НӘҮБӘТТӘН ТЫШ
Нәубәттәге эштәр. ■ Ләкин бынан һуң да арҡаһына эйәр һалдыртманы Ҡола. Алмаш ваҡыты нисек уткәндер, әммә нәубәттәге бурәнәле арбаны, .. ауылға алып ҡайтҡас, башҡаса уны мал йәйләуенә екмәнеләр. «Ағиҙел», № 9, 2010.
2. Билдәле бер эҙмә-эҙлелек буйынса ҡаралған; сираттағы. □ Очередной. Нәубәттәге ултырыш. Нәубәттәге йыйылыш. Нәубәттәге кәңәшмә. Нәубәттәге ярышҡа әҙерләнеу. ■ Комиссар сайҡалмаҫҡа тырышып атлап килеп урынына баҫҡас, офицер эргәһенә нәубәттәге кешене саҡырҙылар. Н. Мусин.
НӘҮБӘТТӘН ТЫШ (Р.: вне очереди; И.: out of turn; T: sıra dışı) р.
Билдәләнгән ваҡыттан алда. □ Вне очереди, внеочередной. И [Старшина — һалдатҡа:] Нәубәттән тыш ике наряд. Көләмәстән.
НӘҮҒ [ғәр. £>] и. иҫк. ҡар. нәүғе. Бензин нәуғеһе. Төнәтмә нәуғеһе. Юғары нәуғе. Ондоң беренсе нәуғеһе. Сәйҙең ниндәй генә нәуғеһе юҡ.
НӘҮҒЕ [ғәр. £>] (Р: вид; И.: variety; Т.: tür) и. иҫк.
Теге йәки был нәмәнең төрө, сорты. □ Вид, разновидность. Яғыулыҡ материалының төп нәуғеһе. Яңы бойҙай нәуғеһе. Ашлыҡ нәуғеһе.
НӘҮҘӘ [фарс. (Р: атмосфера; И.: atmosphere; T: atmosfer) и. иҫк.
1. Ер шарын һәм ҡайһы бер планеталарҙы солғап алған газ хәлендәге ҡатлам; һауа, атмосфера. □ Атмосфера. Нәуҙә баҫымы. Ер нәуҙәһе. Нәуҙәгә таралыу.
2. кусм. Мөхит, солғаныш. □ Атмосфера. Ижади нәуҙә. Яҡшы нәуҙә. Кире нәуҙә. һәйбәт нәуҙәлә йәшәу.
НӘҮЕМ [ғәр. еУ| (Р: сон; И.: sleep; Т: uyku) и. иҫк.
Тәбиғи физиологик процесс, йоҡо. □ Сон. Нәуем килеу. Нәуем баҫыуы. Нәуемдән арыныу. Нәуемдән уяныу.
♦ Нәүем баҙарына китеү йоҡлау. □ Заснуть, уснуть. ■ Хәлдән тайған ваҡытта ғына: «Нәуем баҙарына, ятырға!» — тип
ҡысҡырып фарман сыға. М. Ғафури. Ололар янында ултырыуҙан тартынып мин тиҙерәк нәуем баҙарына китә һалдым. Б. Бикбай. Бөгөн әллә нишләп нәуем баҙарынан бик иртә ҡайтып, бәҙәйемдә әллә ниндәй «тигеҙһеҙлек» һиҙә башлағас, аҙыраҡ куңел асмаҡсы булып, баҙар яғына сыҡтым. Ш. Бабич.
НӘҮЕМГӘ ТАЛЫУ (нәүемгә тал-) (Р: заснуть; И.: fall asleep; T: uykuya dalmak) ҡ. иҫк.
1. Йоҡоға талыу, китеү; йоҡлау. □ Заснуть, уснуть. Арып нәуемгә талыу. Бала нәуемгә талған. Нәуемгә талдым тигәндә уяныу.
2. кусм. Тынып ҡалыу. □ Затихать, утихать. // Затихание. Тирә -яҡ нәуемгә талған. ■ Төнө буйы ат көттөк, өйҙөрәк буйын бер иттек. Бесән әуенгә һалған, тәбиғәт нәуемгә талған, төн уртаһы саҡ ине, кук йөҙкәйе пак ине. Бәйеттән.
НӘҮКӘР и. ҡар. нөгәр 1. Нәукәрен йомошҡа йугертте. ■ Нәукәр менән кейәу-гә ҡыҙыл башлы таҫтар нағышлап әҙерләйҙәр. Экспедиция материалдарынан. Ул [Зил-бәр] алға атлауға эргәһендәге нәукәрҙәре һыуҙағы ҡыҙҙарға ташланды. 3. Ураҡсин.
НӘҮМИҘ [фарс. Акя] (Р: безнадёжный; И.: hopeless; T: umutsuz) с. иҫк.
Эш-хәлдең, уй-теләктең киләсәктә булырына ышанысы бөткән, рухһыҙ, өмөтһөҙ. □ Безнадёжный. Нәумиҙ кеше. Нәумиҙ ауырыу. Нәумиҙ ҡараш.
НӘҮМИҘ БУЛЫУ (нәүмиҙ бул-) (Р: потерять надежду; И.: be hopeless; T: umutsuz olmak) ҡ. иҫк.
Өмөт юғалтыу, өмөтһөҙлөккә ҡалыу. □ Потерять надежду. Көтә-көтә нәумиҙ булыу. ■ Мосолманға юҡ рәхим, ни тиеу мән сығарырһың, әҙәп-әрһәнең ҡани? Нисә әҙәм ҡаршыңдан нәумиҙ булып киттеләр. «Башҡорт әҙәбиәте антологияһы»нан.
НӘҮМИҘ ИТЕҮ (нәүмиҙ ит-) (Р: обезнадёжить; И.: take hope away; denude of hope; T: ümitsizlendirmek) ҡ. иҫк.
Өмөттө алыу, өмөтһөҙләндереү. □ Обезнадёжить. Яман хәбәр нәумиҙ итте. Куңелһеҙ ваҡиға нәумиҙ итте.
624