Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 626


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НӘФИСЛЕК
1. Күңелгә хуш килерлек; бик матур.
□ Изящный, нежный. Нәфис елдәр сәләме. Нәфис сәскәләр гөлләмәһе байрам өҫтәлен биҙәй. Нәфис муйынсаҡ йылҡылдап торған гәуһәрҙәрҙән теҙелгән. ■ Ағастар, емештәрен саҡ кутәреп, һығылып ултыра, һауала төрлө төҫтәге нәфис сәскәләрҙең хуш еҫе өйөрөлә. Ә. Хәкимов. .. Диңгеҙгә Ҡояш ғашиҡ булған. Ҡыуана-көлә, уның өҫтөнә, алтын суҡтарҙан туҡып, аҫыл таштар менән биҙәп эшләнгән нәфис селтәрҙәр япҡан.
3. Биишева.
2. Тышҡы һыҙаттары бик нескә; зифа, наҙлы. □ Изящный, красивый (о фигуре, чертах лица). Нәфис муйынлы. Нәфис ҡулдар. ■ Зилбәр уҙе лә аңғармаҫтан: «Сары-хан!» — тип ҡысҡырып ебәрә яҙҙы. Егет тә ҡыҙҙың һомғол кәуҙәһен, аҡҡош һыны кеуек нәфис тәнен куреп баҙап ҡалды. 3. Ураксин. Өҫтөндә — ҡыҙыл сатин кулдәк, башында — өр-яңы шәлъяулыҡ, уның аҫтындағы ҡашмауының мәрйен баулы тәңкәләре нәфис маңлайына һалынып төшкән. Н. Мусин.
3. Яңғырашы йомшаҡ; яғымлы. □ Нежный, приятный, мягкий (о голосе). Нәфис ауаз ишетелде. Ҡурше тирмәнән нәфис тауыш менән моңло йыр ағыла. Яғымлы нәфис тауыш менән һөйләшеу. ■ Нәфис тауыш менән уяттылар тау, урманын, иҙел ярҙарын. Д. Юлтый.
4. Ысынбарлыҡты образдар аша сағылдырған, сәнғәткә, матур әҙәбиәткә бәйле.
□ Художественный. Нәфис фильм. Нәфис сәнғәт. Нәфис әҙәбиәт. Нәфис һуҙ оҫтаһы.
НӘФИСЛЕК (нәфислеге) (Р.: изящность; И.: elegancy; nicety; refinement; T: nefislik) и.
Матурлыҡ, гүзәллек. □ Изящность, изящество. Тәбиғәт куренешенең нәфислеге. И Лидия Нагаева «Шаян ҡыҙҙар», «Буләк», «Дуҫлыҡ» кеуек бейеуҙәрҙе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас тыйнаҡлыҡ, нәфислек менән, шулай уҡ донъя халыҡтары бейеуҙәрен сағыу һәм тәрән хис менән оҫта башҡарҙы. Башҡортостан календарынан.
НӘФИСЛӘНДЕРЕҮ (нәфисләндер-) (Р.: сделать изящным; И.: render fine; T: nefislendirmek) ҡ.
Нәфислек өҫтәү, нәфис итеү. □ Сделать изящным. Яҙғы саф һауа битте сафландыра һәм нәфисләндерә. ■ Поэзиябыҙҙа .. хистәрҙе нәфисләндереусе һәм сафландырыусы поэтик ҡаҙаныштарыбыҙ бар. Ғ. Хөсәйенов.
НӘФИСЛӘНЕҮ (нәфислән-) (Р: стать изящным; И.: become fine; T: zarif olmak) ҡ.
Матурланыу, һылыуланыу. □ Стать изящным, тонким. ■ Уның [Раяның] ҡояшта янған йөҙө бығаса булмағанса нәфисләнеп китте. Р. Солтангәрәев.
НӘФИСЛӘҮ (нәфислә-) (Р: делать изящным; И.: render fine, nice; T: nefislemek) ҡ.
Матурлыҡ биреү, матур итеү; матурлау. □ Делать изящным. ■ Уның [Гузәлдең] саф мөхәббәт хистәре .. бөтә тәбиғәтен, эшен нәфисләй. Ғ. Хөсәйенов.
НӘФИС ФИЛЬМ (Р: художественный фильм; И.: feature film; T.: öykülü filim) и.
Тормошто сәнғәт алымдары нигеҙендә тасуирлап биргән фильм. □ Художественный фильм. Нәфис фильм төшөрөу. Нәфис фильм ҡуйыусы. «Йән» нәфис фильмының премьераһы. «Еңмеш» нәфис фильмы.
НӘФИС ҺҮҘ (Р: художественное слово; И.: art of declamation; belles lettres; T: sanat sözü) и. әҙ.
Сәхнә әҫәре рәүешендә тасуири һөйләүҙән ғибәрәт сығыш. □ Художественное слово. ■ Әлбиттә, Һабрауға ла эш табылыр. Ниәте — Боғара ханлыҡҡа ултырыу менән, тирә-яҡтан зиһене уткер балаларҙы йыйып, ҙур мәҙрәсә асыу, уларҙы уҡыу-яҙыуға, иҫәп-хисапҡа өйрәтеу. Араларында ҡурайға, думбыраға, нәфис һуҙгә әуәҫтәре юҡтыр тимә. Ә. Хәкимов.
НӘФРӘТ [ғәр. (Р: ненависть; И.: hatred, contemn; T: nefret) и.
Бик ҡаты асыу, көслө дошманлыҡ тойғоһо. □ Ненависть; презрение. Нәфрәт белдереу. Нәфрәт менән ҡарау. ■ [Сәйет:] Имам-әғзам! .. Алланан ҡурҡмаһаң, халыҡ ҡәһәренән ҡурҡ! Халыҡ нәфрәте һинең тәхетеңдән көслөрәк! Н. Асанбаев. Яратҡанға — бал-май тамған, нәфрәттәрҙә — уҡтай ҡаҙалған; быуаттарҙың гөлө һәм көлөнән — халыҡ яҙмышынан яралған. Р. Мифтахов.
626