыу ваҡыты. □ Очередь, черёд. Нәубәт билдәләу. Нәубәткә теҙелеу. Нәубәттә тороу. Нәубәт ахырынаса. Нәубәт башы. Нәубәт алыу. Нәубәттән сығыу. Нәубәт етеу. Нәубәт һаҡлау буйынса. ■ Уртаға иблис сыға нәубәт алып. Ш. Бабич. Ниҙер әйтергә уйлаған Нурисламдың алдынан алып, Шәрғиә урынынан торҙо. Үҙенә лә нәубәт етеуен тойғайны ул. Б. Рафиҡов.
2. Эштең өлөшләтә бер-бер артлы башҡарылыу тәртибе; бер үк эш-хәлдең бер-бер артлы башҡарылған төрҙәре. □ Вариант (поочерёдный вариант чего-л.). Куперҙец беренсе нәубәте тапшырылды. Эскиздарҙың беренсе нәубәте уңышһыҙлыҡҡа тарыны.
■ Мөбәрәковтың Салауаты (образы) — яугир, ил батыры. Хисмәтуллиндың Салауаты иһә, иң тәуге нәубәттә, — шағир. «Ағиҙел», № 10,2010.
3. Дежур тороу эше, дежурлыҡ хеҙмәте. □ Дежурство. Нәубәттә тороу. Нәубәт утәу. Нәубәт менән башҡарылған эш. Нәубәт килеп етеу. Нәубәт буйынса йомош ҡушыу. ■ Янғын һундереуселәр нәубәттә тора. Сөнки йыш ҡына булған янғын шуны талап итә. Ә. Ихсан.
НӘҮБӘТЛЕ (Р: поочерёдный; И.: turnbased; T.: nöbetleşe) с.
Нәүбәт тәртибендә ҡоролған, нәүбәт менән башҡарылған. □ Поочерёдный. Нәу-бәтле эш барышы. Нәубәтле тәртип буйынса. Нәубәтле йомош алыу.
НӘҮБӘТЛӘҮ (нәүбәтлә-) (Р: чередовать; И.: alternate; T.: nöbetleşmek) ҡ.
Нәүбәт тәртибен тотоу; сиратлау. □ Чередовать. Нәубәтләп эшләу. Нәубәтләп ҡарауылда тороу. Барыһын нәубәтләу. Афәт нәубәтләп йөрөй. ■ Шаһ янына керҙеләр нәубәтләп, сыҡтылар бәйғәт биреп, ләғнәтләнеп. Ш. Бабич. Тантанала ырыу ағзаларының берәуһе айыу тиреһе ябынып бейергә тейеш. Ҡайһы бер осраҡта айыу тиреһен нәубәтләп ябыналар. Ф. Нәҙер-шина.
НӘҮБӘТЛӘШЕҮ (нәүбәтләш-) (Р: чередоваться; И.: alternate with; T.: nöbetleşmek) ҡ.
Бер-бер артлы килеү, бер-береһен алмаштырыу; сиратлашыу. □ Чередоваться. Нәубәтләшеп эшләу. Нәубәтләшеп башҡарыу. Нәубәтләшеп эшкә сығыу. ■ Киҙәк һорағансы — йәрәбә һалышып, нәубәтләшеп атышҡан. Халыҡ ижадынан. [Атаһы:] Иртәгә һеҙ уны алырһығыҙ, икешәрләп нәубәтләшеп кутәрерһегеҙ [Йософто]. «Йософ ҡиссаһы».
НӘҮБӘТСЕ (Р: дежурный; И.: person on duty; T.: nöbetçi) и.
Нәүбәт буйынса берәй эш, вазифа башҡарған кеше; дежур. □ Дежурный. Нәу-бәтсе өсөн талаптар яҙып элеу. Мал көтөу буйынса нәубәтсе. Нәубәтсе иртәрәк килеп булмәне елләткән.
НӘҮБӘТТӘГЕ (Р: очередной; И.: regular; T.: sırası gelen) с.
1. Нәүбәттә торған, сираттағы. □ Очередной, следующий. Нәубәттәге мәсьәлә.
623